Улус (олоҫ) — халыҡ һәм дәүләт төшөнсәһен билдәләүсе төрки һәм монгол йәмәғәт ойошмаһы термины; Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы һәм башҡа дәүләттәр составында административ‑территориаль берәмек.

Улус
Дәүләт  Рәсәй

Шулай уҡ урҙа, ғәскәр төшөнсәһен билдәләй, дәүләт йәки ил һүҙҙәренә тура килә. Сыңғыҙхан империяһында, тарихта Жуси (Алтын Урҙа) һәм Сығатай улустары мәшһүр булған. Был улустар хакимдары улусбәк йәки әмир тип аталған.

Алтын Урҙала улус бүленеше

үҙгәртергә

Алтын Урҙалағы улус бүленешен Батый хан (Бату) Үҙәк Европаға кампания тамамланғандан һуң индерә. Көнсығыш Европала 5 улус булдырыла. Улар араһындағы сиктәр ҙур йылғалар буйлап яһалған. Уларҙың территориялары күпселеге күсмә халыҡ булған дала өлкәләрен дә, һәм күпселеге ултыраҡ халыҡтарҙы ла үҙ эсенә алған (Русь, Иҙел Булғарияһы, мордва ерҙәре һәм урман зонаһының башҡа халыҡтары).

Улустарҙың административ үҙәктәре ғәҙәттә көньяҡта, далаларҙа, күсмә көтөүселәр ҡышлаған ҡалаларҙа урынлашҡан, һәм сиктәр аныҡ ҡына итеп йылға йырҙалары менән билдәләнгән. Улустарҙың сик йылғаларынан йыраҡтараҡ урынлашҡан төньяҡ территорияларының сик зоналары иһә аныҡ ҡына булмаған. Улустарҙың ярайһы автономиялы булыуы арҡаһында, уларҙың сиктәре Көнсығыш Европаның артабанғы сәйәси һәм этник тарихына йоғонто яһай. 5 билдәле көнбайыш улусы бар (шартлы исемдәр):

  • Дунай-Днестр улусы
  • Днестр-Днепр улусы
  • Днепр-Дон улусы
  • Дон-Волжск улусы
  • Иҙел-Яйыҡ улусы [1]

Бөйөк Монголия тарҡалғандан һуңғы улустар

үҙгәртергә

1266 йылда Урта Азияла Бөйөк Монголия тарҡалғандан һуң төрки-монгол[2] дәүләте - Сығатай (Жағатай) улусы барлыҡҡа килгән. Сығатай Сыңғыҙхандың улы була һәм ул идара иткән улус уның исеме менән йөрөтөлә. 1326 йылдан алып Сығатай улусында рәсми рәүештә ислам дәүләт дине итеп ҡабул ителә. XIII быуат аҙағында Улус ерҙәре хәҙерге Монголия һәм Ҡытай сигендәге Амударъянан Алтай тауҙарына тиклем майҙандарҙы биләй, был яҡынса Ҡара Ҡытай ханлығы биләмәләре хәтлек була. Ошо осорҙа улус ҙур уңыштар ҡаҙана[3].

Башҡорт иле Монгол империяһы осоронда

үҙгәртергә

1224 йылда Сыңғыҙ хан империяны үҙенең улдары араһында бүлгән һәм Джучи (Жуси) Улусы барлыҡҡа килгән. Джучиҙың улы Батуҙың (урыҫ йылъяҙмаларында - Батый) 1236—1242 йылдарҙа Көнбайышҡа һөжүменән һуң биләмәләре көнбайышҡа табан киңәйгән һәм Түбәнге Волга буйы улусының үҙәгенә әйләнгән.

Монгол яуы һөжүменә ҡаршы 14 йыл дауамында башҡорттар бер туҡтауһыҙ (1220 йылдан алып 1234 йылға тиклем) уларға ҡаршы һуғыша. Ҡаты алыштарҙа өҫтөнлөк алырға бирмәгән башҡорттар менән монголдар менән килешеү ҡабул итә[4]. Иң баш бирмәҫ халыҡтар тураһында бәйән иткәндә, «Монголдарҙың хикәйәте»ндә башҡорттар атап үтелгән[5].

Башҡорт иле шул осорҙа тап ошо — Евразиялағы урта быуат дәүләте Алтын Урҙа (Джучи Улусы, төркисә Ҙур Улус — «Бөйөк дәүләт»[6]) биләмәләренә ингән. [7]

Алтын Урҙа дәүләтенең Шәйбан улусына ҡараған башҡорттар, Монгол империяһы составында территориаль автономия булараҡ, XIII—XIV быуаттарҙа бейлеккә ярлыҡ алғандар[8].

Улустарға бүленеш яңы тарихта

үҙгәртергә

19201943 йылдарҙа Ҡалмыҡстанда улус һүҙе район бүленешенә ҡарата ҡулланыла. Бөгөнгө Рәсәйҙә Бурятияла ауылдар һәм Саха Республикаһы (Яҡутстан) ауыл хужалығы райондары улус тип атала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Энциклопедия истории Украины
  2. Каррыев А. История Туркменистана. — Туркменистан, 1966. — С. 69. — 534 с.
  3. See Barnes, Parekh and Hudson, p. 87; Barraclough, p. 127; Historical Maps on File, p. 2.27; and LACMA for differing versions of the boundaries of the khanate.
  4. Гумилёв Л. Н. «Древняя Русь и Великая степь». гл. 165. «То же на уровне массы»
  5. «Встречал сильное сопротивление со стороны тех народов и городов, завоевание которых ему (Субәҙәйгә) было поручено Чингисханом, а именно: Канлин (ҡаңлылар), Кибчаут (ҡыпсаҡтарт), Бачжиат (башҡорттар), Орусут (урыҫтар), Асут (асс-осетиндар), а также и городов за многоводными реками Адиль (Волга) и Чжаях (Яйыҡ

    История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем. — Т. II. — С. 175. — 400 с. — ISBN 978-5-91608-100-8.

  6. Золотая Орда 2011 йыл 23 октябрь архивланған.
  7. Улус//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 11 август архивланған.
  8. Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 1994

Һылтанмалар

үҙгәртергә