Урта диңгеҙ Антантаһы
Урта диңгеҙ Антантаһы — Англия, Италия һәм Австро-Венгрия сәйәси берлеге, 1887 йылда был илдәр араһындағы йәшерен килешеүҙәр нигеҙендә барлыҡҡа килә.
Урта диңгеҙ Антантаһы | |
Ваҡиға ваҡыты | 1887 |
---|
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе килешеү Италия менән Англияның 1887 йылдың 12 февралендәге һәм Австро-Венгрия менән Англияныңшул уҡ йылдың 24 мартындағы ноталар алмашыуына нигеҙләнә. Ул Урта диңгеҙ, Ҡара диңгеҙ, Эгей һәм Адриатик диңгеҙ бассейндарында һәм Төньяҡ Африка яр буйҙарында статус-кво һаҡланыуын күҙҙә тота.
Икенсе килешеү Австро-Венгрия һәм Англия хөкүмәттәре араһында 1887 йылдың 12 декабрендәге һәм Англия менән Италия хөкүмәттәре араһында шул уҡ йылдың 16 декабрендәге ноталарға таяна. Был икенсе килешеүҙә хеҙмәттәшлек күпкә тәрәнәйә һәм Ҡара диңгеҙ боғаҙҙарында, Кесе Азияла, айырыуса Болгарияла шул мәлгә булған хәлде һаҡлап ҡалыу өсөн берлектәге сәйәси-дипломатик көрәште күҙҙә тота.
Ике килешеү ҙә Рәсәй менән Францияның хәл-торошон көсһөҙләндереү маҡсатын ҡуя һәм ғәмәлдә Англияның — Мысырҙа, Италияның — Триполитания һәм Киренаикала, Австро-Венгрияның Балҡандағы хакимлығын нығытыуға хеҙмәт итә. Урта диңгеҙ Антантаһы килешеүҙәренә Италия менән Испания араһындағы 1887 йыл 4 май килешеүе лә берегә, ул Италия менән Испанияның Төньяҡ Африкала Францияға ҡаршы берлектә эш итеүен күҙаллай.
Урта диңгеҙ Антантаһын ойоштороу Германия канцлеры Отто фон Бисмарк күҙәтеүе аҫтында үтә. Бисмарк Англияны Өс яҡлы берлеккә йәлеп итергә һәм, ошо рәүешле был берлекте нығытып, Италия менән Францияның үҙ-ара яҡынлашыуына юл ҡуймаҫҡа теләй. Әммә план тормошҡа ашмай. Урта диңгеҙ Антантаһы көсһөҙ булып сыға, уның һәр ҡатнашыусыһы үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта. Тиҙҙән берлек әһәмиәтен юғалта. 1895—1896 йылдарҙа уны тергеҙергә тырышыу барып сыҡмай.