Фәрзәнә
Фәрзәнә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәФәрзәнә фарсы теленән ингән ҡатын-ҡыҙ исеме. Мәғәнәһе уҡымышлы, аҡыллы, зирәк тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәАҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1 февраль 1960 йыл) — яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (20 апрель 1943 йыл) — йырсы, вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (2009). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призына республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).
Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14 октябрь 1945 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2021) һәм Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы (2014) лауреаты.
Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы (6 декабрь 1926 йыл) — педагог‑методист, мәктәп дәреслектәре авторы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
Ғиләжева Фәрзәнә Ғәйнетдин ҡыҙы (1940 йыл), хеҙмәт ветераны. 1970—1995 йылдарҙа Дүртөйлө районы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Фарзана Салик (бенг. ফরজানা সালিক), күберәк Шапла Салик булараҡ билдәле, (бенг. শাপলা সালিক) — Бөйөк Британия йырсыһы, сығышы менән Бангладештан, Лондонда йәшәй.
Фәрзәнә, Элахе (ингл. Farzana Dua Elahe) — Habit To Оthers псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы британ актрисаһы һәм музыкаль DJ. Саут-Ист Лондон ҡалаһында тыуған. BRIT School мәктәбендә белем ала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |