Магеллан боғаҙы
Магеллан боғаҙы (исп. Estrecho de Magallanes) — континенталь Көньяҡ Америка һәм Утлы Ер архипелагын айырыусы боғаҙ. Оҙонлоғо — 575 км, минималь киңлеге — 3,5 км, фарватерҙа иң бәләкәй тәрәнлеге — 20 м[1].
Магеллан боғаҙы | |
---|---|
исп. Estrecho de Magallanes | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Атлантик океан, Тымыҡ океан |
Ил | |
Бүлә | континенталь Көньяҡ Америка һәм Утлы Ер архипелагы |
Киңлеге | минималь 3,5 км |
Оҙонлоғо | 575 км |
Strait of Magellan Викимилектә |
Боғаҙ аша тәүге тапҡыр Фернан Магеллан 1520 йылда тәүге донъя тирәләй сәйәхәте барышында үтә һәм һуңыраҡ боғаҙға уның исеме бирелә. Оҙаҡ йылдар дауамында Утлы Ер архипелагы Билдәһеҙ Көньяҡ ерҙәрҙең бер өлөшө тип иҫәпләнгән.
География
үҙгәртергәМагеллан боғаҙының көнсығыш өлөшө Виржин морононан башлана һәм үҙ-ара уйпатлы һәм буш яр буйҙары менән тоташҡан өс киң бассейндарҙан тора. Дөйөм йүнәлеше — көнсығыштан көнбайышҡа табан (53-сө параллелгә яҡын). Негро морононан алып боғаҙҙың урта өлөшө башлана, уның урман менән ҡапланған ярҙары бейек һәм текә. Боғаҙҙың көнбайыш өлөшө Фроуард морононан башлана һәм тура һыҙыҡ буйлап тиерлек төньяҡ-көнбайышҡа табан йүнәлеп ҡитға һәм Кларенс, Санта-Инес һәм Дезоласьон утрауҙары араһынан үтә. Тауҙарҙан боғаҙға боҙлоҡтар төшә. Һауа дымлы һәм һалҡын. Тымыҡ океанға сыҡҡан урында Пиллар мороно һәм Нарборо утрауы урынлашҡан.
Төп порты — Пунта-Аренас (Чили).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Магелланов пролив. Военная энциклопедия. — 1911—1914 2013 йыл 14 октябрь архивланған.
- Магелланов пролив. БСЭ. — 1969—1978 2013 йыл 14 октябрь архивланған.
- The Straits of Magellan and Oceanographical Setting 2008 йыл 6 март архивланған. (инг.)
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |