Латипова Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы

Латипова Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы (11 март 1947 йыл) — журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы азаһы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы Латипова
Тыуған көнө:

11 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Абҙан районы[1] Ағурҙа ауылы

Гражданлығы:

СССР

Рәсәй флагы

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2002)

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы Латипова 1947 йылдың 11 мартында БАССР-ҙың Абҙан районы Ағурҙа ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) тыуған.

1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1971 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты нәшриәте, 1977 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре, 1993—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире.

Башҡортостандың билдәле шәхестәре тураһында «Изгелектәр генә эҙләйем» (2006), «Донъяны биҙәй улар» (2006) очерктар китаптары, социаль темаларға мәҡәләләр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһыгның Ейәнсура районы

Һылтанмалар

үҙгәртергә