Бенджамин Франклин

АҠШ-тың сәйәси эшмәкәре, дипломат, полимат, уйлап табыусы, яҙыусы, журналист, нәшриәтсе, масон
(Франклин Бенджамин битенән йүнәлтелде)

Бенджамин Франклин (ингл. Benjamin Franklin; 17 ғинуар 1706 йыл — 17 апрель 1790 йыл) — АҠШ-тың сәйәси эшмәкәре, дипломат, полимат, уйлап табыусы, яҙыусы, журналист, нәшриәтсе, масон[12]. АҠШ бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш лидерҙарының береһе.

Бенджамин Франклин
ингл. Benjamin Franklin
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Британская Америка[d]
Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай Америка Ҡушма Штаттары
Псевдоним Silence Dogood
Тыуған көнө 17 ғинуар 1706({{padleft:1706|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Бостон, Массачусетс-Бэй[d], Тринадцать колоний[d][4][5]
Вафат булған көнө 17 апрель 1790({{padleft:1790|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][1][3][…] (84 йәш)
Вафат булған урыны Филадельфия, Пенсильвания, Америка Ҡушма Штаттары[4][5]
Үлем сәбәбе плеврит[d]
Ерләнгән урыны Christ Church, Philadelphia[d]
Атаһы Джозайя Франклин[d]
Әсәһе Abiah Folger[d]
Бер туғандары Jane Franklin Mecom[d] һәм James Franklin[d]
Хәләл ефете Дебора Рид Франклин[d]
Балалары Уильям Франклин[d], Фрэнсис Фолджер Франклин[d] һәм Сара Франклин Бач[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө физика
Эш урыны Пенсильванский университет[d]
Биләгән вазифаһы посол США во Франции[d], посол США в Швеции[d], Генеральный почтмейстер США[d], спикер Палаты представителей Пенсильвании[d], President of the Supreme Executive Council of Pennsylvania[d], член Палаты представителей Пенсильвании[d] һәм Delegate to the United States Constitutional Convention[d][6]
Уҡыу йорто Домашнее обучение[d]
Бостонская латинская школа[d]
Социаль синыф ҡол биләүсе[d]
Гаплогруппа Y-ДНК Гаплогруппа V[d]
Спорт төрө шахмат
Ҡатнашыусы Конгресс в Олбани[d]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d], Америка фәлсәфә йәмғиәте[d], Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d], Француз фәндәр академияһы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Пенсильванское аболиционистское общество[d][7], Парижское сельскохозяйственное общество[d][8], Италия милли фәндәр академияһы[d][9], Турин фәндәр академияһы[d][5] һәм масонство[d][10]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображается на Benjamin Franklin[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Городской музей[d][11]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
National Governors Association biography URL nga.org/governor/benjami…
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Benjamin Franklin
 Бенджамин Франклин Викимилектә

Бенджамин Франклин — Америка Ҡушма Штаттарының бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ барлыҡҡа килеүе нигеҙендә ятҡан өс иң мөһим тарихи документын: АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһын, АҠШ Конституцияһын һәм 1783 йылда Төньяҡ Америкала ун өс британ колонияһының Бөйөк Британия үҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышын формаль рәүештә тамамлауҙы аңлатҡан Версаль тыныслыҡ килешеүен]] (Икенсе Париж тыныслыҡ килешеүе) ҡултамғаһы менән нығытҡан АҠШ-ты нигеҙләүсе бөйөк шәхестәрҙең береһе.

АҠШ-тың ҙур матбуғаты дизайнын эшләүселәрҙең береһе. Петербург фәндәр академияһының (1917 йылдан — Рәсәй фәндәр академияһы (Петербург фәндәр академияһы) ағзаһы, тәүге сит ил кешеһе американлы (02.11.1789) булған.

1914 йылдан бирле Бенджамин Франклин портреты АҠШ Федераль резерв системаһының йөҙ доллар купюраһында төшөрөлгән.

Киң таралған яңылыш фекергә ҡарамаҫтан, Франклин бер ҡасан да АҠШ президенты булмаған.

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Филадельфияла Бенджамин Франклин һәйкәле.
 
һаҡлана.

Бенджамин Франклин 1706 йылдың 17 ғинуарында Массачусетс-Бэй провинцияһындағы Бостондың Милк-Стрит (Milk Street) урамында һөнәрсе, һабын һәм шәм эшләү менән шөғөлләнгән Англия эмигранты Джосайи Франклин (Josiah Franklin, 1657—1745) ғаиләһендә, 17 бала араһында 15-се булып донъяға килгән. Үҙ аллы белем алған. Джосайя улының мәктәптә уҡыуын бик теләгән, ләкин уның аҡсаһы улына ике йыл белем алырға ғына еткән. Бенджамин 12 йәшенән ағаһының типографияһында оҫта ярҙамсыһы булып эшләй башлай, ә баҫма эше уның күп йылдарға һуҙылған төп һөнәренә әйләнә.

1727 йылда ул Филадельфияла үҙенең шәхси типографияһынна нигеҙ һалған. 1729 йылдан 1748 йылға тиклем "Пенсильвания гәзите"н, ә буйынса, 1732 йылдан 1758 йылға саҡлы — «Ярлы Ричард альманахы» тигән йыллыҡ баҫмаһын сығарған.

1728 йылда Бенджамин Франклин һөнәрселәрҙең һәм сауҙагәрҙәрҙәрҙең филадельфия бәхәс түңәрәге — "Күн алъяпҡыстар клубы"на («Джунто») нигеҙ һала, һуңынан, 1743 йылда, ул Америка философия йәмғиәтенә әүерелгән.

1731 йылда Америкала беренсе асыҡ китапханаға, 1751 йылда Пенсильвания университетының башы булған Филадельфия академияһына нигеҙ һалған. 1737 йылдан 1753 йылға саҡлы Пенсильвания почтмейстеры вазифаһын, буйынса 1753 йылдан 1774 йылға тиклем — шул уҡ вазифаны бөтә америка колониялары күләмендә башҡарған.

1776 йылда, был ил менән Англияға ҡаршы союз төҙөү, шулай уҡ бурысҡа аҡса алыу маҡсатында, Францияға илсе итеп ебәрелгән. Күп илдәрҙең академиялары, шул иҫәптән Рәсәй фәндәр академияһы (1789 йылда, Петербург фәндәр академияһының беренсе американ ағзаһы) ағзаһы итеп һайланған.

Франклин масон булған[13] һәм «Туғыҙ апалы-һеңлеле»[14] тип аталған бөйөк масон ложаһына ингән.

Бенджамин Франклин — АҠШ Конституцияһы (1787 йыл) авторҙарының береһе.

«Ваҡыт — аҡса» тигән афоризмдың авторы («Йәш сауҙагәргә кәңәштәр», 1748).

Ысынбарлыҡта XVIII быуаттың икенсе яртыһында һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында яңы америка милләтенең рухи лидеры булып тора.

Франклин 1790 йылдың 17 апрелендә вафат була. Сабыйҙарҙы ла индергәндә, халҡы 33 мең кеше тәшкил иткән Филадельфияла уны ерләргә 20 мең самаһы кеше йыйыла.

Уның ҡәбер ташындағы эпитафияға шулай тип яҙылған: «Ул күктән йәшенде, ә артабан рәхимһеҙҙәрҙән скипетрҙарын тартып алды»

Автобиографияһы

үҙгәртергә
 
1793 йылда инглиз телендә баҫылған "Автобиография"ның тәүге тышлығы.

Бенджамин Франклиндың Автобиографияһы тип ғәҙәттә уның 1771 йылдан 1790 йылға тиклемге осорҙа үҙ тормошо тураһында яҙылған тамамланмаған яҙмалары атала. Әммә Франклин был эште үҙенең мемуарҙары тип һанағандыр, моғайын. Документ авторҙың вафатынан һуң баҫылған[15].

Ҡараштары

үҙгәртергә

Бенджамин Франклиндың сәйәси ҡараштары нигеҙендә кешенең ғүмер, азатлыҡ, милеккә тәбиғи һәм айырып алғыһыҙ хоҡуҡтары концепцияһы ятҡан. Әйткәндәй, ваҡыт үтеү менән төньяҡ америка колонияларының сәйәси ҡоролошона Франклиндың ҡараштары үҙгәргән. 1765 йылға саҡлы ул ҙы Британия империяһының бер өлөшө тип ҡараған. Һуңғараҡ метрополияның король власы аҫтында бөтә колонияларҙың тулы хоҡуҡлы нигеҙҙә федераль ҡоролошо идеяһына килгән. Ахыр сиктә, Англия һәм уның колониялары араһындағы ҡапма ҡаршылыҡ сиселерлек булмау дәрәжәһенә еткәнлектән һәм Британия парламентына мөрәжәғәттәре уңышһыҙлыҡҡа осрағанлыҡтан һәм Лондон сәйәсәтенә петициялар ярҙамында ғына тәьҫир итеп булмаҫын аңлағанлыҡтан, Франклин колонияларҙың метрополиянан тулыһынса бүленеү мөмкинлеген һәм сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеүҙе яҡлап сыҡҡан[16]. Аҙағыраҡ ул башҡарма властың көсәйеүенә, атап әйткәндә, Джордж Вашингтондың арта барған сиктән тыш вәкәләттәренә, сикләнмәгән мөлкәт цензына ҡаршы сыҡҡан, дөйөм һайлау хоҡуҡтарын урынлаштырыу яҡлы, ҡол биләүселек дошманы булараҡ сығыш яһаған.

Фәлсәфәүи ҡараштары буйынса Бенджамин Франклин деизм яҡлы булған[17][18]. Аллаһы тәғәләнең әһәмиәтен бары тик донъя барлыҡҡа килтереүгә генә ҡайтарып ҡалдырған ортодоксаль сиркәү догмаларына «тәбиғи дин» идеяһыни ҡаршы ҡуйғандар. Хеҙмәт баһаһы теорияһының үҙенсә вариантын формалаштырған[17].

Франклин «Автобиография»һында яҙғанға ярашлы, зыянлы ғәҙәттәрҙе юҡҡа сығарып, 13 изгелек таһыллығы исемлегенән торған әхлаҡи камиллыҡҡа өлгәшеү планын енетекләп эшләгән һәм тормошҡа ашырырға тырышҡан[19].

Б. Франклинға яҙған хатында: «Һеҙ донъяның данлыҡлы ғалимы…» тип яҙған Максимилиан Робеспьер.

Дейл Карнеги: «Әгәр ҙә башҡа кешеләргә нисек өндәшергә, үҙең менән нисек идара итеү һәм шәхси сифаттарыңды камиллаштырыу буйынса бик шәп кәңәш алғығыҙ килһә, Бенджамин Франклиндың автобиографияһын — кеше ғүмере тураһындағы мауыҡтырғыс тарихты уҡығыҙ».

Бөтә донъя кәңәшмәһе ҡарары буйынса Бенджамин Франклин Кешелектең атаҡлы вәкилдәре исемлегендә индерелгән.

Ғилми һәм уйлап табыу эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • электрик зарядланған тороштоң дөйөм ҡулланышта йөрөтөлгән «+» һәм «−» билдәләмәләрен индергән;
  • атмосфералы һәм ышҡылыу ярҙамында алынған электричество араһында тигеҙлек барлығын билдәләгән һәм йәшендең электрик тәбиғәтен раҫлаған;
  • ер менән тоташтырылған осло металл предметтар зарядланған есемдәрҙән, уьарға ҡағылмаан хәлдә лә, уларҙың электр зарядтарын үҙҙәренә тартыу һәләтенә эйә тип раҫлаған һәм 1752 йылда йәшен ҡайтарғыс проектын тәҡдим иткән;
  • бифокаль күҙлек уйлап тапҡан (1784);
  • бәүелгес кресло конструкцияһын уйлап тапҡан һәм патент алған;
  • 1742 йылда Франклин мейесе тигән атама алған, өйҙө йылыта алырлыҡ, иҡтисади яҡтан эффектив бәләкәй габаритлы (йәки «пенсильван каминын») уйлап тапҡан, ә 1770 йылда принципиаль рәүештә камиллаштырған һәм, бар ватандаштары мәнфәғәтен хөрмәт иткәнлектән, махсус рәүештә патентлап та томаған;
  • электр двигателе илеяһын тәҡдим иткән һәм электростатик көстәр тәьҫире аҫтында әйләнгән «электр тәгәрмәсен» күрһәткән;
  • тәүгеләрҙән булып дары шартлатыу өсөн электр осҡонон файҙаланған;
  • үткәреүсе обкладкаларҙы бүлеүсе диэлектриктың әһәмиәтле роль уйнауын раҫлаған лейден банкыһының тәьҫир итеү принцибын аңлатҡан;
  • быяла гармониканы принципиаль рәүештә камиллаштырған, һәм был музыка ҡоралы өсөн Вольфганг Амадей Моцарт, Людвиг ван Бетховен, Гаэтано Доницетти, Рихард Штраус, Михаил Иванович Глинка һәм Пётр Ильич Чайковский көйҙәр яҙған;
  • үҙенең Ваҡыт менән идара итеү системаһын ентекләп эшләгән;
  • шторм елдәре (норд-ост) тураһында киң мәғлүмәт йыйған һәм уларҙың килеп сығышын аңлатҡан теория тәҡдим иткән;
  • Бенджамин Франклин ҡатнашлығында Гольфстрим ағымының тиҙлеген, киңлеген һәм тәрәнлегенүлсәү үткәрелгән, һәм Бенджамин Франклин исем биргән был ағым картала билдәләнгән (1770).

Гольфстримды өйрәнеүе

үҙгәртергә

Колонияларҙың почталары директоры булғанлыҡтан, ул инглиз порты Фалмуттан Нью-Йоркҡа оҙатылған почта пакетботтары, Лондондан Нью-Йорктан көнсығыштараҡ ятҡан Нью-портҡа ғәҙәти сауҙа суднолары менән ебәрелгәндәренә ҡарағанда, ике аҙнаға һуңыраҡ килгәненә иғтибар иткән. Һәм был күренешкә Гольфстрим ғәйепле икәнен аңлаған. Был ағым менән таныш булмаған инглиз моряктары был почта суднолары менән , ә сауҙа суднолары менән — Америка ярҙары буйында диңгеҙ промыслаларында йәштән ҡатнашҡан америка моряктары командалыҡ иткән. Франклиндың ныҡышмалығы арҡаһында моряктар үҙҙәренең күҙәтеүҙәрен карталарға теркәй барған, Гольфстримдың беренсе картаһы шуның һөҙөмтәһе булған[20].

Атмосфера электричествоһын өйрәнеү

үҙгәртергә

Франклинд йәшендең электрик тәбиғәтен асыҡлау буйынса тәжрибәһе киң билдәле. Ул 1750 йылда баҫылған хеҙмәтендә йәшен ваҡытында «һауа йыланы» осороп тәжрибә үткәреүҙе тәҡдим иткән. Был тәжрибә 1752 йылдың 10 майында француз ғалимы Томас-Франсуа Далибард (Thomas-François Dalibard) тарафынан үткәрелгән. Далибардтың тәжрибәһе тураһында белмәгән Франклин Филадельфияла һауа йыланы менән үҙенең тәжрибәһен үткәргән (15. 06. 1752). Франклиндың тәжрибәһе Джозеф Пристлиҙың 1767 йылғы «История и теперешнее состояние электричества» (ингл. History and Present Status of Electricity) хеҙмәтендә тасуирланған. Пристли, Франклин был тәжрибә ваҡытында, тоҡтың үлемесле хәүефле контуры килеп сығыуы менән бәйле, зыян күрмәһен өсөн, изоляцияланған (бындай тәжрибәләрҙе үткәргәндә ҡайһы бер тикшеренеүселәр: 1753 йылда атмосфера электричествоһын ергә тоташтырылмаған прибор менән тикшергәндә рәсәй ғалимы Георг Вильһельм Рихман һәләк булған. Франклин был хәүеф тураһында алдан белгәнлеген һәм йәшендең электрик тәбиғәтен күрһәтеүҙең альтернатив юлын — антеннаны ергә тоташтырыуҙы файҙаланғанын үҙенең яҙмаларында сағылдырған. Тәжрибәнең таралған фаразы буйынса, Франклин йәшендең һауаға күтәрелгән "йылан"ды һуҡҡанын (сөнки был үлемесле ҡурҡыныс булған) көтөп тормаҫҡа булған. Уның урынына ул "йылан"ды йәшен болото йүнәлешендә осороп ебәргән, һәм "йылан"дың электр зарядын йыйыуын аңлаған.

Франклиндың ҡайһы бер әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Автобиография»;
  • «Рассуждение о свободе и необходимости, наслаждении и страдании»;
  • «Опыты и наблюдения над электричеством»;
  • «Необходимые советы тем, кто хотел бы стать богатым»;
  • «Путь к изобилию»;
  • «Альманах простака Ричарда»;
  • «Свисток» (письмо — рассказ).

Скульптура

үҙгәртергә

Топонимдар

үҙгәртергә
  • 1935 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Франклин исемен Айҙың күренгән яғындағы кратерға биргән.

Филателияла

үҙгәртергә

</gallery>

  • Франклин шулай уҡ Бөйөк Британияның 1976 йылғы почта маркаһында һынландырылған.

Бонистика

үҙгәртергә

1914 йылдан башлап Бенджамин Франклиндың портретын АҠШ-тың барлыҡ 100 долларлыҡ купюраларында һынландырғандар.

Мәҙәниәттә Франклин образы

үҙгәртергә
  • Бенджамин Франклин бик эшһөйәр кеше булған. Ул тап билдәле фраза «Ялҡаулыҡ кешене үлтерә. Ялҡаулыҡ өмөт һүнеүгә һәм үлемгә килтерә».

Һынлы сәнғәттә

үҙгәртергә

Ентекләп әйткәндә:

  • «Леди Хау Бенджамин Франклинға мат ҡуя», Эдвард Харрисон Мэй картинаһы
  • «Джон Пол Джонс» (1959)
  • «Джон Адамс» (2008)
  • «Азатлыҡ улдары» (2015)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Бенджамин Франклин эффекты

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118534912 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  4. 4,0 4,1 Франклин Бенджамин // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. 5,0 5,1 5,2 https://www.accademiadellescienze.it/accademia/soci/benjamin-franklin (итал.)
  6. https://www.archives.gov/founding-docs/founding-fathers
  7. Джексон С. Memoir of Isaac Parrish, M.D., read to the College of Physicians of Philadelphia, February 2, 1853Филадельфия: J. B. Lippincott & Co., 1853.
  8. Bibliothèque nationale de France Record #119034658 // BnF catalogue général (фр.)Paris: BnF.
  9. Elenco cronologico Soci Stranieri (итал.)ANSXL.
  10. Benjamin Franklin (ингл.)
  11. Autobiography of Benjamin Franklin
  12. Benjamin Franklin, freemasonry.bcy.ca
  13. Ligou Daniel, ed. Dictionnaire franc de la-maçonnerie (Paris : Universitaires de France Presses, 1987)
  14. Louis Amiable, 1789 maçonnique loge avant d Une, des loge Sœurs Neuf la (Les Editions de France Maçonnique, 1989 Paris)
  15. Benjamin Franklin. The Autobiography of Benjamin Franklin / Charles William Eliot. — 1994-07-01.
  16. H. W. Brands. The First American: The Life and Times of Benjamin Franklin c 371 -372. — Knopf Doubleday Publishing Group, 2010-05-26. — 786 с. — ISBN 9780307754943.
  17. 17,0 17,1 «Франклин» — статья в Новой философской энциклопедии.
  18. Отцы-основатели США: символы веры | Washington ProFile — International News & Information Agency
  19. Автобиография Бенджамина Франклина (инг.) (рус.)
  20. Шокальский Ю. М. Океанография. — Л.: Гидрометеоиздат, 1959. — С. 540.
  • Абрамов Яков Васильевич. В. Франклин, его жизнь, общественная и научная деятельность: Биографический очерк. — СПб.: Типография товарищества "Общественная польза", 1891.
  • Аникин Андрей Владимирович. Глава седьмая. Франклин и политическая экономия за океаном // Юность науки: Жизнь и идеи мыслителей-экономистов до Маркса. — 2-е изд. — М.: Политиздат, 1975. — С. 135—148. — 384 с. — 50 000 экз.
  • Б. Франклин и Россия. Философский век, альманах № 32-33. СПб, 2006.
  • Бенджамин Франклин. Биография. — М.: «Манн, Иванов и Фербер», 2013. — С. 480. — ISBN 978-5-91657-672-6.
  • Владимиров В. Н. Франклин — 1934 год. — 224 с. (Жизнь замечательных людей)
  • Иванов Р. Ф. Франклин. — М.: Молодая гвардия, 1972. — (ЖЗЛ).
  • Сперанская Л. Н. Учение о стоимости Б. Франклина // Всемирная история экономической мысли: В 6 томах / Гл. ред. В. Н. Черковец. — М.: Мысль, 1987. — Т. I. От зарождения экономической мысли до первых теоретических систем политической жизни. — С. 439—441. — 606 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-244-00038-1.
  • Митчел Уилсон. Американские учёные и изобретатели / Пер. с англ. В. Рамзеса; под ред. Н. Тренёвой. — М.: Знание, 1975. — С. 11—18. — 136 с. — 100 000 экз.
  • Франклин, Вениамин // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Франклин Бенджамин // Ульяновск — Франкфорт. — М. : Советская энциклопедия, 1977. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 27).
  • Храмов Ю. А.: Физики|часть = Франклин Бенджамин (Вениамин) (Franklin Benjamin)|с =283|ссылка часть = 1365.

Һылтанмалар

үҙгәртергә