Колорадо ҡуңыҙы
Колорадо картуф ҡуңыҙы[1] (лат. Leptinotarsa decemlineata) — япраҡ ашаусы ҡуңыҙҙар(япраҡҡуңыҙҙары) ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Ҡуңыҙҙар һәм уның ҡурсаҡтары эт ҡарағаты һымаҡтарҙың япраҡтары менән туҡлана. Картуф, томат, физалис, баклажан, тилебәрән, һирәгерәк — тәмәке плантацияларын үҙ итеп, ауыл хужалығына зыян килтерә.
Колорадо картуф ҡуңыҙы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Таралышы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() Ҡуңыҙҙың барлыҡҡа килеү райондары Каруфтың барлыҡҡа килеү райондары Ҡуңыҙҙың хәҙерге ваҡыттағы таралышы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
ТаралышыҮҙгәртергә
Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала, Европала (Британия утрауҙары һәм Скандинавия ярымутрауынан башҡа) һәм Азияның көнбайыш өлөшөндә таралған. Башҡортостандың бар биләмәһендә таралған.
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Кәүҙәһе ҡабарынҡы, ата бөжәктең оҙонлоғо 7—10 мм, инә — 9—12. Төҫө ҡыҙғылт һары, һирәгерәк һары‑көрән. Башы һәм арҡаһының алғы өлөшө ҡара таплы. Ҡанаты йоҡа, алһыу, өҫкө ҡанаты асыҡ төҫтә, 10 буй һыҙатлы. Мыйығы 12 быуынтыҡлы. Йомортҡалары асыҡ йәки ҡыҙғылт һары, оҙонса овал формаһында, оҙонлоғо 0,8—1,4 мм, картуф япрағының аҫҡы яғына һала. Йәш балағорто һоро, өлкәне — ҡыҙғылт һары. Кәүҙәһе йәбешкәк, тығыҙ, өҫ яҡтан ҡабарынҡы, һирәк төклө, өлкән балағорттоң оҙонлоғо 16 мм тиклем. Уңай шарттарҙа 3—4 көн эсендә үҫә. Тупраҡта ҡурсаҡлана, ҡурсаҡ фазаһы 8—14 көн дауам итә. Йылына 1—2 быуын үҫә. Өлкән бөжәк тупраҡҡа тәрән күмелеп ҡышлай. Көндөҙ әүҙем.
Картуфтың һәм башҡа эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең япрағы һәм һабағы менән туҡлана, культуралы үҫемлектәр ҡоротҡосо.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 161. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Амирханов Д. В., Беньковская Г. В., Мигранов М. Г. Пиретроиды и ингибиторы синтеза хитина в борьбе с колорадским жуком. Уфа, 1991.
- Колорадский картофельный жук, Leptinotarsa decemlineata Say. Филогения, морфология, физиология, экология, адаптация, естественные враги. — М.: Наука, 1981. — 375 с.
- Колорадский жук и меры борьбы с ним. Сб. 1—2. — М., 1955—58.
- Яковлев Б. В. Колорадский картофельный жук. — Рига, 1960.
- Экология и физиология диапаузы колорадского жука. Сб.. — М., 1966.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Колорадский картофельный жук — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). Яковлев Б. В.
- Картофельный или колорадский жук // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Колорадский жук . Дата обращения: 29 март 2012. Архивировано 15 май 2012 года.
- Колорадский жук Leptinotarsa decemlineata (Chrysomelidae: Chrysomelinae) — атлас листоедов России . Дата обращения: 29 март 2012. Архивировано 15 май 2012 года.
- Украинский А. Колорадский жук на спичечных этикетках . Дата обращения: 29 март 2012. Архивировано 15 май 2012 года.
- «Вокруг света» № 9 (2816) | Сентябрь 2008 — Неистребимый 2021 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.