Өргөн (Учалы районы)

Учалы районындағы ауыл, Башҡортостан
(Ургуново битенән йүнәлтелде)

Өргөн, Мулдаш (рус. Ургуново) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Учалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 569 кеше[2]. Почта индексы — 453731, ОКАТО коды — 80253896003.

Ауыл
Өргөн
рус. Ургуново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Учалы

Координаталар

54°23′51″ с. ш. 59°23′25″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Мулдаш

Халҡы

569[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

?

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 896 003

ОКТМО коды

80 653 496 106

ГКГН номеры

0487352

Өргөн (Рәсәй)
Өргөн
Өргөн
Өргөн (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Өргөн

Географик урыны

үҙгәртергә

Район үҙәгенән төньяҡҡа табан 16 км һәм Учалы тимер юлы станцияһына 8 км алыҫлыҡта Өргөн күле буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 16 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Учалы): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 8 км[3][4]

Верхнеурал өйәҙе биләмәһендә Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1790 йылда Өргөн күле янында шул уҡ атамалы, Мулдаш булараҡ билдәле ауыл барлыҡҡа килә. Бында Әмин ауылы (хәҙер — Силәбе өлкәһе Уй районы) типтәрҙәре күсеп килә. Тәүге төпләнеүсеһе Көсөк Мулдашев (1756—1816), уның балалары Абдулвәли, Абдулғәлим, Абдулйәмил, Караматкәрим билдәле. Биш йылдан һуң ауылдағы 30 йортта 268 кеше иҫәпләнә. X рәүиз 122 йортта йәшәгән 824 кешене асыҡлай.

1920 йылда ауылда 1190 кеше иҫәпләнгән. Барлығы 230 йорт була[5]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

2010 йылдан алып ауыл хәҙерге исемен йөрөтә. Өргөн ауылында төп мәктәп (элекке мәсет бинаһы, таштан, XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1191
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 644
1959 йыл 15 ғинуар 647
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 581
2002 йыл 9 октябрь 613
2010 йыл 14 октябрь 569 279 290 49,0 51,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (97 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Яр урамы (рус. Береговая улица)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Тау тыҡрығы (рус. Горный переулок)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)
  • Күл урамы (рус. Озерная улица)
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный переулок)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[8]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Ҡаһиров Рамай Рәйес улы (Рамай Ҡаһир) (19.01.1962) — шағир, яҙыусы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013)
  • Хәйҙәров Мөхәммәт Аллаяр улы (7.03.1915— 17.07.1999) — башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты (1994)
  • Моратшин Риф Вәли улы (10.01.1943) — баянсы, композитор, БР халыҡ бейеүҙәре ансамбленең музыкаль етәксеһе (1970 йылдан). Күпселек бейеүҙәрҙе эшкәртеүсе һәм аранжировкалаусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре (1977).[9]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары
  • Өргөн күле
  • Усмантал мороно

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

үҙгәртергә
  • Өргөн күле — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Шифалы сапропель ләмгә бай.
  • Ауыл артында тәбиғәт ҡомартҡыһы Өргөн урманы урынлашҡан[10]

Архитектура ҡомартҡыһы

үҙгәртергә
  • Элекке мәсет бинаһы, таштан һалынған, XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы (Өргөн төп мәктәбе бинаһы)

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Өргөн (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Өргөн (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме
  9. Муратшин Риф Валеевич 2022 йыл 29 июнь архивланған.
  10. Ургун, Калкан и Ахун

Һылтанмалар

үҙгәртергә