Эске ғәскәрҙәрҙең Төньяҡ Кавказ хәрби институты

‎Эске ғәскәрҙәрҙең Төньяҡ Кавказ хәрби институты — СССР Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәре (ВВ МВД СССР) һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәре (ВВ МВД РФ) өсөн офицерҙар үҙерләүсе юғары хәрби уҡыу йорто. 1938 йылдың 3 майында асылған.[1]

Эске ғәскәрҙәрҙең Төньяҡ Кавказ хәрби институты
Нигеҙләү датаһы 3 май 1938
Рәсем
Рәсми атамаһы Арджанікідзаўскае вышэйшае ваеннае каманднае вучылішча МУС СССР імя С. М. Кірава һәм Паўночна-Каўказскі ваенны інстытут унутраных войск
Атамаһы Орджоникидзевское высшее военное командное краснознаменное училище имени С. М. Кирова МВД СССР
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Владикавказ
Урын Владикавказ
Тамамланыу датаһы 9 июль 2011
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 9 июль 2011

Йыл һайын билдәләп үтелә торған көн — 2 май.

 
Эске ғәскәрҙәрҙең Төньяҡ Кавказ хәрби институты

1938 йылдың 3 майында СССР эске эштәр комиссарының 157-се номерлы бойороғо нигеҙендә К. Е. Ворошилов исемендәге Эске эштәр халыҡ комиссирариаты (НКВД) Яңы Петергоф сик буйы һәм эске ғәскәрҙәрҙең хәрби-сәйәси училищеһы урынына С. М. Киров исемендәге Орджоникидзе НКВД сик буе һәм эске ғәскәрҙәр хәрби училищеһын асты. 1938 йылдың 18 сентябрендә СССР НКВД, сик буйы һәм эске ғәскәрҙәр ихтыяжы өсөн беренсе офицерҙар сығарылды.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1942 йылдан 1943 йылға тиклем курсанттар һәм училище уҡытыусыларыы Төньяҡ Кавказ һәм Орджоникидзе ҡалаһы өсөн һуғышта катнашты. 1941 йылдан 1945 йылға тиклем училище училищены биш меңдән артыҡ офицер тамамлаған. 1951 йылдан Орджоникидзе хәрби училищеһында белем алу ике йыл булған, 1954 йылдан уҡытыу бер йылға оҙайтыла һәм өс йыл тәшкил итә. 1961 йылдан 1973 йылға тиклем Орджоникидзе хәрби училищеһы урта хәрби-юридик белемле офицер кадрҙарын әҙерләй.[1]

1968 йылдың 22 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән С. М. Киров исемендәге Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәр хәрби училищеһы Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. 1974 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Орджоникидзе хәрби училищеһы юғары хәрби училище квалификацияһын ала, училищелә уҡыу срогы дүрт йылға тиклем оҙайтыла, 1992 йылдан уҡыу срогы биш йыл була.[1]

1999 йылдың 2 июлендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте күрһәтмәһе һәм Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министры Орджоникидзе Ҡыҙыл Байраҡ хәрби училищеһы бойороғо нигеҙендә Эске эштәр министрлығының Ҡыҙыл Байраклы С. М. Киров исемендәге эске ғәскәрҙәрҙең Төньяҡ Кавказ хәрби институты итеп үҙгәртелә.

1988 йылдан хәрби институтның профессор-уҡытыусылар составы Сумгаит, Тбилиси, Фирғәнә, Сухуми, Ҡарабах һәм Баҡы милләт-ара конфликттар осоронда даими рәүештә махсус командировкаларҙа ҡатнашты, шулай уҡ Чечен Республикаһында хеҙмәт-хәрби бурысын үтәүҙә ҡатнашты.[1]

1938 йылдан 2011 йылға тиклем хәрби институтта 20 мең офицер кадрҙары әҙерләнде. Хәрби институтты тамамлаған 8 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды, шуларҙың береһе ике тапҡыр, 13 кеше Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды, йөҙгә яҡын тамамлаусы генрал дәрәжәһен алды. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 октябрендәге 1746-р номерлы бойороғона ярашлы Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Төньяҡ Кавказ хәрби институты бөтөрөлдө.[1][2]. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 6 октября 2011 года № 1746-р Северо-Кавказский военный институт внутренних войск Министерства внутренних дел Российской Федерации был ликвидирован[3]

Институт наградалары

үҙгәртергә

  22 февраль 1968 йыл

Билдәле тамамлаусылар

үҙгәртергә

Төп мәҡәлә:[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • МВД России : Энциклопедия / Гл. ред. В. Ф. Некрасов. - М. : Объед. ред. МВД России : ОЛМА-Пресс, 2002 г. — 623 с. — С.86 — ISBN 5-224-03722-0
  • Календарь памятных дат российской военной истории: Люди, события, факты / Рос. гос. воен. ист.-культ. центр при Правительстве Рос. Федерации (Росвоенцентр); Сост.: Алексеев Ю.А. и др. - 2. изд., испр. и доп. - СПб. : Logos, 2001 г. — 589 с. — С.543 — ISBN 5-87288-204-1