Фазлыев Хан Йәлил улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Фазлыев (Фазлаев) Хан Йәлил улы (1913 йыл — 7 апрель 1944 йыл)— Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы.Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943)[1]

Фазлыев Хан Йәлил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Йомағужа, Күгәрсен районы, СССР
Вафат булған көнө 7 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған урыны Чехословакия
Ерләнгән урыны Братислава
Һөнәр төрө взвод командиры
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Хан Йәлил улы Фазлыев (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Фазлаев) 1913 йылда Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуған. 1942 йылда Күгәрсен районы Йомағужа хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы взводының командир ярҙамсыһы, 1944 йылдан 10-сы гвардия кавалерия дивизияһының 40-сы гвардия кавалерия полкы 2-се эскадрон ҡылыссылар бүлеге командиры, 1945 йылдан 13-сө гвардия кавалерия составында хеҙмәт итә.
Чехословакияның Бродско ауылы өсөн яуҙа һәләк була һәм шунда ерләнә[2].Ул яңынан ерләнә.Кәүҙәһе Братислава ҡалаһының Хәрби-мемориаль комплексы «Славин»ға ҡуйыла[3]

Батырлығы үҙгәртергә

Һуғыш яланынан сафтан сыҡҡан пулемёттарҙы алып сыға, бының менән эскадрондың ҡоралын кәметмәй, һаҡлап алып ҡала. Был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[4].
1944 йылдың 27 октябрендә Дебрецен ҡалаһы өсөн барған һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә