Ханнанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы
Ханнанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы (1 ғинуар 1970 йыл) — башҡорт шағиры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008), Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы (1995).
Зөлфиә Ханнанова | |
Исеме: |
Ханнанова Зөлфиә |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Йүнәлеше: |
шиғриәт, балалар әҙәбиәте |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Сәғәт менән һөйләшәм» балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы (1994) |
Премиялары: |
Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996), Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2004) |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008) |
Биографияһы
үҙгәртергәЗөлфиә Миндибай ҡыҙы Ханнанова[1] Башҡорт АССР-ы Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында 1970 йылдың 1 ғинуарында тыуған.
Һигеҙенсе синыфтан һуң уҡыуын Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәптә дауам итә.
1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Белорет районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә күсеп килеп, «Шоңҡар» журналында бүлек мөдире, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек етәксеһе булып эшләй. Бөгөнгө көндә Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында Телдәр сәйәсәте бүлеген етәкләй[2].
Әҙәби ижады
үҙгәртергәЗөлфиә Ханнанова әҙәбиәткә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында килә, филология факультетының башҡорт-рус бүлегендәге «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Бөгөнгә дүрт шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡҡан. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, әҙиптең шиғырҙарына эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Улар рус, татар, сыуаш, төрөк, инглиз һәм ҡазаҡ телдәренә тәржемә ителгән.
Әүҙем ижадсы булараҡ, Зөлфиә Ханнанова башҡорт шиғриәте вәкиле булараҡ Мәскәү, Ҡаҙан, Чебоксар, шулай уҡ Төркиәнең Бафр һәм Самсун ҡалаларында уҙғарылған әҙәби йыйындарҙа ҡатнашты.
Ижадына баһалар
үҙгәртергә- 2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[3]
- Зиннәтуллина Л. Мин бары тик бер тамсыһы ғына йәйрәп ятҡан башҡорт еренең (З. Ханнанова шиғриәте хаҡында) // Ватандаш. — 2013. — № 5. — С. 156—167.
- Зиннәтуллина Л. Р. Зөлфиә Ханнанованың мөхәббәт шиғриәтендә лирик героиня образы // Современные проблемы башкирской и тюркской филологии и филологического образования: Материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 75-летию д.ф.н., проф. К. Г. Ишбаева. — Стерлитамак,2012. — С.172-175.
- Зиннәтуллина Л. Р. Зөлфиә Ханнанованың гражданлыҡ лирикаһы // Язык и литература в условиях многоязычия: Материалы IV Международной научно-практической конференции. — Нефтекамск: РИО БашГУ, 2010. — С.203-208.
Китаптары
үҙгәртергә- Мин — башҡорт, тип таныштырығыҙ...: Шиғырҙар, поэма. — Өфө: Китап, 2018. — 224 бит[4].
- Шиғырҙар (шәлкем): «Ал да нур сәс халҡыңа...» йыйынтығында. — Өфө: Китап, 2008.
- Килен тәңкәһе: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2004. — 96 бит.
- Сәғәт менән һөйләшәм: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1994. — 32 бит.
- Шиғырҙар (шәлкем): «Бәйге» йыйынтығында. — Өфө: Китап, 1993.
Гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре
үҙгәртергә- Хистәремде гөлдәй теҙеп, Үргем килде таҡыя... (Шиғыр шәлкеме). «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 ноябрь[5].
- Айырым булһаҡ, ҡом бөртөгө кеүек, Бергә булһаҡ, беҙ тау саҡлыбыҙ. (Шиғри шәлкем). «Ағиҙел» журналы, 2015, октябрь[6].
- Эй, башҡортом, йәй намаҙлыҡ! Теләк телә сәждәлә... (Шиғыр шәлкеме). «Башҡортостан» гәзите, 2013, 6 август[7].
- Кисергәнем өсөн ғәфү ит... (Шиғри шәлкем). «Башҡортостан ҡыҙы» журналы[8]
- Дыуанымдың данлы улы. (Яҙыусы Низам Ҡәрип хаҡында). «Ағиҙел» журналы[9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996).
- Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008).
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021)
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- 2017 йыл Өфөлә башҡорт телен яҡлап үҙенсәлекле һәм сағыу «Йөрәк һүҙе» проекты ойошторолдо. 28 ноябрҙә үткән шиғри алыш финалында 12 пар ҡатнашты, улар араһында башҡорт телендә иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Көсөргәнешле шиғри алыштың йомғаҡтары буйынса танылған башҡорт шағирәһе Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәл Әлибаева иң яҡшы һүҙ оҫталары тип танылды. Үҙ поэмаһынан бер өҙөктө уҡып, Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы төп бүләкте – «Лада Гранта» автомобилен отто[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/9828/36256508.35/0_7b87c_e00bda05_orig
- ↑ Сайт администрации г. Уфы 2019 йыл 1 июль архивланған. (рус.)
- ↑ Азат Бадранов: Идея форума писателей - перевести формат работы в современные практики. ИА «Башинформ», 27 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2021)
- ↑ Өфөлә «Мин — башҡорт, тип танышығыҙ...» китабының исем туйы үтте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 4 июнь 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 4 июнь 2018)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 ноябрь(недоступная ссылка)
- ↑ «Ағиҙел» журналы, 2015, октябрь
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2013, 6 август 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ «Башҡортостан ҡыҙы» журналы 2018 йыл 14 ноябрь архивланған.
- ↑ «Ағиҙел» журналы
- ↑ Өфөлә шиғри һүҙ оҫталары билдәләнде – еңеүселәр автомобиль менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://kak.znate.ru/docs/index-15996.html?page=14 2014 йыл 19 апрель архивланған.
- Сайт администрации г. Уфы 2019 йыл 1 июль архивланған. (рус.)
- Сайт Башкирского государственного университета: Наши выпускники 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. (инг.)
- http://www.rbwoman.ru/node/546 2011 йыл 20 май архивланған.
- Сайт Башкирского книжного издательства «Китап» имени Зайнаб Биишевой. Наши авторы. Зульфия Ханнанова 2014 йыл 20 апрель архивланған. (рус.)
- Зөлфиә Ханнанова. "Йөрәгеңдә артһын иман" шиғри шәлкеме