Хәлил мәктәбе (Ҡариҙел районы)
Хәлил мәктәбе (рус. МОБУ Халиловская СОШ Караидельский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы Хәлил ауылында урынлашҡан уҡыу йорто
Хәлил мәктәбе | |
Нигеҙләү датаһы | 1912 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы, Ҡариҙел районы һәм Хәлил |
Рәсми сайт | xalil.ucoz.ru/index/glav… |
Тарихы
үҙгәртергә1912 йылда Земство ҡарары буйынса Хәлил ауылында башланғыс мәктәп төҙөлә башлай. Мәктәп бинаһы ҡыҙыл кирбестән төҙөлөргә тейеш була, ләкин урындағы байҙар, башлыса, диндарҙар, ҡаршы килә. Бинаны бүрәнәнән төҙөргә ҡарар ителә. Апрель ауылы эргәһендә ағас ҡырҡҡалар. Мәктәп төҙөлөшө бик ауыр бара, хатта рөхсәт алыу өсөн Петербургҡа барып килергә тура килгән.
1913 йылда мәктәп үҙенең тәүге уҡыусыларын ҡабул итә. Тәүге уҡытыусыһы — Наталья Логиновна Гребнова. Унан һуң мәктәптә Коверова Ася эшләй.
1937 йылда уҡытыусылар Ғизетдин менән Кифая Кайбышевтар килә, уның етәкселегендә яңы ағас мәктәп бинаһы төҙөлә. 1938 йылда башланғыс мәктәп ете йыллыҡ тип үҙгәртелә.
1961 йылда яңы бина төҙөй башлайҙар һәм ул 1962 йылда тамамлана. Ә 1963 йылда яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса. 1961/1962 уҡыу йылында мәктәп һигеҙ йыллыҡ, 1967/1968 уҡыу йылында урта мәктәп асыла. 2004 йылдың 1 сентябрендә 162 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы ике ҡатлы мәктәп төҙөлөп бөтә[1].
Етәкселәре
үҙгәртергә- Кайбышев Ғиҙетдин Кайбыш улы (1940)
- Хөсәйенов Камал Хөсәйен улы 1942
- Хөсәйенов Хәнәфи Хөсәйен улы (1942—1948)
- Ғәйнелйәнов Сабир Ғәйнелйән улы (1948—1949)
- Ғилманов Заман Ғилман улы (1949—1951)
- Таһариев З. Т. (1951—1952)
- Шәрипов Н. (1952—1953)
- Мостафин (1954—1957)
- Мәмлиева Маһинур (1957)
- Солтаншин Мөғәллим Солтанша улы (1958)
- Абраров Борис Рухылбаян улы (1977—1982)
- Ҡорбанов Нурихан Нурлығаян улы (1982—1997), 1997—1998 йылдарҙа тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы булып эшләй
- Мөхәмәтйәнов Илфар Туҡтағол улы (1997—2010)
- Әхмәҙишин Рәзиф Ғабдулла улы (2010)
Уҡытыусылары
үҙгәртергә- Кәримә Әхмәтова (1921—1923)
- Мария Павловна (1924—1925)
- Нурислам Нурдәүләтов (дин дәресе алып бара)
- Ғабдуллин Фәхретдин (1926)
- Ғәлиәскәров Карам)1927)
- Ғабдулхаев (1929—1931)
- Риянов Әмирйән (1932)
- Суфияров Фәтих
- Ғәлимов (1934)
- Ғизетдин Кайбышев
- Кифая Кайбышевар (1937)
- Ибраһимова Ф. Г.[1].
- Мөхәмәтйәнов Илфар Туҡтағол улы — информатика, физика уҡытыусыһы
- Сәлихова Лилиә Рафиҡ ҡыҙы — директор урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- Ғилманов Ленар Харис улы — йәмғиәтте өйрәнеү, технология, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы;
- Мөниров Рәмил Нәҡип улы — математика, физика уҡытыусыһы
- Шәйхова Рафина Нәҡип ҡыҙы — туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
- Шәрифуллина Гүзәлиә Алтаф ҡыҙы — география уҡытыусыһы, тәбиғәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы
- Мөхәмәтйәнова Эльза Рим ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Сабирова Зинфира Әлфиз ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
- Кашапова Гөлзимә Фәрит ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Мәхмүтова Гөлшат Борис ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Ғәйнанова Флүзә Ғәббәс ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Зәйнетдинова Раузана Нурлығаян ҡыҙы — туған тел һәм әҙәбиәт, музыка, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы;
- Шәрифуллин Азат Миңлеғәли улы — физик культура, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы
- Ғүмәров Ринат Мәүлимйән улы — биология, химия уҡытыусыһы
- Хәйҙәрова Зөлфиә Фәғни ҡыҙы — биология, тарих уҡытыусыһы
- Таһариева Ләлә Мәхәсим ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары
үҙгәртергәМәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
үҙгәртергәМиҙалға тамамлаусылар
үҙгәртергә- Шәрифуллина Резеда Азат ҡыҙы — алтын, 2007 йыл
- Шакирова Алһыу Нәзиф ҡыҙы — алтын, 2009 йыл
- Ғайсин Рәдим Әнғәт улы — көмөш, 2010 йыл
- Әғләмова Алина Булат ҡыҙы — көмөш, 2011 йыл
- Мөнирова Сөмбөл Рәмил ҡыҙы — көмөш, 2012 йыл
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Олимпиадалар Наши достижения
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Мәктәп сайты [1]