Франсуа Рабле
Франсуа Рабле (франц. François Rabelais; яҡынса 1494, Шинон — 1553 йыл, Париж) — француз яҙыусыһы, мөхәррир, табип, дин белгесе, монах, филолог, математик. Иң эре француз сатириктарының береһе[1], «Гаргантюа һәм Пантагрюэль» романы авторы.
Франсуа Рабле | |
франц. François Rabelais | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Автограф | |
Франсуа Рабле Викимилектә | |
Михаил Бахтин фекере буйынса хәҙерге Европа әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы авторҙарҙың береһе[2].
Биографияһы
үҙгәртергәРабле 1494 йылда Турень провинцияһының ҙур булмаған Шинон ҡалаһында тыуа, тикшеренеүселәр фекеренсә, унда атаһы адвокат булып эшләй[3]. Легенда буйынса ул ҡабаҡ хужаһы, аптекарь була[4]. Франсуа Рабленың тыуған урыны тип Сёйиҙа Девинье поместьеһы иҫәпләнә, хәҙер унда яҙыусының музейы урынлашҡан. Билдәле булыуынса, уның әсәһе ул бала сағында уҡ вафат булған. Ун йәшенән бер нисә йәшәү урынын алмаштыра, монастырҙарҙа йәшәй[4].
Бала сағында Рабле Фонтене-ле-Конт ҡалаһында француздар монастырына дин тотоусы итеп бирелә, унда егерме биш йәшендә сәс ҡырҡытырыу йолаһын ҡабул итә[4]. Унда ул боронғо грек һәм латин телдәрен, тәбиғи фәндәрҙе, филологияны һәм хоҡуҡты өйрәнә, замандаш-гуманистар, шул иҫәптән Гийом Бюде араһында үҙенең тикшеренеүҙәре менән танылыу һәм хөрмәткә лайыҡ була. Ордендың уның тикшеренеүҙәрен хупламауы арҡаһында Рабле Рим папаһы Климент VII Пуатулағы Мальезда Бенедиктин монастырына күсеүгә рөхсәт алыуға өлгәшә, унда ул үҙенә йылыраҡ мөнәсәбәт таба[5]. Был монастырь башлығы Жоффруа Д ' Эстиссактың уның яҙмышында ҡатнашыуы арҡаһында мөмкин була, ул Раблены үҙенең туғанының шәхси секретары итеп ала. Уның аша Ватиканға үтенес ҡағыҙы килә[4]. Бында тормош күпкә һәйбәтерәк була һәм Рабле элекке монастырь сикләүҙәренә дусар ителмәй[4].
Һуңыраҡ, моғайын, 1527 йылдар тирәһендә, Рабле Пуатье һәм Монпелье университеттарында медицинаға уҡыу өсөн монастырҙан китә[4]. 1530 йылдың 17 сентябрендә уны Монпелье университетында медицина факультеты тыңлаусыһы итеп тәғәйенләйҙәр, ә 1 ноябрҙә бакалавр дәрәжәһен ала[4]. Бөйөк сатирикҡа бағышланған мәҡәләһендә был осорҙағы уның эҙләнеүҙәрен Сент-Бев түбәндәгесә йомғаҡлай[6]: 1532 йылда ул Францияның мәҙәни үҙәктәренең береһе Лионға күсеп килә[4]. Унда табип практикаһын баҫмасы Себастьян Гриф өсөн латин хеҙмәттәрен мөхәррирләү менән бергә алып бара . Буш ваҡытын ул нығытылған тәртиптәрҙе тәнҡитләгән һәм шәхес азатлығын аңлауын белдергән юмористик памфлеттар яҙыуға һәм баҫтырып сығарыуға арнай.
1532 йылда Алькофрибас Назье псевдонимы аҫтында (франц. Alcofribas Nasier, үҙенең исеменән башҡа анаграмма) Рабле үҙенең беренсе — «Пантагрюэль» китабын баҫтырып сығара, ул һуңынан үлемһеҙ «Гаргантюа һәм Пантагрюэльдың»икенсе өлөшөнә әйләнә. 1534 йылда уның тарих башы — «Гаргантюа» эйәрә, унда алдағы китаптың протагонис атаһының тормошо тураһында бәйән ителә. Ике әҫәре лә үҙенең сатирик йөкмәткеһе өсөн Сорбонна дин белгестәре һәм католик клириктары тарафынан хөкөм ителә. 1546 йылда Рабленың ысын исеме аҫтында баҫылып сыҡҡан өсөнсө өлөшө лә тыйыла. Дүртенсе өлөшө 1548 йылда донъя күрә[4], ә дүрт йылдан һуң уның киңәйтелгән редакцияһы баҫылып сыға. Бишенсе өлөшө 1564 йылда Рабле үлгәндән һуң баҫылып сыға һәм уның авторлығын инҡар итеүсе нигеҙҙәр бар[7].
Абруйлы дю Белле ғаиләһе ярҙамында Рабле король Франциска I-нән баҫмаларҙы дауам итеү рөхсәте ала. Әммә монарх үлгәндән һуң яҙыусы ҡабаттан академик элитаның хупламауы менән осраша, ә француз парламенты уның дүртенсе китабын һатыуҙы туҡтата.
Рабле күпмелер ваҡыт — 1534 һәм 1539 йылдарҙа Монпельела медицина уҡыта. 1537 йылдың 22 майында унда медицина докторы исемен ала[8]. Ул йыш ҡына Римға дуҫы кардинал Жан дю Белле менән бергә сәйәхәт итә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт (Франциск I ҡурсалауы менән файҙаланғанда) Туринда уның ҡустыһы Гийомда йәшәй. Дю Белле ғаиләһе 1540 йылда уға ҡабаттан ярҙам итә — уның ике балаһын (Огюст Франсуа һәм Жюни) рәсмиләштерә.
1545—1547 йылдарҙа Рабле республика империя ирекле ҡалаһы Мецела йәшәй, унда Париж дин белгестәренең хөкөмөнән йәшеренеү урыны таба. 1547 йылда Сен-Кристоф-дю-Жамбела һәм Мёдонда ул викарий итеп тәғәйенләнә (был вазифанан 1553 йылда Парижда вафаты алдынан баш тарта)[4]. Парижда Изге Павел сиркәүенең XVIII быуатта төҙөлгән эпитафиялар йыйынтығында (Église Saint-Paul-Saint-Louis), Рабле 1553 йылдың 9 апрелендә етмеш йәшендә вафат булған һәм ошо сиркәү зыяратында ерләнгән, тип әйтелә[4].
Үҙ дәүеренең иң һоҡланғыс яҙыусыларының береһе, Рабле шуның менән бергә, уның иң тоғро һәм тере сағылышы булып тора; бөйөк сатириктар менән бер рәттән, ул философтар һәм уҡытыусылар араһында абруйлы урын биләй. Рабле — үҙ заманы кешеһе, симпатиялары һәм ғәҙәттәре, сәйер, берәҙәк тиерлек тормошо, мәғлүмәттәренең һәм шөғөлдәренең төрлөлөгө буйынса Яңырыу осоро кешеһе. Ул — гуманист, медик, юрист, филолог, археолог, натуралист, дин белгесе, һәм бөтә был өлкәләрҙә лә — «кеше аҡылы табынында иң ҡыйыу әңгәмәсе». Уның дәүеренең бөтә аҡыл, әхлаҡи һәм социаль сыуалышы уның ике бөйөк романында сағыла.
Рабле сатираһының ҡоралы — көлкө, ғәҙәттән тыш ҙур көлкө, үҙенең геройҙары кеүек үк йыш ҡына ҡурҡыныс көлөү. "Бөтә ерҙә ҡоторонған ҡот осҡос йәмәғәт сиренә ул ғәйәт ҙур көлөү дозаларын ҡуша".
XVI быуат француз яҙыусыһы Франсуа Рабленың сатирик романы ике кешелекле апара ҡорһаҡ бәһлеүән, атаһы һәм улы тураһында биш китапта. Роман бик күп кешенең етешһеҙлектәренән көлә, авторға замандаш дәүләт һәм сиркәүҙе лә аямай. Романда Рабле, бер яҡтан, сиркәүҙең күп һанлы дәғүәләренән, ә икенсе яҡтан монахтарҙың наҙанлығынан һәм ялҡаулығынан көлә. Реформация ваҡытында бик күп ризаһыҙлыҡ тыуҙырған католик руханиҙарының етешһеҙлектәрен айырып күрһәтә.
Йоғонтоһо
үҙгәртергәВиктор Гюгоның программалы «Предисловии к „Кромвелю”» (1827) китабында, «Гаргантюа һәм Пантагрюэль» авторы кешелектең бөйөк даһиҙарына индерелә һәм «Шаяртыусан Гомер» тип атала[9]. Бальзак өсөн Рабле — образдар һәм идеялар донъяһын барлыҡҡа килтереүсе, уҡытыусы һәм фекерҙәше, замандашы тиерлек. Мәҫәлән, уның «Кузен Понс» (1847) романында Рабле «хәҙерге замандың иң бөйөк аҡылы» тип атала, ә «Әҙәбиәт, театр һәм сәнғәт тураһында хаттарҙа» (1840) Сент-Бевтың Рабле «материалы һәм йөкмәткеһе буйынса тоноҡ, стиле буйынса ул таҙа һәм саф булһа ла» тигән фекеренә ҡаршы сыға. «Ҡасан да булһа ул Паблены ҡулында тотҡанмы? — тип ҡысҡыра Бальзак. Рабле бит үҙенең иҫ киткес китабында тупаҫ, ирҙәр стиле ярҙамында кешелектең иң юғары күренештәре тураһында асыҡтан-асыҡ, аяуһыҙ фекерҙәрен сағылдырған бит...»[10].
Проспер Мериме Шарль Нодье иҫтәлегенә арналған Француз Академияһына (1845) ингәндә үҙ телмәрендә, һуңғыһы Рабле романының стилен яҡшыраҡ үҙләштерергә теләп, өс тапҡыр үҙ ҡулы менән һүҙмә-һүҙ күсереп яҙҙы, тип раҫлай. Нодьеның үҙенең һүҙҙәре буйынса, ул Раблены «Эразм һәм Вольтерҙы иҫәпкә алмағанда, хәйер, улар ҙа уның кеүек тәрән һәм универсаль булмаған, яңы ваҡыттың иң универсаль һәм иң тәрән яҙыусыларының береһе» кеүек ҡылыҡһырлай[11][12].
Рабле А.Франстың иң яратҡан яҙыусыларҙың береһе була. Мәҫәлән, махсус очеркта (1889) һәм «Литературная жизнь» серияһынан бер нисә мәҡәләһендә ул үҙенең бөйөк сатирик менән һоҡланыуы тураһында бер нисә тапҡыр яҙа. Франс «Раблены өйрәнеү йәмғиәте» ағзаһы була һәм уның эшендә әүҙем ҡатнаша; бер нисә йыл дауамында ул Рабле тураһында ҙур китап өсөн материал йыя. 1909 йылда Франс Аргентинала Рабле ижадына арналған асыҡ лециялар курсын уҡый, уларҙа француз әҙәбиәтенең артабанғы үҫешенә уның йоғонтоһон айырып күрһәтә, мадам де Севинье, Мольер, Лафонтен, Фонтенель, Расин һәм башҡалар ижадында раблезиан традицияһын күрһәтә. Уның фекеренсә, «Рабле — бөйөк юморист. Аристофан, Мольер һәм Сервантестан башҡа, уға тиңдәр юҡ».
Баҫмалар
үҙгәртергә- Классик баҫма-Марти-Лаво, 1875 йылда «Oeuvres Complètes de Rabelais» исеме аҫтында сыға, иҫкәрмәләр һәм һүҙлектәр бар.
Рус теленә тәржемәләре
үҙгәртергә- Повесть славного Гаргантуаса, страшнейшего великана из всех, доныне находившихся в свете. — СПб., 1790 (беренсе рус тәржемәһе)
- Избранные места из «Гаргантюа» и «Пантагрюэлля» Рабле и «Опытов» Монтеня. / С. Смирнов тәржемәһе. — М., 1896.
- Гаргантюа и Пантагрюэль. / В.А.Пяст тәржемәһе. — М.-Л.: ЗИФ, 1929. — 536 с., 5 000 экз.
- Гаргантюа и Пантагрюэль. / Н.М.Любимов тәжемәһе. — М.: Гослитиздат, 1961. Баҫма цензура рәүешендәге күп һанлы ҡыҫҡартыуҙарҙан, шул иҫәптән алып ташланған бүлектәрҙән тора.
- Гаргантюа и Пантагрюэль. / Н.М.Любимов тәржемәһе. — М.: Художественная литература, 1973. — (Библиотека всемирной литературы). Тәржемә шул уҡ, әммә тулыһынса тиерлек тергеҙелгән текст менән.
Франсуа Рабле хөрмәтенә 1982 йылдың 14 октябрендә Ҡырым Астрофизика Обсерваторияһында Л. Г. Карачкина тарафынан асылған Рабле астероиды (инглиз) аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Франсуа Рабле // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ М. М. Бахтин. Творчество Франсуа Рабле и народная культура Средневековья и Ренессанса . — 1965. Архивированная копия . Дата обращения: 27 март 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
- ↑ Rabelais, François . The Columbia Encyclopedia, Sixth Edition. 2001–07.. Архивировано 4 апрель 2013 года.
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 Артамонов, 1964
- ↑ Febvre, Lucien. The Problem of Unbelief in the Sixteenth Century, the Religion of Rabelais. — Harvard College, 1982. — С. 264. — ISBN 0-674-70825-3.
- ↑ Сент-Бёв Ш. «Французские легенды. Рабле». Сочинение Эжена Ноэля // Литературные портреты. Критические очерки. — М: Художественная литература, 1970. — С. 296.
- ↑ История французской литературы, 1987
- ↑ Артамонов, 1964, с. 43
- ↑ Гюго В.Предисловие к Кромвелю.rulibs.com. Дата обращения: 2 августа 2018. Архивировано 2 августа 2018 года.
- ↑ Бальзак об искусстве 1941, С.129. — М: Искусство, 1941. — С. 129.
- ↑ Nodier Ch Oeuvres de Rabelais // Quotidienne. 1823. 7 août.
- ↑ О Шарле Нодье и его книжных пристрастиях // Читайте старые книги: Новеллы, Статьи, эссе о книге, книжниках, чтении. Кн.1 / Сост. и прим. В. А. Мильчиной. — М: Книга, 1989. — С. 22.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Андреев Л. Г., Козлова Н. П., Косиков Г. К. История французской литературы. — М. : Высшая школа, 1987. — 543 с.
- Артамонов С. Д. Франсуа Рабле. — М. : Художественная литература, 1964. — 152 с. — (Массовая историко-литературная библиотека).
- Бахтин М. М. Творчество Франсуа Рабле и народная культура средневековья и Ренессанса. — М. : Художественная литература, 1965. — 527 с.
- Евнина Е. М. Франсуа Рабле : 1494—1553. — М. : ГИХЛ, 1948. — 344 с.
- Франс, Анатоль. Собрание сочинений в 8 томах. Том 7. Восстание ангелов. Маленький Пьер. Жизнь в цвету. Новеллы. Рабле. — М. : Художественная литература, 1959.
- Мир Рабле : в 3 т. / Пер. Н. Любимова. — М. : 2003, Терра.
- Demerson G. François Rabelais. — P. : Fayard, 1991. — 350 p.
- Huchon M. Rabelais. — Paris : Gallimard, 2011. — 429 p. — (Biographies). — ISBN 978-2-07-073544-0.
- Zegura E. C. The Rabelais Encyclopedia. — Greenwood, 2004. — 320 p. — ISBN 978-0-313-31034-8.