Кесе Антанта
Кесе Антанта — Чехословакия, Румыния һәм Югославия альянсы, 1920—1921 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Берлек венгр ирредентизмын йүгәнләү, шулай уҡ Австрияла йә Венгрияла Габсбургтар монархияһын тергеҙеүгә юл ҡуймау маҡсаттарында ойоша.
Альянс Францияның хуплауын таба, ул Кесе Антанта илдәренең өсөһө менән дә хәрби килешеү төҙөй. Францияға Кесе Антанта, Германия менән ҡораллы бәрелеш була ҡалһа, икенсе фронтты асыу мөмкинлеген бирә.
Ваҡыттар үтеү менән альянстың маҡсаттары көнүҙәклеген юғалта бара. Ҡатнашыусы илдәр араһында тышҡы хәүеф сығанаҡтарына ҡағылышлы фекер айырымлыҡтары барлыҡҡа килә.
Чехословакия нацист Германияһының һөжүм итеүенән хәүефләнә һәм президент Эдвард Бенеш ҡулы аҫтында Советтар Союзы менән яҡынлашыуға бара. Румыния СССР-ҙы хәүеф сығанағы тип һанай. Премьер-министр Александр Авереску етәкселегендә Румыния үҙенең тышҡы сәйәсәтендә Италия менән Германияға йүнәлеш тота. Югославия үҙенең территориаль бөтөнлөгөнә фашистик Италия дәғүәләшер тип ҡурҡа һәм күп мәсьәләләр буйынса Германия яғында тороу сәйәсәтен һайлай. Югославия менән Румыния 1934 йылда Балҡан Антантаһы хәрби-сәйәси берлегенә инә. Кесе Антанта 1936 йылда тарҡала башлай һәм 1938 йылда, Мюнхен һүҙ ҡуйышыуы арҡаһында Чехословакияһыҙ ҡалғас, бөтөнләй тарҡала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Dowling, Maria, 2002. Czechoslovakia. New York, NY: Oxford University Press.
- Fink, Carole, Axel Frohn, and Jürgen Heideking, 2002. Genoa, Rapallo, and European Reconstruction in 1922. Cambridge, UK: Cambridge University Press.
- Gilbert, Felix and David Clay Large, 1991. The End of European Era, 1890 to Present. 4th edition worldwide. 1st edition in the Czech Republic. Prague: Mladá fronta.
- Glasgow, George, 1926. From Dawes to Locarno; Being a Critical Record of an Important Achievement in European Diplomacy, 1924—1925. Ayer Publishing.
- Gordon, Craig A. and Felix Gilbert (eds), 1994. The Diplomats, 1919—1939. Princeton, NJ: Princeton University Press.
- Nálevka, Vladimír, 2000. The World Politics in the Twentieth Century (I.) [Světová politika ve 20. století (I.)]. 1st edition. Prague: Aleš Skřivan.
- Osmanczyk, Edmund Jan, 2002. Encyclopedia of the United Nations and International Agreements. New York, NY: Routledge.
- Pact of the Organization of the Little Entente. In: Recueil des traites SDN, v. CXXXIX, p. 233. Available from https://web.archive.org/web/20071231163624/http://www.mfa.gov.yu/History/poa_e.html
- Protheroe, Gerald J., 2006. Searching for Security in a New Europe. New York, NY: Routledge.
- Ragsdale, Hugh, 2004. The Soviets, the Munich Crisis, and the Coming of World War II. Cambridge, UK: Cambridge University Press.
- Spielvogel, Jackson J., 2005. Western Civilization: Volume II: Since 1500. Thomson Wadsworth.
- Zeman, Zbyněk and Antonín Klimek, 1997. The Life of Edvard Benes 1884—1948: Czechoslovakia in Peace and War. Oxford, UK: Oxford University Press.