Хәсән Мөхтәр, Мөхтәров Хәсән Баһауетдин улы (10 ноябрь 1901 йыл13 октябрь 1963 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.

Хәсән Мөхтәр
Исеме:

Мөхтәров Хәсән Баһауетдин улы

Тыуған көнө:

28 октябрь (10 ноябрь) 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Иҫке Ҡамышлы ауылы[1]

Вафат булған көнө:

13 октябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (61 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, тәржемәсе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Тәүге ударсылар» (1933)

Биографияһы үҙгәртергә

Хәсән Баһауетдин улы Мөхтәров 1901 йылдың 10 ноябрендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[2] Иҫке Ҡамышлы ауылында тыуған.

Даими белем ала алмай, төрлө эштә йөрөй: 13 йәштән Өфөләге «Тормош», «Восток» гәзиттәре типографияһында хәреф йыя. 1916 йылда үҙ теләге менән Мурманск тимер юлын төҙөүгә китә. Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә. Үҙ алдына уҡып урта мәктәп һынауын үтә. Омскийҙың Тау институтына имтихан бирә, сәләмәтлеге етмәү арҡаһында уҡый алмай. Өфөгә ҡайтып (1930), «Октябрьский натиск» типографияһына корректор булып эшкә төшә. Бер аҙҙан «Октябрь» журналына секретарь итеп күсерәләр. Ҡазанда (1932—1937) башҡорт китаптарын сығарыу буйынса мөхәррир, мөхәррир-контролер вазифаһын башҡара. 1940 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан китап нәшриәте директоры булып эшләй.

Х. Мөхтәр — тиҫтәнән артыҡ китап авторы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә