Төньяҡ зыярат (Дондағы Ростов)

Дондағы Ростовта төньяҡ зыярат — Майҙаны буйнса Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге иң ҙур зыярат Европала иң ҙур зыяраттарҙың береһе.

Төньяҡ зыярат
Нигеҙләү датаһы 1972
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Число захоронений 500 000
Майҙан 400 гектар
Содержит крематорий[d] һәм колумбарий[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные на Северном кладбище (Ростов-на-Дону)[d]
Карта
 Төньяҡ зыярат Викимилектә

 
Зыяраттың бай кварталдарының береһендә — Бениамин Хачатрян (Бено Ростовский)

1972 йылда асыла. 400 гектар майҙанды биләй. Ҡәберлектәр һаны — 500 меңдән ашыу. 2009 йылға ҡарата 355 гектарҙа ерләүҙәр һаны 355034 тәшкил иткән. Зыяратта крематорий эшләй, әммә мәрхүмдәрҙең туғандары күпселек традицион ерләү йолаларына өҫтөнлөк бирә. Төньяҡ зыяратта шулай уҡ Изге Покров ҡорам-сиркәүе, колумбарий, административ ҡоролмалар, ҡәбер ҡоролмалары менән шөғөлләнгән фирмалар урынлашҡан.

Зыярат биләмәһендә автобустар йөрөй, хәрәкәт интервалы — 30 минут.

Зыярат даими ҙурая. Йәйге айҙарҙа ерләүҙәр һаны көнөнә 50 кешегә етте.

Көнсығыш яҡтан зыярат «Темерницкий» совхозыерҙәре менән сиктә. Төньяҡтан зыяратҡа «Суворов» торлаҡ биҫтәһе йәнәш тора. Зыяраттың көньяҡ-көнсығыш осонан 300 м алыҫлыҡта «Ашан» һәм «Леруа-Мерлен» магазиндары урынлашҡан. Зыяраттың көньяҡ-көнбайыш яғында йорт хайуандарын ерләү урыны булған, аҙаҡ, 2016 йылда һүтеп алынған[1].

Зыяраттың абруйлы кварталдарына инеү урыны даими видеокүҙәтеү һәм һаҡлау аҫтында тора, был ҡиммәтле ҡәбер таштарын һәм һәйкәлдәрҙе вандалдар емереүен булдырмаҫ өсөн эшләнә.

Зыярат хакимиәтенең компьютер мәғлүмәттәр базаһы 1974 йылдың декабренән башҡарылған ерләүҙәрҙе эҙләү мөмкинлегенә эйә.

Төньяҡ зыяратта Ростов яҙыусыһы Антон Вильгоцкийҙың «Пастырь мертвецов» романының бер эпизодынан ваҡиғалар һүрәтләнә[2]

Фотоһүрәттәр галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә