Төп менюны асырға

Сеймал йәки сей материа́л — кеше йоғонтоһон аҙ кисергән һәм артабан эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән әҙерләмә. Беренсе сиратта сеймал табыу сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукты булып тора. Шулай уҡ ҡайһы бер сәнәғәт ҡалдыҡтары сеймал сығанағы булып тора һәм продукция сығарыу өсөн ҡулланыла (икенсел сеймал), шулай уҡ сәнәғәттә тәбиғигә алмаш яһалма сеймал (пластмасса, яһалма тире) етештерелә.

Сеймал
Ҡапма-ҡаршыһы промышленный продукт[d]
Commons-logo.svg Сеймал Викимилектә
Судноға тейәргә әҙерләнгән көкөрт
Резина ағасынан латекс сеймалы ағыҙып алыу.

Сеймалды кеше генә түгел, хайуандар ҙа ҡуллана (мәҫәлән, ҡоштар ояһын ҡороу өсөн сеймал итеп сыбыҡ-сабыҡ файҙалана).

Атап әйткәндә, сеймал иҫәбенә иген, ағасташ, файҙалы ҡаҙылмалар инә, улар файҙалы продукттар етештереү процесында ярымфабрикат сығарыу маҡсатына тотонола йәки инде әҙер продукция сығарыу өсөн тәғәйенләнә.

Продукция берәмегенә кәрәкле сеймал күләме — сеймал сығымы.

Йөкмәткеһе

Сеймал төрҙәреҮҙгәртергә

Сеймал төрҙәре - был бик шартлы төшөнсә. Төп ике төркөмгә бүлеү ҡабул ителгән: сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Сәнәғәт сеймалына файҙалы ҡаҙылмалар һәм энергия биреүсе материалдар инә. Ауыл хужалығы сеймалдары - иген, һөт продукттары, ит, көнкүрештә ҡулланылған төрлө үҫемлектәр. Сеймалды йәнә ике төркөмгә бүлергә мөмкин: беренсел (яңы сығарылған йәки йыйылған) һәм икенсел (етештереү ҡалдыҡтары йәки ҡушымталары) сеймал. Икенсел төркөм материалдар сәнәғәттә киң ҡулланып, сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә.

Килеп сығышы буйынса бөтә сеймал төрҙәрен 4 төркөмсәгә бүлергә мөмкин:

  • Үҫемлек сығышлы (иген, емеш-йәшелсә культуралары, үләндәр).Мәҫәлән, май алыу өсөн ҡулланылған үҫемлектәр - көнбағыш, зәйтүн
  • Хайуан сығышлы (һөт продукттары, хайуандар экскременты). Мәҫәлән, һөттән етештерелгән сыр, эремсек, май, ҡорот, ҡымыҙ һәм башҡалар; иттән - тултырма,колбаса һәм башҡалар; тиҙәктән ашлама итеп ҡулланылған тиреҫ, серетмә етештерелә.
  • Минераль сығышлы (тәбиғи газ, күмер, нефть), ҡиммәтле, ярымҡиммәтле һәм төҙөлөш таштары һәм башҡалар.
  • Биосфера (һауа һәм һыу) [1]

Ҡыҙыҡлы фактҮҙгәртергә

Башҡорт телендә был һүҙ уҙған быуатта байтаҡ ваҡыт тәржемәһеҙ, сырьё тип йөрөтөлә [2] [3] 90-сы йылдар уртаһында бер аҙ "симал" тип яҙыла, күрәһең, һүҙҙең ҡушма икәнлеген, "сей" һүҙенән килеп сыҡҡанын белмәгәндәрҙер.

Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Бакланов Г. И. и др. Статистика промышленности: Учебник — М.: Финансы и статистика, 1982. — 439 б.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Сырье - это основа производства [1]
  2. Русса-башҡортса һүҙлек.-Мәскәү, 1964. -985 бит.
  3. Башҡортса-русса һүҙлек. - Мәскәү, 1996. - 863 бит

ҺылтанмаларҮҙгәртергә