Фәүзиә (исем)
Фәүзиә— төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәФәүзиә — «еңеүсе» тигән мәғәнә аңлатҡан мосолман ҡатын-ҡыҙ исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәФәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова (15 декабрь 1921 йыл — 21 октябрь 1996 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. 1952 йылдан — КПСС, 1961 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы Мөхәмәтшина (15 июнь 1953 йыл) — башҡорт журналисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2016),
Фәүзиә Юлдашбаева (22 март 1947 йыл — 16 август 1996 йыл) — башҡорт шағиры. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Фәүзиә Шағәле ҡыҙы Латипова (11 март 1947 йыл) — журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы азаһы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).
Фәүзиә Ҡотлогилдина (7 ғинуар 1952 йыл) — Ғафури районының Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, бер нисә китап авторы. Алтынбикә исеме менән сығыш яһай.
Ҡаһарманова Фәүзиә Ҡаһарман ҡыҙы (14 декабрь 1914 йыл — 1993 йыл), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1933—1950 йылдарҙа Дүртөйлө МТС-ының ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Ленин (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1935) ордендары кавалеры. Республикала «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ булған иң беренсе ҡатын-ҡыҙ.
Байрамова Фәүзиә Әүхәҙи ҡыҙы (5 декабрь 1950 йыл) — татар халҡының күренекле сәйәсмәне, яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты (2006). Иттифаҡ партияһы башлығы (1991 йылдан), Төрки халыҡтар ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары (1991 йылдан), Милли Йыйылыш рәйесе (1994—1997), Татарстан Республикаһы Юғары Советы депутаты (1990—1995). Хажиә (1999).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |