Төрөк-курд ҡаршылығы

(Төрөк-ҡурд ҡаршылығы битенән йүнәлтелде)

Төрөк-курд ҡаршылығы — Төркиә хөкүмәте менән Төркиә составында курд автономияһы булдырыу өсөн көрәшкән Курдистан Эшсе партияһы яугирҙәре араһындағы ҡораллы ҡаршы тороу, 1984 йылдан бирле бара.

Төркиә менән Курдистан эшсе партияһы араһындағы ҡаршылыҡ
Дата

1984 йылдан

Урыны

Көнсығыш Төркиә, Төньяҡ Ираҡ

Сәбәбе

Курдтарҙың мөстәҡил дәүләт булдырырға тырышыуы (1984—1993)
Курдтарҙың автономия алырға тырышыуы (1993—2011)

Нәтижә

Ҡаршылыҡ дауам итә

Ҡаршы тороусылар

Курдистан эшсе партияһы
ярҙамында:
Сүриә Сүриә
Греция Греция
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Кипр Республикаһы Кипр Республикаһы
Ираҡ Ираҡ
Иран Иран
Болгария Болгария
Германия Германия
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Төркиә Төркиә
ярҙамында:
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Бөйөк Британия Бөйөк Британия
Европа союзы Европа союзы
Организация Североатлантического договора НАТО

Командирҙар

Морат Ҡарайылан
Баһоз Әрдал
Мостафа Ҡарасу
Доран Ҡалҡан
Рыза Алтун
Ғали Хәйҙәр Ҡайтан
Зөбәйер Айдар
Иҫке командирҙар: Ғабдулла Өжалан
Шәмдин Саҡыҡ
Ғосман Өжалан
Кәмал Пир
Мәхсум Ҡорҡмаз
Низамәттин Таш
Мазлум Дуған
Ҡани Йылмаз
Хөсәйен Йылдырым
Хаки Ҡарер
Хәлил Атаж

Төркиә Рәжәп Таййип Әрдоған
Төркиә Бинали Йылдырым
Төркиә Һулуси Акар
Иҫке командирҙар: Төркиә Ғабдулла Гүл
Төркиә Әхмәт Нәждәт Сәзәр
Төркиә Сөләймән Дәмирәл
Төркиә Турғыт Өзал
Төркиә Кәнан Әврән
Төркиә Әхмәт Давутоғлу
Төркиә Бөләнт Әжәвит
Төркиә Мәсут Йылмаз
Төркиә Нәжмәттин Әрбакан
Төркиә Тансу Чилләр
Төркиә Ышыҡ Кошанер
Төркиә Илкәр Башбуғ
Төркиә Яшар Бөйөканыт
Төркиә Һилми Өзкөк
Төркиә Хөсәйен Ҡыурыкоғлу
Төркиә Исмәғил Һаҡҡы Ҡарадайы
Төркиә Доған Гүрәш
Төркиә Нәжип Торумтай
Төркиә Нәждәт Үруғ
Төркиә Ғосман Пакуҡоғлу

Дөйөм юғалтыуҙар
40000 самаһы үлтерелгән (1984—2011)
 Төрөк-курд ҡаршылығы Викимилектә

XXI быуат башына курдтар үҙ дәүләтселегенә эйә булмаған иң ҙур милләт булып ҡала. Төркиә менән Антанта араһындағы Севр солох договоры (1920) бойондороҡһоҙ Курдистан ойоштороуҙы күҙҙә тота. Ләкин договор үҙ көсөнә инмәй ҡала һәм Лозанна договорына (1923) ҡул ҡуйғанда юҡҡа сығарыла. 1920—1930-сы йылдарҙа курдтар бер нисә тапҡыр төрөк властарына ҡаршы баш күтәрә, ләкин уңышҡа өлгәшә алмай.

1961 йылда Ираҡта курд ихтилалы башлана, өҙөклөктәр менән бер нисә тиҫтә йыл дауам итә. Курд милләтселегенең көсәйеүе һөҙөмтәһендә 1978 йылда Курдистан Эшсе партияһы (КЭП) тип аталған хәрби-сәйәси ойошма барлыҡҡа килә. Көрәшенең башында (1984—1993) ул Төркиәлә курдтарҙың үҙ аллы дәүләтен булдырырға тырыша, ләкин 1993 йылда был ынтылышты Төркиә составында курд автономияһы барлыҡҡа килтереү маҡсатына алмаштыра. Был осорҙа курдтар ныҡлы ҡыҫым аҫтында йәшәй: курд телен файҙаланыу тыйыла, курд милләте танылмай (рәсми властар курдтарҙы «тау төрөктәре» тип атай).

1984 йылдың 15 августында КЭП Төркиәнең көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә партизандар һуғышын башлай. Партизандарҙы баҫтырыуға даими төрөк армияһы йәлеп ителә, был төбәктә ғәҙәттән тыш хәл индерелә. Төп курд базалары Ираҡтың төньяғында урынлаша. Ике ил хөкүмәттәренең килешеүе буйынса, төрөк именлек көстәренә партизан отрядтарын эҙәрлекләп Ираҡ территорияһына инеү хоҡуғы бирелә[1]. 1990-сы йылдарҙа Төркиә Ираҡта хәрби операциялар алып бара (1995 һәм 1997 йылдарҙа иң күләмлеләре була).

Америка һәм Израиль махсус хеҙмәттәренең Кенияла КЭП лидеры Абдулла Оджаланды ҡулға алыуы (1999 йылдың 15 феврале) Төркиәнең курд партияһына ҡаршы көрәшендә иң ҙур уңыш була. Үҙен тотоп алғандарынан аҙ ғына элгәрерәк (1998 йылдың 1 сентябрендә) Абдулла Оджалан КЭП-ты ваҡытлыса солох иғлан итергә саҡырған була, ә үҙе тотолғас, хәрби көстәрҙе Ираҡ төньяғына тартырға ҡуша. Ошо мәлдән КЭП-тың партизан һуғышы һүнеүгә китә. 2000-се йылдар башында Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында хәрби хәрәкәттәр ғәмәлдә туҡтала, әммә 20052006 йылдарҙа партизандар йәнә әүҙемләшә. Элеккесә, улар Ираҡтың төньяғындағы базаларҙан эш итә. 2008 йылдың февралендә төрөк армияһы һуңғы тиҫтә йылда был базаларға ҡаршы иң ҙур операцияны үткәрә.

2008 йылға хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар һаны яҡынса 40 мең тип баһалана[2].

2011 йылдың авгусында төрөк армияһы Курдистан территорияһына уңышһыҙ һауа рейдтары үткәрә.

2011 йылдың 13 сентябрендә Төркиәнең эске эштәр министры Наим Шаһин Ираҡ Курдистаны территорияһына төрөк ғәскәрен индереү ниәте тураһында белдерә.

2011 йылдың 10 октябрендә Ираҡ Курдистанындағы КЭП базаларының береһен һауанан бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә 14 ҡурд партизаны, улар араһында КЭП етәкселегенән дә бер нисә кеше һәләк була.

2011 йылдың 19 октябрендә Хаҡкәри провинцияһының Чукуржа районында ҡурд партизандары был төбәктәге 19 хәрби объектҡа һөжүм итә, был бәрелештә, Төркиә Генштабы башлығы белдереүенсә, төрөк армияһы 26 һалдатын юғалта[3]. КЭП-ҡа яҡын торған[4] Firat мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, төрөк яғында 87 һалдат һәләк була, 60-лабы яралана, курд яғынан 7 партизан үлтерелә[5].

2011 йылдың 2123 октябрендә курд партизандары төпләнгән тип иҫәпләнгән урындарҙы һауанан оҙайлы бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә Чукуржа районында 36 курд партизаны һәләк була. Курд яғы һәм иҫән ҡалған шаһиттар курд партизандарына ҡаршы химик ҡорал ҡулланылыуы тураһында белдерә[6][7]. Төрөк хәрби командованиеһы ғәйепләүҙе кире ҡаға. Бойондороҡһоҙ немец эксперттары тикшереү үткәрә[8].

2015 йылдың 25 июлендә Курдистан эшсе партияһы Төркиә менән артабан солох мөмкин булмауы тураһында белдерә. Был төрөк Хәрби һауа көстәренең Ираҡ территорияһында Ислам дәүләтенеке булған биләмәләрҙе лә, курдтарҙың позицияларын да бомбаға тотоуының һөҙөмтәһе була[9]. Ваҡытлыса солох 2013 йылдан террорсы Ислам дәүләтенә ҡаршы бергәләп эш итеү кәрәклеге арҡаһында урынлаштырылған була.

2015 йылдың 21 декабрендә Жизрә һәм Силопи ҡалаларында КЭП боевиктарына ҡаршы киң күләмле операция башлана. Унда төрөктәрҙән 10 мең полицейский һәм һалдат, танкылар ҡатнаша. КЭП баш күтәреүселәре Жизрә өйәҙенә инеү юлдарын бикләй, баррикадалар ҡора һәм йырындар ҡаҙа. Улар шулай уҡ торлаҡ йорттарға штурмды кире ҡағыу өсөн ут нөктәләре урынлаштыра. Жизрә тирәһендәге ҡалҡыулыҡтарға урынлашҡан танкылар КЭП позицияларын утҡа тота. 30 бронялы машинанан торған хәрби конвой бер районды штурмлай. 19 ғинуарҙа Силопи ҡалаһындағы террорсылыҡҡа ҡаршы операцияны тамамлау тураһында иғлан ителә. 2016 йылдың 1 февралендә БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса юғары комиссары Зәйд Раад әл Хөсәйен Жизрә ҡалаһында тыныс халыҡты танкыларҙан атыу тураһындағы хәбәрҙәр айҡанлы етди борсолоу белдерә. Был кешеләр аҡ флагтар тотоп һәләк булғандарҙың мәйеттәре һалынған машиналар менән үтә. Юғары комиссар Төркиә властарына ентекле тикшереү үткәрергә ҡуша. Жизрә өйәҙендәге операция 2016 йылдың 11 февралендә тамамлана.[10][11][12][13]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә