Хафиз (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Хафиз — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Хафиз исеме осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәХафиз исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Ҡурсалаусы, һаҡлаусы, яҡлаусы, хәтере яҡшы, Ҡөрьәнде яттан белеүсе тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәҠушаев Хафиз Ҡушай улы (15 октябрь 1888 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы. БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының 3-cө рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Хафиз Ширази, Хажи Шәмс әд-Дин Мөхәммәт Хафиз Ширази (фарс. خواجه شمسالدین محمد حافظ شیرازی, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Шәмсиддин Мөхәммәт Хафиз Ширази тип иҫкә алына[1]) (яҡынса 1325—1389/1390) — танылған фарсы шағиры һәм суфыйсылыҡ тарафдары, донъялағы бөйөк лириктарҙың береһе.
Сыртланов Хафиз Вәли улы (рус. Сыртланов Хафиз Валеевич; 14 май 1902 йыл — 2 ғинуар 1984 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы.
Сәлихов Хафиз Мирғазәм улы (татар. Хафиз улы Салихов Миргаҗәмб улы; 5 сентябрь 1950, СССР, РСФСР, Әлмәт, Сәрмән районы, Татар АССР-ы,) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. V сағырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Татарстан Республикаһының саүҙа һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек министры (1998—2001). Татарстан Республикаһы еңел атлетика федерацияһы президенты (2011 йылдан башлап). Физика-математика фәндәре докторы.
Хәбибуллин Мөхәммәтхафиз (Хафиз бай) — 1-се гильдиялы сәүҙәгәр, меценат.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәХафиз (ғәр. حافظ «ятҡа бикләүсе», «һаҡлаусы») — Ҡөрьәнде ятҡа бикләп, уны һаҡлаусы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |