Флоренс Бейкер (ингл. Florence, Lady Baker), башҡа исемдәре Флорика Мария Сас, Барбара Сас, Мария Фрейн фон Засс, Барбара Мария Сас; 6 август 1841 йыл — 11 март 1916 йыл) — мадьяр сығышлы Британия тикшеренеүсеһе.

Флоренс Бейкер
ингл. Florence, Lady Baker
Исеме

Florence Barbara Maria von Sass

Тыуған көнө

6 август 1841({{padleft:1841|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Вафат булған көнө

11 март 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булған урыны

Ньютон-Эббот, Девон графлығы, Англия

Ил

 Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]

Тормош иптәше

Сэмюэл Бейкер

 Флоренс Бейкер Викимилектә

Трансильванияла (ул саҡта Венгрия короллеге) тыуып, ул 1849 йылдың 8-9 ғинуарында Надьела башлыса мадьярҙар булған 1000 самаһы тыныс кешенең ғүмерен ҡыйған Иоан Аксенте етәкселегендәге Север һәм Симион Продан етәкселегендәге румын мародёрҙары тарафынан ата-әсәһе һәм ағаһы үлтерелгәс, етем ҡала. Ул Венгрия армияһының ҡалдыҡтары менән Ғосман империяһына, Видинға ҡасҡан. 1859 йылда уны Сэмюэл Бейкер күреп ҡала һәм ҡотҡара. Бейкер герцог Атоллда уның Шотландияла һунарсылыҡ поместьеһында ҡунаҡта булғанда, ул махараджа Далип Сингх менән дуҫлашҡан, һәм 1858—1859 йылдарҙа улар бергәләп Үҙәк Европаға һәм Балҡанға Франкфурт, Берлин, Вена һәм Будапешт аша сәфәргә сыҡҡан. Сәйәхәттең һуңғы өлөшөндә Бейкер менән махараджа Будапештта ағас кәмә яллаған, һуңынан уны туңған Дунайға ырғытҡандар. Артабан улар Видинға юлын дауам итә, унда махараджа менән Бейкер Видиндың ҡолдар баҙарына юл ала. Унда Бейкер Видиндың Ғосман империяһы пашаһы өсөн тәғәйенләнгән Флоренс исемле ҡол ҡыҙға ғашиҡ булған. Паша рөхсәт итмәҫкә теләһә лә, Сэмюэл хәйлә менән ҡыҙҙы каретаға ултыртып ҡасҡан, ахыр сиктә ул уның һөйәркәһе һәм ҡатыны булып киткән. Хәбәр ителеүенсә, улар, моғайын, Бухареста өйләнешкәндер, әммә һуңыраҡ 1865 йылда Англияға ҡайтҡас тағы бер тантаналы туй уҙғарырған.

Улар бергәләп Нил йылғаһының инешен эҙләргә сыҡҡан һәм Альберт күлен асҡан. Улар Англияла Сэмюэль Бейкерҙың өйөнә ҡайтып өйләнешкән. Һуңыраҡ ул, ҡолдар менән сауҙа итеүҙе кәметергә маташып, ире менән Африкаға кире барған. Тормош иптәше менән Флоренс хаҡлы ялға сыҡҡан һәм Девонда вафат булған.


Йәш сағы

үҙгәртергә

Күп кенә сығанаҡтар раҫлауынса, Флоренс Барбара Мария фон Засс 1841 йылда Надьенда (бөгөн Аюд, Румыния) тыуған[1]. Бейкер ғаиләһендә тапшырылған тарихта уның Трансильванияла поместьелары булған фон Зас (фон Зас ғаиләһе тармағы) исемле мадьяр дворяндары ғаиләһенән булған секей офицерының ҡыҙы булыуы һәм ул йәш сағында, 1848 йылғы Венгрия революцияһы ваҡытында, «уның атаһы һәм ағалары уның күҙ алдында үлтерелгән»[2]. Үҫмер сағында ул мадьяр, немец, румын һәм төрөк телдәрендә һөйләшкән[3]. 1859 йылдың ғинуарында уны Видин ҡалаһына (Ғосман империяһының Дунай буйында нығытылған ҡалаһы — хәҙер Болгарияла) ҡоллоҡҡа һатҡанда уға 14 йәш булыуы мөмкин[1]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уға Видин пашаһының ҡоло булырға яҙғандар, әммә уны Сэмюэл Бейкер абайлап ҡалған[4]. Ул махараджа Далип Сингх менән һунарға барған. Сэмюэл Бейкер һаҡсылар һатып алған, һәм Флоренс уның менән ҡаса алған[5].

 
Флоренс һәм Сэмюэл Уайт Бейкер 1890 йылда сыҡҡан китаптағы һүрәттә[6]

Сэмюэл Бейкер уны үҙе менән Африкаға алған, унда Нил йылғаһының инешен эҙләү буйынса экспедицияға етәкселек иткән. Улар хәҙерге Көньяҡ Судан биләмәһендә Нил буйлап Гондокороға тиклем сәйәхәт иткән, унда Флоренс экспедицияны ҡотҡарған. Ире һәм хеҙмәтсе араһында бәхәс тыуған. Флоренс уларҙы тынысландырып, уртаҡ килешеүгә өлгәшкән[1]. Гондокоро фил һөйәге һәм ҡолдар өсөн база, шулай уҡ кәмәләр артабан бара алмаған һәм уларға Нилдың инешенә йәйәү барырға кәрәк булған урын булған. Унда үҙҙәренең тикшеренеүҙәре хаҡында һөйләгән Джон Хеннинг Спик менән Джеймс Огастес Грантты осратҡан. Улар Нилдың икенсе ҡушылдығын тикшерергә тәҡдим иткән. Спик һәм Грант һуңғараҡ үҙҙәренең сәйәхәттәре тураһында отчёт яҙғанда, уларҙың береһе лә Бейкер менән бергә Флоренс булғанлығын телгә алмай. Был, улар Сэмюэль Бейкер менән төҙөгән, килешеүгә тап килгән[7]..

Флоренс һәм Бейкер хәҙерге Уганданың биләмәһендә Мерчисон шарлауығын һәм Альберт күлен аса[7].

Англияға килеп төшкәс, улар Норфолкалағы Хеденхэм-холда йәшәй башлаған. Улар 1865 йылдың 4 ноябрендә Пикадиллилағы Изге Джеймс сиркәүе сиркәүендә өйләнешкән. Сэмюэл Бейкер рыцарҙарға бағышланғас, Флоренс леди Бейкер титулына эйә була. Уларҙың осрашыу тарихы сер итеп һаҡланырға тейеш ине, ләкин уның таралыуы королева Виктория тарафынан Бейкерҙы судтан сығарырға ҡарар итеүенә килтерә[8].

1869 йылда Мысырҙың вице-короле Исмаил паша Гондокороны юҡ итеү йәки ҡолдар менән һатыу итеүҙе кәметеү өсөн Сэмюэлды Африкаға кире килергә саҡыра. Сэмюэль Экваториаль Нилдың генерал-губернаторы итеп тәғәйенләнгән[9]. Саҡырыуҙы ҡабул иткәс, улар Африкаға кире килгәнн һәм унда еңергә маташҡан. Флоренс медик булып хеҙмәт иткән, һәм, Буньора янында еңелгәндә, ул унда винтовкалар һәм бренди, ике зонт һәм пистолет менән булған[1].

Артабанғы тормошо

үҙгәртергә
 
Флоренс, леди Бейкер. Яҡынса 1875 йыл

1873 йылда ул ире менән Англияла Девон графлығы Ньютон-Эбботта, үҙенең Сэндфорд Орли тигән йортонда йәшәй башлай. Генерал Чарльз Джордж Гордон 1883 йылдың февралендә килә һәм Самуэлгә Мысырҙағы мәхдиселәр ихтилалы ваҡытында ҡамауҙа ҡалған Хартумдан кешеләрҙе эвакуациялауҙа ярҙам итеүен һорай[5]. Бындай сәйәхәттә Флоренс кәрәк ине. Әммә Флоренс та, уның ире лә Африкаға башҡа бармаясаҡ. Сэр Сэмюэл Бейкер 1893 йылда үлә. Флоренс Бейкер Девонда 20 йылдан ашыуға һуңыраҡ — 1916 йылдың 11 мартында вафат булған, әммә улар бергә ерләнгән[1].

Бейкерҙар Северино Баральдиҙың «Сэмюэл Бейкер (1821—1893) һәм Альберт күлен асыу» картинаһында төшөрөлгән.

Делия Экли, Кристина Додвелл, Мэри Кингсли һәм Александра Тинне менән бергә Флоренс, Африканы өйрәнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар тураһында 1997 йылда китап сығарыу өсөн, һайланған биш шәхестең береһе була[10].

Уның сәйәхәте хаҡында мемориаль таҡтаташты 2019 йылдың 4 мартында, Нилдең инешен эҙләү сәфәренең 155 йыллығында, Венгрия милли йыйылышы спикеры Ласло Кёвер асҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Dorothy Middleton, 'Baker, Florence Barbara Maria, Lady Baker (1841—1916)', Oxford Dictionary of National Biography, Oxford University Press, 2004 accessed 5 Sept 2015 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  2. Morning Star: Florence Baker's diary of the expedition to put down the slave trade on the Nile, 1870–1873. — Kimber, 1972. — P. 22. — ISBN 9780718304324.
  3. Hall Richard. Lovers on the Nile. — Quartet Books, 1981. — ISBN 978-0-7043-3365-9. 2022 йыл 16 март архивланған.
  4. Science historian chronicles true story of Lady Florence Baker 2021 йыл 30 июнь архивланған., Penn State University, 3 February 2004, Retrieved 4 September 2015
  5. 5,0 5,1 Journey up the Nile to go from a slave girl to an English lady, TES, 30 October 2004, Retrieved 11 September 2015
  6. Stanley and the White Heroes in Africa (etc.) (H. B. Scammel, 1890)
  7. 7,0 7,1 Thomas Paul Ofcansky, 'Baker, Sir Samuel White (1821—1893)', Oxford Dictionary of National Biography, Oxford University Press, 2004; online edn, Jan 2008 accessed 4 Sept 2015
  8. What am I bid for this Lady?, The Telegraph (29 март 2004). 4 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  9. Sir Samuel White Baker 2018 йыл 23 июль архивланған., Newton Abbot museum, Retrieved 11 September 2015
  10. Margo McLoone, Women explorers in Africa: Christina Dodwell, Delia Akeley, Mary Kingsley, Florence von Sass-Baker, and Alexandrine Tinne (Capstone Press, 1997)

Һылтанмалар

үҙгәртергә