Тәбиғәт ҡомартҡыһы
(Тәбиғәт ҡомартҡылары битенән йүнәлтелде)
Тәбиғәт ҡомартҡылары — уникаль, тергеҙелә алмаҫ, экологик , фәнни, эстетик һәм мәҙәни йәһәттән айырым ҡиммәткә эйә тәбиғәт комплекстары, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма сығышлы объекттар[1][2][3].
Тәбиғәт ҡомартҡыһы | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ND |
---|---|
Тәбиғәт ҡомартҡыһы Викимилектә |
Объекттар
үҙгәртергәБылар иҫәбендә[4]:
- Яңғыҙ осраған тәбиғи объекттар (тарихи-мемориаль әһәмиәтле оҙаҡ йәшәгән ағастар, сәйер рәүешле үҫемлектәр, һирәк осраған экзоттар һәм реликт төрҙәр, вулкан, уба, боҙлоҡ, һарыҡташ, шарлауыҡ, гейзер, шишмә, инеш, ҡая, останец, карст, мәмерйә, грот һ. б.)
- Ҡоро ер һәм һыу майҙандары өлөштәре:
- матурлығы менән айырылып торған урындар;
- тәбиғәттең тейелмәгән эталон урындары;
- культуралы ландшафт өҫтөнлөк иткән урындар (боронғо парктар, аллеялар, каналдар, боронғо ҡаҙылма байлыҡ сығарған урындар);
- ҡиммәтле, реликт урмандар, аҙ һанлы, һирәк, юғалып барған хайуан һәм үҫемлек төрҙәре;
- характеристикалары буйынса айырыуса ҡиммәтле урман массивтары һәм участкалары (тоҡомло, үрсемле, генетик сифатлы, ултыртылыу төҙөлөшө ), шулай уҡ урман хужалығы һәм фән йәһәтенән ҙур ҡаҙаныш өлгөләре;
- гидрологик режимды һаҡлауҙа ҙур роль уйнаған объекттар;
- Рельефы уникаль рәүешле һәм шуның менән бәйле тәбиғәт ландшафттары (тауҙар, ҡаялар, тарлауыҡтар, каньон, мәмерйәләр, таулы боҙлоҡ цирктары һәм дюналар, бархан, гидролакколит һәм башҡалар);
- айырым ҡиммәткә эйә геологик яланғаслыҡтар;
- айырым ҡиммәткә эйә палеонтологик объекттар;
- һыу, һаҙ комплекстары,һыуһаҡлағыс, акватория, күл һәм быуа һәм башҡа һыу объекттары;
- тәбиғи гидроминераль комплекстар, термаль һәм минераль һыу сығанаҡтары, шифалы ләмдәр;
- яр буйы объекттары.
Башҡа төрҙәре
үҙгәртергәТәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ шарлауыҡ, метеорит кратеры, уникаль геологик яланғаслыҡ, мәмерйә йәки, мәҫәлән, һирәк ағас һаҡлана ала. Ҡайһы берҙә тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп ҙур майҙандар — урман, тау һырттары, яр буйҙары һәм үҙәндәр иғлан ителә. Бындай осраҡта уларҙы һаҡлана торған ландшафт тип атайҙар.
Тәбиғәт ҡомартҡылары ботаник, геологик, гидрологик, гидрогеологик, зоологик һәм комплекслы төрҙәргә бүленә.
Тәбиғәт ҡомартҡыларының күп өлөшө тыйыулыҡ, ә үтә ҡиммәтле тәбиғәт объекттары ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ По определению ФЗ «Об особо охраняемых природных территориях» от 15 февраля 1995 г.
- ↑ Сухарев А. Я., Волосов М. Е., Дадонов В.Н. и др. Памятники природы // Большой юридический словарь / Под ред. Сухарева А.Я.. — 3-е изд., доп. и перераб.. — М.: Инфра-М., 2007. — 858 с. — ISBN 978-5-16-002606-0.
- ↑ Environmental Terminology Discovery Service — EEA . glossary.eea.europa.eu. Дата обращения: 22 июнь 2006. Архивировано из оригинала 18 июль 2006 года.
- ↑ Памятники природы России 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Золотарева Н. В., Подгаевская Е. Н. Памятник природы «Елизаветинские горные степи» — итоги 45 лет исследований (Свердловская область) // Известия Саратовского университета. Новая серия. Сер. Химия. Биология. Экология. 2015. Т. 15, вып. 1. C. 87-92.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятники природы России 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.
- Перечень памятников природы федерального значения.doc 2009 йыл 6 февраль архивланған.
- Гидрологические памятники природы 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.