Рододéндрон[2] (лат. Rhododéndron) — арса сәскәлеләр ырыуындағы үҫемлек. Яртылаш япраҡ ҡойоусы һәм япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡтар һәм ағастырҙың һигеҙ йөҙгә яҡын төрөн берләштергән үҫемлектәр ырыуы.
Рододендрон ырыуына оранжереяла сәскә үҫтереүсләр араһында таралған азалия керә.
Рододендрондар, башлыса, төньяк ярымшарҙа уртаса климат бүлкәтендә таралған.
Үҫемлектең күпселеге Ҡытайҙа, Һималайҙарҙы, Японияла, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, шулай уҡ Төньяҡ Америкала таралған.
Көньяҡ ярымшарҙа — Яңы Гвинеяла һәм төньяҡ-көнсығыш Австралияла үҫә.
Төрҙәр араһында 30 м бейеклеккә үҫкәндәре лә, йәйелеп үҫкән ҡыуаҡтар ҙа осрай. Сәскәләре кескенә лә, 20 см диаметрлылары ла осрай.
Рододендрон ҡыуағы