Түңгәүер
Түңгәүер — башҡорт ҡәбиләһе.
тамғалары | |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
| |
Тел | |
Дин |
Тарих
үҙгәртергәТүңгәүерҙәр көньяҡ һәм төньяҡҡа бүленә. Көньяҡтағылар Һаҡмар буйында, Урал аръяғында далала йәшәһә, төньяҡтағылар Ағиҙел буйында урынлашҡан һәм тар ғына һыҙат булып шулай уҡ Урал арьяғына барып сыға.
ХVIII — ХIХ быуаттарҙағы документтарҙа түңгәүерҙәрҙе ялан-түңгәүерҙәр (көньяҡ) һәм урман-түңгәүерҙәргә (төньяҡ) бүлгәндәр. Уларҙың төп тамғаһы ярым айға оҡшаған. Түңгәүер этнонимы монголдар ырыуына барып тоташа. Был исемде Кунгратбейҙең улы Дингаур менән бәйләйҙәр. Күрәһең, Түңгәүер ҡәбиләһенең этник нигеҙе кунграттар менән бәйле булырға тейеш. Кунграттар иһә боронғо монгол нәҫеленә барып сыға. Ул үҙ заманында төркиләшкән һәм үзбәктәрҙең, башҡа төрки халыҡтарҙың этник составын формалаштырыуҙа ҡатнашҡан. Түңгәүерҙәр көнсығышта монгол ҡәбиләләренән иртә айырылған.
Түңгәүерҙәрҙең боронғо ҡомартҡылары уларҙың Уралға күсеп килгәнгә тиклем Һырдаръя буйҙарында йәшәүе хаҡында аныҡ күрһәтә.
Аҡһаҡалдарҙың раҫлауынса, Көньяҡ Уралға улар бүре артынан эйәреп килгән. Түңгәүерҙәр араһында ғына түгел, көньяҡта йәшәгән үҫәргәндәрҙә лә бүре хаҡында хикәйәт киң таралған. Йәнәһе, бик боронғо замандарҙа башҡорттарҙың ата-бабалары Һырдаръя буйында йәшәгән һәм һуңынан ул төбәкте ташлап китергә мәжбүр булған. Күсенгәндә улар сикһеҙ далаларҙа аҙашҡан. Шул мәлдә уларға бүре осраған. Ул кешеләрҙе үҙенә яҡын да ебәрмәгән, ташлап та китмәгән. Аҡһаҡалдарҙың әмере буйынса, халыҡ ошо бүре артынан төньяҡҡа табан юлын дауам иткән. Бик күп төн һәм көндәрҙән һуң улар Урал тауҙарына юлыҡҡан.
Халыҡ хәтерендә һаҡланыуынса, түңгәүерҙәрҙең ата-бабалары элек Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. С. Мирасовтың шәжәрәһе буйынса түңгәүерҙәр Ҡармасан һәм Сәрмәсән буйҙарында төпләнгән. Улар был тирәлә ХIII быуатҡа тиклем күсенеп йөрөгән. Нөгөш һәм Ағиҙел буйҙарында тау-урман араһына урынлашҡан. Түңгәүерҙәрҙең күпселеге Һаҡмарҙың үрге ағымында һәм Урал аръяғында мәңгелеккә тороп ҡалған. Уларҙың бер төркөмө Кәрәлек буйына күсеп ултырған.
Урал алды һәм Көньяҡ Уралда түңгәүерҙәрҙең йәшәү рәүешенә ҡыпсаҡтар ҙур йоғонто яһаған. Түңгәүерҙәрҙең күрше халыҡтар менән бәйләнеше ярайһы уҡ киң барған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йәнғужин Р. З. Түңгәүер // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сулейманов Ф. М. К истории изучения башкирского племени Тангаур // Проблемы этногенеза и этнической истории башкирского народа. Материалы Всероссийской научно-практической конференции, посвященной 70-летию С. Н. Шитовой. — Уфа: Гилем, 2006. — с.68-71.
- «Йәшлек» гәзитендә мәҡәлә 2016 йыл 4 март архивланған.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |