Шифалы ләмдәр

Шифалы ләмдәр (пелоидтар) — һыу төптәрендә, торф ятҡылыҡтарында, һаҙлыҡтарҙа, батҡаҡ вулкандарында һәм тәбиғәттә хасил булған хәҙерге йәки геологик йәһәттән йәш башҡа төрлө шундай ултырмалар. Улар һыуҙан, минераль һәм, ҡағиҙә булараҡ, органик матдәләрҙән тора. Улар берәгәй төҙөлөшлө һәм ваҡ дисперсиялы,күпселек осраҡта, майланып торған консистенциялы (һығылмалы масса), шуға ла уларҙы дауалау маҡсаттарында файҙаланалар. Ләмле ванналар һәм тәндең тәрлө ағзаларына аппликация рәүешле ҡулланыла[1].

Шифалы ләмдәр
Башҡортостан. Көйөргәҙе районы. Шифалы ләм менән дауаланырға килеүселәр күп.

ТарихынанҮҙгәртергә

Врач-бальнеолог Александр Александрович Лозинский Рәсәйҙә тәүге булып Бальнеотерапияла минераль һыуҙар һәм шифалы ләм менән дауалау ысулдарын ҡуллана башлаған [2].

Физик үҙенсәлектәре буйынса шифалы ләмдәргә парафиндың, озокериттың пелоид кеүек үҙсәнлектәре яҡын, шундай уҡ методика буйынса ҡулланыла.


ТипологияһыҮҙгәртергә

 
Ессентукиҙағы Н. А. Семашко ис. шифахана

В. В. Иванов һәм А. М. Малахов классификацияһы буйынса төп генетик (сығышы буйынса) шифалы ләм булған урындар төркөмдәре (1963)[3]:

  • Торфлыҡтар;
  • Сапропелле урындар;
  • Сульфиднлы ләмдәр;
    • Материк сығышлы;
    • Диңгеҙ буйҙары;
    • Диңгеҙҙәге;
    • Күл-шишмә буйҙары.
  • Сөсө һыулы урындарҙағы балсыҡлы ләмдәр;
  • Сусаҡлыҡтар;
  • Гидротермаль сығанаҡтар.


Шифалы ләм менән дауаланыу (пелоид терапия)Үҙгәртергә

Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары; ревматизм; төрлө полиартриттар; быуындар имгәнгәндән һуң; [[остеомиелит]; ҡатын-ҡыҙ һәм ир-аттың бәүел-енес системаһы сирҙәре, түлһеҙлек; спастик эс ҡатыу; хроник гепатохолецистит; спайкалар. Шулай уҡ радикулит, плексит, пиритиамин, неврит; балалар полиомиелиты эҙемтәләре.

Хирургияла, оториноларингологияла, тиреһ һәм күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ҙур уңышҡа өлгәшеүҙәре билдәле.

Ҡулланырға ярамаған осраҡтарҮҙгәртергә

Ҡан килеп тороу; төрлө ағзаларҙағы әүҙем туберкулез; шештәр; юғары температура; йөклөлөк осоронда; өҙлөгөү һәм организмдың хәлһеҙләнеүе; йөрәк ауырыуҙары, атеросклероз һәм башҡалар[4].

Башҡортостанда шифалы ләм менән дауалауҮҙгәртергә

Республикала шифалы ләм булған урындар күп. Борондан уларҙың шифаһы хаҡында белеп, хатта сит тарафтарҙан да килеп, үҙ белдегенә дауаланыусылар бар.

Республиканың бер нисә районында шифалы ләм менән дауалаған шифаханалар асылған.

Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Пелоиды по определению Центра восстановительной медицины и курортологии Минздрава России
  2. П. Е. Заблудовский Лозинский Александр Александрович / под редакцией Петровского Б.В. — Большая медицинская энциклопедия. Т. 13.
  3. Лечебные грязи Крыма.. kurorty.crimea.ua. 16 сентябрь 2018 тикшерелгән.
  4. Лечебные грязи (ru-RU). Открой свой мир. 11 ноябрь 2015 тикшерелгән.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

Ҡалып:Нетрадиционная медицина