Утлы Ер
Утлы Ер (исп. Tierra del Fuego [ˈtjera ðel ˈfweɣo]?) — Көньяҡ Американың иң көньяҡ өлөшөндәге архипелаг, уның составына яҡынса 40 мең утрау керә. Архипелагтың дөйөм майҙаны — 73 753 км² (шул иҫәптән архипелагтың иң ҙур утрауы Утлы Ер (Исла-Гранде) майҙаны — 47 992 км²).
Утлы Ер | |
---|---|
исп. Tierra del Fuego | |
Характеристикалар | |
Утрауҙар һаны | яҡынса 40 мең |
Иң эре уртау | Утлы Ер |
Майҙаны | 73 753 км² |
Иң бейек нөктәһе | 2488 м |
Халҡы | 251 000 чел. (2006) |
Халыҡ тығыҙлығы | 3,4 кеше/км² |
Урынлашыуы | |
54° ю. ш. 70° з. д.HGЯO | |
Йыуыусы акватория | Атлантик океан, Тымыҡ океан |
Утлы Ер Викимилектә |
Архипелаг утрауҙарының күп өлөшө Чилиныҡы һәм Магальянес өлкәһенә керә. Архипелагтың иң ҙур утрауы — Утлы Ер (Исла-Гранде) Чили һәм Аргентина араһында бүленгән. Аргентинаға шулай уҡ архипелагтың иң көнсығыш утрауы Эстадос ҡарай.
Географияһы
үҙгәртергәАрхипелагты Көньяҡ Америка менән Магеллан боғаҙы, ә Антарктида менән — Дрейк боғаҙы айыра. Архипелагтың иң ҙур утрауы шул уҡ исем менән атала — Утлы Ер (башҡа исеме Исла-Гранде).
Иң юғары нөктәһе — Дарвин тауы (2488 м), элек Шиптон тауы (2469 м) иҫәпләнгән.
Архипелаг утрауҙарҙың ярҙары, бигерәк тә көньяҡ-көнбайышта, ныҡ йырғыланған.
Архипелагтан көньяҡтараҡ Көньяҡ Американың иң көньяҡ нөктәһе Диего-Рамирес утрауҙары урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәТәү башлап асыусы Магеллан архипелагты Билдәһеҙ Көньяҡ ерҙең (Terra Australis Incognita) төньяҡ өлөшө тип иҫәпләгән. Архипелаг атамаһын уның йөҙөүенән һуң ала. Төбәк халҡы (индейҙар) төндә яр буйҙарында усаҡ яҡҡандар, шунлыҡтан Магеллан был уттарҙы вулкан сығышлы тип уйлаған, һәм асылған территорияны Утлы Ер тип атай.
XIX быуат аҙағында Джулиус Поппер Янар Ер архипелагын колонизациялауҙы башҡара.
Халҡы
үҙгәртергәУтлы Ер утрауында планетаның иң көньяҡ ҡалаһы — Ушуая (Аргентина), ә Наварино утрауында Ерҙең иң көньяҡ тораҡ пункты — Пуэрто-Торо (Чили) урынлашҡан. Халҡының күп өлөшө Утлы Ер утрауында йәшәй.
Утлы Ерҙең төп халҡы (шулай уҡ утлы ерлеләр йәки фуэгиндар булараҡ билдәле) араһында ямана айырым телендә һөйләшкән яган халҡы өҫтөнлөк итә. Утрауҙа шулай уҡ Көньяҡ Американың материк өлөшө халыҡтары ла йәшәй.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [ Огненная Земля (архипелаг)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Официальный сайт аргентинской провинции Tierra del Fuego 2010 йыл 5 апрель архивланған..