Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы — Башҡортостан Республикаһының, республика биләмәһендә дәүләттең мәҙәни сәйәсәтен, мәҙәниәт, сәнғәт, кинематография, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, ҡулланыу, популярлаштырыу һәм дәүләт һаҡлауы өлкәһендә идара итеүҙе тормошҡа ашырыусы, башҡарма власть органы.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы
Дөйөм мәғлүмәт
БАССР Мәҙәниәт министрлығы
Бойһоноусылар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы
Сайт
https://culture.bashkortostan.ru/

Адресы: 450015, Өфө, Революция урамы, 18

БАСС Юғары Советы Президиумының 1953 йылдың 28 майындағы ҡарарына ярашлы БАССР Мәҙәниәт министрлығы ойошторола. Министрлыҡ Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге кинофикация Идаралығын, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге сәнғәт эштәре буйынса Идаралыҡты, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге мәҙәни-ағартыу учреждениелары Идаралығын, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге полиграфия сәнәғәте, нәшриәт һәм китап менән сауҙа итеү Идаралығын, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге хеҙмәт резервтары, радиомәғлүмәт Комитеты Идаралығын берләштерә.

Министрлыҡ ике тапҡыр үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2001 йылдың 1 авгусындағы указы менән Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт Министрлығы тип үҙгәртелде.Һуңынан, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2010 йылдың 4 авгусындағы «Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһы тураһында» указына ярашлы, ҡабаттан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы итеп үҙгәртелде.

1993-сө йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Революция урамы, 18 адресы буйынса бинала урынлашҡан. Бина 1913—1914 йылдарҙа Карл Фридрихович Фек тарафынан төҙөлгән һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашыра, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары һәм Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдарының мәҙәниәт өлкәһендә эшмәкәрлеген координациялай, халыҡтың ижади әүҙемлеген дәртләндереү, профессиональ сәнғәтте, сәхнә, пластик, музыка сәнғәтен, халыҡ ижадын, кинематография, музей эштәрен, китапхана эштәрен, ял эшмәкәрлеген, халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрен һаҡлау, үҫтереү һәм камиллаштырыу буйынса саралар әҙерләй һәм тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы дәүләттең мәҙәни сәйәсәтен тормошҡа ашыра, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мәҙәниәт өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса закондар һәм норматив хоҡуҡи акттар проекттарын, шулай уҡ республиканың билдәләнгән эшмәкәрлек өлкәһендә федераль программаларҙа ҡатнашыуы буйынса тәҡдимдәр әҙерләй һәм тикшереүгә индерә, программалар раҫланғандан һуң уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.

Театр, музыка, хореография һәм һынлы сәнғәт, музей һәм китапхана эше, кинематография, халыҡ ижады үҫеше процесын көйләй һәм тәьмин итә.

Художество коллективтарын һәм концерт башҡарыусыларын, сәнғәт һәм мәҙәниәт ойошмаларының етәксе, артист, ижади, уҡытыусы һәм художество хеҙмәткәрҙәрен аттестациялауҙа ҡатнаша.

Профессиональ сәнғәт Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы эшмәкәрлегенең төп һәм мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. 2013 йылда профессиональ сәнғәт үҫешенең төп бурысы булып инновацион ижади проекттар булдырыу тора, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 100 млн. һум аҡса бүленгән, шулай уҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары өсөн кадрҙар әҙерләү бурысы тора.

2012 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетынан мәҙәниәткә — 2 135,7 миллион һум аҡса йүнәлтелгән / (2011 йылда 1 853 млн. һум).

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-производство үҙәге Степанов-Зорин йортонда урынлашҡан (Өфө, Чернышевский урамы, 47).

Файл:Дом Степанова-Зорина. JPG

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрҙары

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә