Фокина Людмила Ивановна
Фокина Людмила Ивановна (1931—2006) — фрезерлаусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Фокина Людмила Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 август 1931 |
Тыуған урыны | Азов районы, Ростов өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 30 ноябрь 2006 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Төньяҡ зыярат (Дондағы Ростов) |
Һөнәр төрө | фрезеровщик, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | XXIV съезд КПСС[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюдмила Ивановна Фокина 1931 йылдың 2 авгусында Задонский утарында (хәҙер — Азов районы Ростов өлкәһе) тыуған. Фабрика-завод уҡыу мәктәбен тамамлаған, унан һуң А.И.Микоян исемендәге Ростов дәүләт аяҡ-кейемдәре аяҡ кейемдәре фабрикаһында эшләй[1].
Ҡырҡ йыл самаһы фабрикала эшләй. Был ваҡыт эсендә Фокина бер нисә һөнәр, шул иҫәптән аяҡ-кейемдәрен фрезерлаусы булып та эшләй. Производство алдынғыһы була, смена нормаларын ике тапҡырға арттырып үтәй, социалистик ярыштар инициаторы була[1].
СССР Юғары Советы Президиумың 1971 йылдың 5 апрелендәге Указы менән «биш йыллыҡ план заданиеларын ваҡытынан алда үтәгәне һәм еңел сәнәғәт туҡымалары, трикотаж, аяҡ-кейемдәре, тегеү әйберҙәре һәм башҡа тауарҙар етештереүҙә ҙур ижади өлөш индергәне өсөн Людмила Ивановна Фокинаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, Ростов ҡала комитеты һәм өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана, КПСС -тың XXII һәм XXIV съездары делегаты, 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты. 1986 йылда Фокина пенсияға сыға.
2006 йылдың 30 ноябрендә вафат була [1], Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә[1].