Хүҙәйфә ибн әл-Йәмән
Хүҙәйфә ибн әл-Йәмән әл-Әбси (ғәр. حذيفة بن اليمان;рус. Хузайфа ибн аль-Яман; вафаты 656) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе.
Хүҙәйфә ибн әл-Йәмән | |
ғәр. حذيفة بن اليمان بن جابر | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | VI быуат |
Тыуған урыны | Мәҙинә |
Вафат булған көнө | 656 |
Вафат булған урыны | Ктесифон[d], Асуристан[d] |
Атаһы | Husayl ibn Al-Gaber[d] |
Һөнәр төрө | полководец |
Уҡыусылар | Абу аль-Убейд аль-Анси[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәХүҙәйфә ибн әл-Йәмән Мәҙинәлә тыуған. Атаһы сығышы менән Мәккәнән, Бәнү Әбс ырыуынан[1].
Хүҙәйфә Мәҙинәлә үҫкән һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе күрер өсөн махсус рәүештә Мәккәгә барып, Уның менән осрашҡан. Мосолмандар Мәҙинәгә Һижрәт ҡылғандан һуң, Хүҙәйфә Мөхәммәт Пәйғәмбәр эргәһендә даими булырға тырышҡан. Ул мосолман дәүләтен нығытыуҙа әүҙем көс һала, Бәҙер һуғышынан башҡа бөтә яуҙарҙа ла ҡатнаша. Өхүд эргәһендәге һуғышта, дошман менән бутап, атаһын осраҡлы ғына мосолмандар үлтерә. Мөхәмәт Пәйғәмбәр был хаҡта белгәс, йолом хаҡында бойороҡ бирергә теләй, тик Хүҙәйфә унан баш тарта[1]
Хәлиф Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ идара иткән осорҙа Хүҙәйфә дингә хыянат итеүселәргә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша һәм Оманға ебәрелгән отрядҡа етәкселек итә. Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә идара иткән осорҙа ул, Хамадан һәм Рейҙә фарсы ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Ул Усман ибн Әффан хәлифә идара иткән осорҙа Әрмәнстанды һәм Әзербайжанды яулап алыуҙа ҡатнаша[1].
Әрмәнстанды һәм Әзербайжанды яулап алыуҙа ҡатнашып, Хүҙәйфә Ҡөрьән уҡыу йәһәтенән низағтың шаһиты була. Ул хәлифә Усманға, ҡорайыш диалектында Ҡөрьәнде күбәйтеп, Хәлифәлектең бөтә тарафтарына оҙатырға ҡуша. Хүҙәйфә йыйынтыҡтарҙа теркәлгән йөҙҙән ашыу хәҙис тапшырған[1]
Хүҙәйфә шулай уҡ «ике йөҙлөләр (монафиҡтар) исемлеген» һаҡлаусы була, улар араһында Мөхәммәт Пәйғәмбәргә һәм көрәштәштәренә яҡын кешеләр ҙә ингән була[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Али-заде, 2007
- ↑ Лицемерие — страшная болезнь сердца // islam-today.ru
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [875 Хузайфа ибн Йаман] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |