Фәйрүзә
Фәйрүзә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Фәйрүзә |
Этимологияһы
үҙгәртергәФәйрүзә исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә фарсы теле аша ингән, йәшел төҫтәге матур аҫыл таш исеменән алынған. Ҡыҙ баланың күҙгә ташланырлыҡ сибәр, аҫыл таштай күркәм булыуын теләп ҡушыла[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәАбдулова-Абайҙуллина Фәйрүзә Арыҫлан ҡыҙы (16 октябрь 1964 йыл) — Сәфәр төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Шәйҙуллина Фәйрүзә Динислам ҡыҙы (20 март 1951 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1975).
Юнысова Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы — Асҡын район гәзите мөхәррире, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).
Ғиниәтова Фәйрүзә Роберт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Үтәбаева Фәйрүзә Юныс ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы-2014» премияһы лауреаты.
Исхаҡова Фәйрүзә Муса ҡыҙы — Ярат ауыл Советы (Баймаҡ районы)нан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсә (1972 йыл)
Балк Файруза (ингл. Fairuza Balk, тыумыштан Файруза Алехандра Фелдтхаус; 21 май 1974 йыл, Калифорния, АҠШ) — америка актрисаһы. Файруза Балк ҡатнашҡан иң билдәле фильмдар — «Возвращение в страну Оз», «Вальмон», «Остров доктора Моро», «Колдовство» һәм «Американская история Икс».
Файруз (ғәр. فيروز фирүзә, ысын исеме Нухад Хаддад, (21 ноябрь 1935 йыл) — танылған ливан йырсыһы.
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәФәйрүзә — Рәлиф Кинйәбаевтың «Айғырыңды биреп тор!» спектаклендәге герой
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |