Хижәз тимер юлы
Хижәз тимер юлы (рус. Хиджа́зская железная дорога, ғәр. خط حديد الحجاز) — XX быуат башында Ғосман империяһы солтаны Ғәбделхәмит II ярҙамы менән төҙөлгән тимер юл.
Хижәз тимер юлы | |
ғәр. الخط الحديدي الحجازي | |
Дәүләт |
Сүриә Иордания Сәғүд Ғәрәбстаны |
---|---|
Рәсми асылыу датаһы | 1908 |
Наибольший уклон | 1,8 ‰ |
Ширина колеи | колея 1050 мм[d] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Конечная | Hejaz Railway Station[d] |
Расположение конечной точки | Димәшҡ |
Оҙонлоҡ | 1320 km |
Маршрутная карта | Template:Hejaz railway[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d] |
Хижәз тимер юлы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЮл Дамаск һәм Мәккә ҡалаларын тоташтырырға тейеш булған. Төньяҡтан Истанбул-Бағдад тимер юлы менән тоташтырыу күҙҙә тотолған. 1050 мм киңлектәге тар колеялы юл булған. Атамаһы Хижәз төбәгендә булыуы айҡанлы алынған. Солтан Ғәбделхәмит II-нең Мөхәммәт Пәйғәмбәр йөрөгән ерҙәрҙә мөмкин тиклем тынлыҡ һаҡлауҙы талап итеүе арҡаһында рельстар аҫтына кейеҙ түшәп ҡалдырғандар [1]
Тимер юлды 1900 йылда һала башлағандар. Эш бик ауыр шарттарҙа барған: бәҙәүиҙәр һөжүм иткән, һауа шарттары ауыр булған, һыу етмәгән. Бик күп ҡоҙоҡтар ҡаҙылған, ямғыр һыуы йыйырға цистерналар ҡуйылған. 1908 йылда юл Мәҙинәгә барып еткән[2].
Ғосман империяһы тарҡалғандан һуң юл бер нисә бойондороҡһоҙ дәүләт биләмәһендә ҡалған һәм уны тейешле кимәлдә тота алмаған.
Әлеге ваҡытта юлдың айырым участкалары ғына эшләп килә: Дамаск ҡалаһынан Амманға һәм фосфат ятҡылыҡтары булған Маандан Ғәкәбә ҡултығына тиклем.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Haber7. Türkiye Hicaz Demiryolu için harekete geçti . Haber7. Дата обращения: 23 апрель 2016.
- ↑ Геджасская железная дорога // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Һылтанмалар
үҙгәртергәХижәз тимер юлы Викимилектә |
- Хайфа. Хиджазская железная дорога(недоступная ссылка).