Хөрмәт — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Хөрмәт исеме ғәрәп теленән ингән. Ҡәҙер, хөрмәт тигән мәғәнәлә[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы (10 март 1920 йыл — 10 март 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкының орудие командиры, старшина. 1953—1980 йылдарҙа Сәмәрҡәнд ҡалаһындағы 3-сө автомобиль ремонтлау заводында слесарҙар бригадиры. Дан орденының тулы кавалеры. Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған автотранспорт хеҙмәткәре.

Бикҡолов Хөрмәт Талха улы (22 март 1927 йыл — 4 август 1997 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе, нәшерсе. 1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).

Аҡҡөбәков Хөрмәт С. (рус. Аккубяков Хурмат С.; 1913 йыл — 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы кавалерисы. Ҡыҙылармеец.

Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы (1920 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы.

Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы (23 ноябрь 1959 йыл) — актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ