Тәүәкәс
Тәүәкәс (рус. Тавакачево) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 623 кеше[1]. Почта индексы — 453030, ОКАТО коды — 80203846001.
Ауыл | |
Тәүәкәс | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 95 % тәшкил итә[2]. 1906 йылда — 475 кеше; 1920—632; 1939—630; 1959—599; 1989—599; 2002—554; 2010—594 кеше йәшәгән[3].
Дөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
554 | 623 | +69 | +12,45 |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 3 км
Урамдары
үҙгәртергә- Инйәр урамы (рус. Инзерская (улица))
- Колхоз урамы (рус. Колхозная (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
- Күл урамы (рус. Озерная (улица))
- Төньяҡ тыҡрығы (рус. Северный (переулок))
- Совет урамы (рус. Советская (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
- Көньяҡ урам (рус. Южная (улица))[4]
Тарихы
үҙгәртергәИнйәр йылғаһы буйындағы Абҙан һәм Оҙондар ауылдары араһында башҡорт ауылы Тәүәкәс урынлашҡан.
Инйәр йылғаһы эргәһендәге Тәүәкәс ауылы XVIII быуат уртаһынан билдәле. Тәүге төпләнеүсе Тәүәкәс Иманов 1729—1816 йылдарҙа йәшәгән. Тәүәкәстең балаларын һәм ейәндәрен VII рәүиз күсерә. Өлкән улы — Бараҡ (1769—1845), уның балалары — Аҫылғужа, Көҙәбай, Мырҙабай. Ҡунаҡҡол һәм йорт старшинаһы Ҡолһары Тәүәкәсовтар — игеҙәктәр, 1773 йылда тыуғандар. Ҡолһарының улы Сәйфелмөлөк. Әбүбәкер Тәүәкәсов 1777—1847 йылдарҙа йәшәгән. Тәүге төпләнеүсенең иң кесе улы Яҡшембәт, 1782 йылда тыуған.
1813 йылда бында Ҡарлыман ауылынан Хәмит Мағазов ғаиләһе күсеп килә.
Ауылдың үҫешен түбәндәге мәғлүмәттәрҙән күрергә мөмкин: XVIII быуат аҙағында 17 йорт була, 1816 йылда — 22, 1859 йылда — 40, 1896 йылда — 78. 1795 йылда Тәүәкәстә 164 кеше, 1859 йылда — 225, 1896 йылда — 431 кеше йәшәгән.
Мәсет һәм мәктәп булған.
Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 152 кешенең (38 йорт) 255 аты, 130 һыйыры, 200 һарығы, 50 кәзәһе булған. Игенселек менән өлөшләтә шөғөлләнгәндәр. Шул уҡ 1834 йылда 64 бот ужым һәм 184 бот яҙғы иген сәселә; мөгәзәй төҙөгәндәр. Халыҡтың 150 умартаһы һәм 12 солоғо булған[5].
Шулай уҡ уҡығыҙ
үҙгәртергә- Буклет «Тәүәкәс ауылы ғорурлығы»[6]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Хөсәйенова Земфира Хәмзә ҡыҙы - З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра доценты, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы[7]
Һылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 116. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Буклет «Тәүәкәс ауылы ғорурлығы»
- ↑ https://nsportal.ru/user/395136/page/bashkortostanga-100-yyl
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |