Удэгей легендаһы
Удэгей легендаһы (рус. «Удэгейская легенда») — Рәсәйҙең Диңгеҙ буйы крайының Красноармейск районы биләмәһендәге милли парк[1].
Удэгей легендаһы | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 103,744 меңга |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 9 июнь 2007 йыл |
Урынлашыуы | |
45°49′09″ с. ш. 135°24′42″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Диңгеҙ буйы крайы |
Яҡындағы ҡала | Дальнереченск |
ud-legend.ru | |
Удэгей легендаһы Викимилектә |
Ойоштороу тарихы
үҙгәртергәМилли паркты ойоштороу 1990-сы йылдарҙа планлаштырыла башлай, ул 2007 йылдың 9 июнендә[1] Сихотэ-Алинь тауҙарының көнбайыш макробитләүе тәбиғәтен һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү маҡсатында рәсми рәүештә булдырыла[1]. Уның дөйөм майҙаны, урман хужалығы мәғлүмәттәре буйынса, 103,744 мең гектар тәшкил итә. Паркта төрлө дәүерҙәге 28 археологик ҡомартҡы: таш быуат объекттары, урта быуат торама пункттары теркәлгән.
Атамаһы
үҙгәртергәБашта парк «Урта Уссурия» тип аталырға тейеш була, әммә Юлбарыҫ саҡырыуы милли паркы (ru:Зов тигра (национальный парк)) директоры кәңәше буйынса «Удэгей легендаһы» тигән үҙенсәлекле исем һайлана. Һуңынан ул килешмәүсәнлек барлыҡҡа килтерә: урындағы удэгей общиналары, парк уларҙың мәҙәниәтен һаҡлау маҡсатында булдырылған һәм тулыһынса уның ҡарамағында булырға тейеш, тип ҡарар итә. 2018 йылда ла низағ бөтмәй: төрлө кимәлдәге судтарҙа һәм башҡа инстанцияларҙа тикшереү дауам итә[2].
Географияһы
үҙгәртергәУдэгей легендаһы Сихотэ-Алинь көнбайыш һыртының тау алды өлөшөндә, ике төбәк үҙәге — Владивосток һәм Хабаровск араһында урынлашҡан[1]. Биләмәне теркәүҙә документтарҙағы хаталар, шулай уҡ төрлө ойошмалар менән суд тикшереүе арҡаһында, парктың аныҡ сиктәре әле булһа билдәләнмәгән.
Милли парк хакимиәте Рощино ауылында, Район үҙәге Новопокровканан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Флора и фаунаһы
үҙгәртергә30 һирәк осрай торған, һаҡлауға мохтаж көпшәле үҫемлек: Япон диоскореяһы, эвриала, бадан, женьшень, бүлбеле калипсо, микробиота, Фори рододендроны, осло ҡорос ағас һәм башҡалар, шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән лишайниктарҙың 12 төрө үҫә[4].
Һөтимәрҙәрҙән Амур юлбарыҫы, Гималай айыуы, ҡыҙыл бүре һаҡлана. Паркта Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән бөжәктәрҙең 28 төрө бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Удэгейская легенда // Активный отдых 2012 йыл 21 апрель архивланған..
- ↑ Постановление от 18 октября 2018 г. по делу № А51-32966/2014
- ↑ Животный мир . Удегейская Легенда. Дата обращения: 9 май 2022. Архивировано 28 апрель 2022 года.
- ↑ Удэгейская легенда // Национальный парк (недоступная ссылка — история)..