Тәкәләр[1][2] (шулай уҡ тәкә, ҡәбилә атамаһы боронғо замандан «тау кәзәһе» тотемынан килеп сыҡҡан, тәкә һүрәте — шулай уҡ тотем һәм тамға) — төркмән халҡы составындағы иң ҙур подразделениеларҙың береһе.

Тәкәләр
төркм. Teke
Туған тел Төркмән теле һәм фарсы теле
Дәүләт  Төркмәнстан
 Иран
Мәзһәб Хәнәфи мәҙһәб
 Тәкәләр Викимилектә
 
Тәкәләрҙең тирмә эсе. С. М. Прокудин-Горский фотоһы, ХХ быуат башы.

Төркмән ғалимы А.Бикморатов, тәкә ырыуы үҙ сығышын һуннуҙарҙың түкү ҡәбиләһенән алып бара; әйткәндәй, төркмән-тәкә һәм боронғо һуннуҙарҙың хәрби-административ ойошмаһы ла үҙ-ара оҡшаш.[3] "Төркмәндәрҙең шәжәрәһе"ндә тәкә ырыуы салыр төркмән ҡәбиләһенән Туй-Тотмаҫ тоҡомо булып тора, тип хәбәр ителә .

Тәкәләр урындағы үҙенсәлекле тоҡом — Аһалтәкә атын бик ҡәҙерләгән, үрсеткән. Башҡа күсмә төрки халыҡтарҙан айырмалы рәүештә, тәкәләр һарыҡ итенә өҫтөнлөк биреп, йылҡы итен ашамаған.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Текинцы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Текинцы // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  3. С.Атаныязов. Словарь туркменских этнонимов с. 112. Ашхабад: Ылым (1988). Дата обращения: 4 август 2021. Архивировано 14 июль 2020 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә