Зарипов Хәкимйән Сәрйәр улы

(Хәкимйән Сәрйәр улы Зарипов битенән йүнәлтелде)

Зарипов Хәкимйән Сәрйәр улы (18 октябрь 1929 йыл4 апрель 2012 йыл) — башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы, юрист, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (1999).

Хәкимйән Зарипов
Исеме:

Зарипов Хәкимйән Сәрйәр улы

Тыуған көнө:

18 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының 1-се Бәләбәй кантоны[1] Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылы

Вафат булған көнө:

4 апрель 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

юрист, журналист, яҙыусы, драматург

Ижад йылдары:

1958—2012

Жанр:

публицистика, проза, драматургия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Дебют:

«Фәнисәнең мөхәббәте» (1961)

Наградалары:

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәкимйән Сәрйәр улы Зарипов 1929 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ының 1-се Бәләбәй кантоны[1] Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлағандан һуң тыуған колхозында хисапсы, аҙаҡтан бухгалтер булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн Өфө кооператив техникумына уҡырға ебәрелә. Унан һуң Ҡазан дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Юғары белем алып республикаға йүнәлтмә менән ҡайтҡан юрист 1955 йылда Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район халыҡ судының судьяһы итеп һайлана. 1960 йылда билдәләнгән ваҡытты тулғандан һуң «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына эшкә алына һәм 1968 йылға тиклем баҫманың Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе була. Журналист хеҙмәте менән бер рәттән ижадҡа Хәкимйән Зарипов нәҡ ошо ваҡытта тотона, үҙенең тәүге хикәйәләрен һәм повестарын яҙа. Әҙәби оҫталығын артабан кәмилләштереү маҡсатында СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарына ебәрелә. Уҡыуын тамамлағас, 1974 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй. Артабан хеҙмәт эшмәкәрлеген тәүҙә алған юрист һөнәре буйынса дауам итә: 1977 — 1987 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ленин районы юридик консультацияһында адвокат вазифаһын башҡара.

Хәкимйән Зарипов оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2012 йылдың 4 апрелендә вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хәкимйән Зариповтың исеме республика матбуғаты биттәрендә ХХ быуаттың илленсе йылдары аҙағында күренә башлай: халыҡ судьяһы вазифаһын башҡарған осорҙа юрист эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәҡәләләр, әхлаҡ һәм этик темаларға арналған очерктар менән ул гәзит һәм журналдарҙа әүҙем сығыш яһай. Артабан республиканың төп матбуғат баҫмаларының береһе — «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән ваҡытында буласаҡ яҙыусы үҙенең тәүге хикәйәләрен һәм повестарын ижад итә. Әҙиптең беренсе ҙур күләмле әҫәре — «Фәнисәнең мөхәббәте» исемле повесы 1961 йылда айырым китап булып донъя күрә. Артабан «Һуңғы хөкөм» повесы (1970), «Яҙмыштар эҙенән» исемле хикәйәләр йыйынтығы (1974), «Ғашиҡтарҙы хөкөм итмәйҙәр» тип аталған повестар йыйынтығы (1983) һәм башҡа китаптары нәшер ителә. Был әҙәби әҫәрҙәрҙең төп темаһы һәм проблематикаһы — юристар һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең бик тә еңел булмаған, әммә беҙҙең йәмғиәт һәм айырым кеше өсөн ныҡ кәрәкле эшмәкәрлеге. Бер үк ваҡытта яҙыусы шәхестәр араһындағы төрлө ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе сағыу образдар аша асып бирә, дөрөҫлөктең бер ниндәй ауырлыҡтарға ла ҡарамай тантана итәсәген, һәр саҡ еңәсәген ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй, изгелек кеүек матур сифаттарға дан йырлай, уларҙың һәр беребеҙҙә лә булырға тейешлеге тураһында туранан-тура бәйән итә. Йәмғиәттәге законлыҡты, кешеләрҙең тыныс шарттарҙа йәшәү нормаларын һаҡлау һәм яҡлау мәсьәләре юрист һөнәренә эйә булыусы әҙиптең әҫәрҙәрендә шулай уҡ төп теманың береһе булып тора. Хәкимйән Зариповтың 1977 йылда Мәскәүҙә рус телендә баҫылған «Приговор» повестар йыйынтығының СССР Яҙыусылар союзының һәм СССР Эске эштәр министрлығының берлектәге әҙәби премияһына лайыҡ булыуы ғына ла уның ижадына юғары һәм урынлды баһа булды тип иҫәпләргә кәрәк.

Хәкимйән Зарипов шулай уҡ драматургия өлкәһендә лә уңышлы эшләне. Уның «Намыҫ ғазабы», «Ҡала ҡыҙы – һөйгәнем» пьесаларында беҙҙең тирә-яҡтағы ысынбарлыҡ ышандырырлыҡ образдар аша һүрәтләнә. Был спектаклдәр Өфөләге Орджоникидзе исемендәге культура һарайында эшләп килгән халыҡ театрында, шулай уҡ республиканың башҡа ижади коллективтарында ҙур уңыш менән ҡуйылды. Ә драматургтың «Эх, кәләше лә кәләше!» комедияһы Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһендә 10 йылдан ашыу күп тамашасыны йыйҙы.

Әҙип үҙенең тыуған төйәге — Миәкә районы хеҙмәтсәндәре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне һәм ижад итте. Уның 1999 йылда баҫылып сыҡҡан «Хыялдар иленә сәйәхәт» тип исемләнгән документаль повесы данлы яҡташтарына арналды. Был китабы өсөн Хәкимйән Зарипов — райондың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия әҙәби премияһына лайыҡ булды.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Фәнисәнең мөхәббәте: Повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1961. — 104 бит.
  • Һуңғы хөкөм: Повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 144 бит.
  • Яҙмыштар эҙенән: Хикәйәләр — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 132 бит.
  • Приговор: Повести — Москва: Советский писатель, 1977. — 288 с. (рус.)
  • Ғашиҡтарҙы хөкөм итмәйҙәр: Повестар — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 248 бит.
  • Ғүмерлек үкенес: Повесть һәм хикәйәләр — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989. — 215 бит.
  • Хыялдар иленә сәйәхәт: Документаль повесть — Өфө: Китап, 1999. — бит.
  • А разве не моя вина: Повести — Өфө: Китап, 2004. — с. (рус.)
  • Яҙмыштар эҙенән: Повестар, пьеса — Өфө: Китап, 2009. — бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Әҙип тураһында

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • М. Ғәйнуллин, Ғ. Хөсәйенов. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Литературная карта Республики Башкортостан (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә