Хөрмәтулла (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Хөрмәтулла — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме
Этимологияһы
үҙгәртергәХөрмәтулла — башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, «хөрмәт» мәғәнәһен аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәҮтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (23 ноябрь 1959 йыл) — актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002). Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районының Солтанғужа (хәҙер Таштуғай) ауылында тыуған.
Иҙелбаев Хөрмәтулла — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы Теләүембәт ауылда тыуған. Башҡортостан автономияһы өсөн башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы (1918), Башҡортостан хөкүмәтендә эшләгән, БАССР-ҙың халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы (1919).
Хәйруллин Хөрмәтулла (Хөрмәт) — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Фамилия
үҙгәртергәХөрмәтуллин Әнүәр Ғәлиулла улы (1921 йыл) — Башҡортостандың Салауат районы Урмансы ауылында тыуған. Ленин ордены кавалеры.
Хөрмәтуллин Ғабиҙулла Әхмәҙулла улы (1953 йыл) Татарстандың Мөслим районы Байыҡ ауылында тыуған. Йырсы (тенор), Татарстандың атҡаҙанған артисы (2009), Татарстандың атҡаҙанған мәҙәинәт хеҙмәткәре.
Хөрмәтуллин Илдар Юлай улы — Стәрлетамаҡ эске эштәр министрлығы идаралығы начальнигы, полиция полковнигы.
Хөрмәтуллина Алһыу Мәхмүт ҡыҙы — Ҡазан федераль университеты доценты, юридик фәндәр кандидаты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |