Урта Волга өлкәһе
Урта Волга өлкәһе — Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы биләмәһендәге, 1928 йылдың 14 майынан 1929 йылдың 20 октябренә тиклем йәшәгән административ берәмек. Административ үҙәге — Һамар ҡалаһы.
Урта Волга өлкәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 14 май 1928 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Административ үҙәк | Һамар |
Административ-территориаль берәмек | РСФСР |
Халыҡ һаны | 6 957 000 кеше (1929) |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Урта Волга крайы[d] |
Алыштырған | Ырымбур губернаһы һәм Һамар губернаһы |
Тамамланыу датаһы | 20 октябрь 1929 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 20 октябрь 1929 |
Майҙан |
240,3 км², 242 276 км² (1 ғинуар 1929)[1] |
Өлкә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының ҡарары менән 1928 йылдың 14 майында, бөтөрөлгән Һамар, Ырымбур, Ульяновск, Пенза губерналарын һәм Һарытау губернаһының бер өлөшөн берләштереү һөҙөмтәһендә ойошторола[2]. Административ үҙәге Һамар ҡалаһы була.
Тарихы
үҙгәртергәТәүҙә 1921 йылдың аҙағында Госплан эшләгән һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты комиссияһы асыҡлаған иҡтисади райондар селтәре буйынса, Урта Волга өлкәһе составына хәҙерге Мордовия, Татарстан, Сыуашстан, Пенза, Һамар, Ульяновск, Ырымбур һәм Һарытау өлкәләренең бер өлөшөн индереү планлаштырыла[3].
Әммә өлкәне ойоштороу процесы бер нисә йылға һуҙыла. СССР-ҙы булдырыу мөһим роль уйнай, шунлыҡтан үҙаллы федератив дәүләт субъекты түгел, ә союздаш республикаларҙың береһенең бер өлөшө генә булып ҡала. Территориаль ҡоролошҡа милли ҡараш шулай уҡ административ реформа барышын һуҙа, сөнки иҡтисади маҡсатҡа ярашлылыҡтан өҫтөн була.
Шулай, Татар республикаһынан башта өлкәгә инеүгә ризалыҡ алына, әммә шул уҡ ваҡытта уның үҙәге итеп Һамар түгел, ә Ҡазан ҡалаһы тәҡдим ителә. Ул саҡта административ үҙәк төбәктең ситендә була, был Госпландың районлаштырыу идеяһына ҡаршы килә. Шул саҡта Татария етәкселеге ҡабат үҙәге Ҡаҙанда булған «Волга буйы халыҡтарының берләштерелгән республикаһын» булдырыу идеяһын тәҡдим итә. Был тәҡдим, хәҙер инде күп йәһәттән Сыуашстандың позицияһы арҡаһында, шулай уҡ тормошҡа ашырылмай. Сыуашстан Башҡортостан өлгөһөндә Ульяновск баш ҡалаһы булған «Бөйөк Сыуашстан» төҙөргә тырыша. Сыуашстан составына шул иҫәптән Һамар губернаһының төньяҡ территорияһын (хәҙерге Кошки, Челно-Вершины һәм Шентала райондарын) индерергә тәҡдим ителә, унда сыуаш ауылдары урыҫ, татар һәм мордва ауылдары менән буталып урынлашҡан. Был идея ла ғәмәлләштерелмәй ҡала, ә артабан Сыуашстан Новгород крайы составына инә[4]
1929 йылдың 20 октябрендә өлкә Урта Волга крайы итеп үҙгәртелә.
Административ бүленеше
үҙгәртергәӨлкә 9 округҡа бүленә[5]: Боғорослан, Быҙаулыҡ (1929 йылдың 21 ғинуарында бөтөрөлгән), Кузнецк, Мордова, Ырымбур, Пенза, Һамар, Сызрань, Ульяновск.
Һәр округҡа 8-ҙән 23-кә тиклем район инә, ә һәр районда уртаса 30-ҙан ашыу ауыл Советы була.
Етәкселәре
үҙгәртергәУрта-Волга өлкә Советының Башҡарма комитеты рәйестәре:
- 8.1928 — 6.1929 — Нейбах Иван Иванович (1884—1937);
- 6.1929 — 13.8.1932 — Брыков Александр Петрович (1889—1937).
Урта-Волга ВКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары :
- 23.8.1928[6] — 9.10.1932[7] — Хатаевич Мендель Маркович (1893—1937).
Халҡы
үҙгәртергә1929 йылға төбәктең халҡы 6,957 миллион кеше тәшкил итә[8]. Ҡала халҡы 12,5 % тәшкил итә, РСФСР буйынса уртаса күрһәткес ошо уҡ осорҙа 17,4 % була[8].
Өлкәнең көнбайыш өлөшөндә аграр халыҡ артыҡлығы һәм өлкәлә сәнәғәттең насар үҫешкән булыуы менән бәйле, өлкәлә эшһеҙҙәр һаны күп була. 1928—1929 йылдарҙа эшһеҙҙәр һаны 28,2 мең кешегә тиклем етә (ялланып хеҙмәт итеүселәр һанының 17,2 % -ы)[9].
Географияһы
үҙгәртергәУрта-Волга өлкәһенең сиктәре башта уйланғандан бик алыҫ булып сыға. Унда Ырымбур, Пенза, Ульяновск губерналары, Һамар губернаһының күпселек өлөшө һәм Рязань һәм Түбәнге Новгород губерналарының ҙур булмаған өлөшө (мордва халҡы менән) инә.
Төбәктең дөйөм майҙаны 240,3 мең км² тәшкил итә[8].
Иҡтисады
үҙгәртергә1927—1928 йылдар өсөн мәғлүмәт буйынса төбәктең ауыл хужалығы продукцияһы эске тулайым продукттың 69,2 процентын тәшкил итә (РСФСР буйынса уртаса күрһәткес 53,6 % булғанда)[9]. 1928—1929 йылдар осоронда ауыл хужалығы продукцияһы өлөшө 72,5 %-ҡа тиклем арта[9].
Сәнәғәттең төп йүнәлештәре ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән бәйле була: он етештереү, шарап ҡыуыу, ағас эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте[10]. Төбәктең Рәсәй империяһы осоронда уҡ башланған илде индустриялаштырыуҙың дөйөм темпынан һиҙелерлек артта ҡалыуы күҙәтелә. Әгәр 1927—1928 йылдарҙа РСФСР буйынса йән башына уртаса 102,5 һум сәнәғәт продукцияһы тура килһә, Урта-Волга өлкәһе буйынса был күрһәткес 37,4 һум ғына тәшкил итә[11]. Шул уҡ ваҡытта төбәктә ауыл хужалығы ла артта ҡала, игенселектең экстенсив формаһы, уңыш түбән, малсылыҡ ҡәнәғәтләнерлек түгел. Йән башына ер менән тәьмин ителеш бер аҙ артығыраҡ булған хәлдә (РСФСР буйынса уртаса 0,91 гектар урынына 0,93 га), ауыл хужалығының килемлелеге бер кешегә 96 һум ғына тәшкил итә (РСФСР буйынса уртаса 141 һум)[12].
1926—1927 йылдар мәғлүмәттәре буйынса төбәктә 538 ценз[13] сәнәғәт предприятиелары иҫәпләнә, шуларҙың 463-ө эшләй. Двигатель ҡулайламаларының дөйөм ҡеүәте 56 меңләгән ат көсө тәшкил итә. Сәнәғәтте электрлаштырыу 12,7 %-ҡа тигеҙ була, РСФСР буйынса уртаса күрһәткес 42,3 % һәм СССР буйынса 44,1 % була[14].
Сәнәғәт өлкә биләмәһе буйынса тигеҙ бүленмәгән була. Элекке Һамар губернаһы биләмәһендә предприятиеларҙың 43,9%-ы , Ульяновск губернаһында — 27,1%-ы, Пенза губернаһында — 16,7%-ы, Ырымбур губернаһында — 11,7%-ы урынлашҡан. Өлкәлә булдырылған округтар буйынса предприятиеларҙың бүленеше: Һамар округы — 19,7 %, Ульяновск — 18,2 %, Сызрань — 16,7 %, Пенза — 14,2 %; Кузнецк — 12,2 %, Ырымбур — 8,9 %, Саранск — 4,6 %, Боғорослан — 5,5 % тәшкил итә и[15].
Тик Ырымбур округында ғына файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу бара, унда хромлы мәғдән һәм магнезит табыла, никель, марганец, баҡыр һәм күмер разведкалау алып барыла. Соль-Илецкта тоҙ алыу буйынса предприятие эшләй. Металл эшкәртеү сәнәғәте насар үҫешкән була, элекке губерна үҙәктәрендә генә осрай: Һамар заводы (станоктар эшләү), Пенза заводы (ауыл хужалығы машиналары), Ырымбур (ылауҙар төҙөү) һәм Һамар штамплау фабрикаһы[16]. Волга буйы ағас эшкәртеү производствоһы киң үҫешкән була.[17].
Аҙыҡ-түлек сәнәғәте он етештереү заводтарынан (башлыса Һамарҙа), май һығыу фабрикаларынан (Һамар, Ырымбур, Пенза, Саранск, Богатов) ғибәрәт. Ике сүпрә заводы (Һамар, Пенза) һәм биш һыра, шул иҫәптән ҙур Жигулевск заводы була [17].
Күн етештереү производствоһы башлыса Кузнецкта, Ырымбурҙа һәм Һамарҙа урынлашҡан. Туҡыу производствоһы үҫешкән була: Ульяновск округында 5, Сызрандә һәм Кузнецкиҙә 4-әр, Пенза һәм Саранск округтарында 1-әр тупаҫ буҫтау етештереү фабрикаһы, Мелекеста етен-иләү фабрикаһы эшләй. Ҡағыҙ сәнәғәте Сызрань (3 предприятие), Ульяновск (1), Саранск (1) округтарында урынлашҡан. Иң эре производство Пензала эшләй. Пенза округында (Түбәнге Ломов ауылы) һәм Һамарҙа шырпы етештерелә[17]. Быяла етештереү сәнәғәте Пенза округындағы предприятиенан, шәкәр-рафинад етештереү сәнәғәте Боғоросландағы предприятиенан ғибәрәт була[18].
Ауыр сәнәғәт предприятиелары өлөшө дөйөм етештерелгән продукцияның 15,5%-ын тәшкил итә. Еңел сәнәғәттә он етештереү алдынғы була, дөйөм етештерелгән продукцияның 53%-ын тәьмин итә, уның артынса тупаҫ буҫтау етештереү — 18,8 %[19].
Өлкә сәнәғәт сеймалы менән тигеҙ тәьмин ителмәгән. Ауыл хужалығы сеймалы, тармаҡ артта ҡалған булыуына ҡарамаҫтан, төбәк ихтыяжы өсөн тулыһынса етерлек булһа,[20] туҡыу производствоһы тулыһынса тиерлек ситтән индерелгән сеймалда эшләй [21]. Ағас эшкәртеү сәнәғәте урындағы сеймалды ла, шулай уҡ Волга үренән ағыҙып алып килтерелгән сеймалды ла ҡуллана. Төҙөлөш материалдары етештереү өсөн байтаҡ сеймал запастары булыуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттең был тармағы бөтөнләй тиерлек үҫешмәгән [22].
1927—1928 йылдарҙа төбәктә сәнәғәт күбеһенсә утын яғыулығы ҡуллана (88,6 %), был төбәктең төньяҡ-көнбайыш округында урмандың күп булыуы һәм Волга үренән ағасты ағыҙыуҙың осһоҙлоғо менән бәйле була[23]. Тағы ла энергияның 12%-ы торф яндырып алына [24]. Перспективала Волга-Дон каналы асылғандан һуң Донбастан күмер индереүҙе арттырыу һәм урындағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлау планлаштырыла.[25]. Иң ылыҡтырғыс яғыулыҡ төрө сифатында урындағы яныусан һәүерташты файҙаланыу ҡарала. [26].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хонин В. А. Промышленность Средне-Волжской области. — Самара: Государственное издательство. Средне-Волжское отделение, 1929. — 128 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Средне-Волжский край (экономический и социально-культурный обзор) (урыҫ) — 1930.
- ↑ С. А. Тархов «Первая советская реформа, укрупнение единиц административно-территориального деления в 1923—1929 гг.»
- ↑ Материалы по районированию и организации Средне-Волжской области. Выпуск 1-й, Самара, 1925.
- ↑ Состав и границы Средне-Волжской области // Вестник Среднего Поволжья. — 1925. — № 5.
- ↑ Краткая справка по истории административно-территориального деления Самарской губернии — области(недоступная ссылка)
- ↑ Постановление I пленума Средне-Волжского областного комитета ВКП(б)
- ↑ Постановление III пленума Средне-Волжского краевого комитета ВКП(б)
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Хонин, 1929, с. 14
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Хонин, 1929
- ↑ Хонин, 1929, с. 15
- ↑ Хонин, 1929, с. 16
- ↑ Хонин, 1929, с. 17
- ↑ Не менее 30 человек при отсутствии двигателя и 15 с наличием двигателя
- ↑ Хонин, 1929, с. 18
- ↑ Хонин, 1929, с. 19
- ↑ Хонин, 1929, с. 20
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Хонин, 1929, с. 21
- ↑ Хонин, 1929, с. 22
- ↑ Хонин, 1929, с. 23
- ↑ Хонин, 1929, с. 43
- ↑ Хонин, 1929, с. 24
- ↑ Хонин, 1929, с. 47
- ↑ Хонин, 1929, с. 49
- ↑ Хонин, 1929, с. 50
- ↑ Хонин, 1929, с. 51
- ↑ Хонин, 1929, с. 52—55