Түбәнге Кама милли паркы

«Түбәнге Кама» милли паркы"' — Рәсәй субъекты Татарстан Республикаһы территорияһында урынлашҡан милли парк. 1991 йылдың 20 апрелендә нигеҙләнгән.

Түбәнге Кама милли паркы
Нигеҙләү датаһы 20 апрель 1991
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d][1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Туҡай районы һәм Алабуға районы
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кама
Әһәмиәтле урын Алабуға
Майҙан 265,87 км²
Рәсми сайт nkama-park.ru
Карта
 Түбәнге Кама милли паркы Викимилектә

Кесе Ҡарағай урманы

Географияһы

үҙгәртергә

Милли парк Татарстан, төньяҡ-көнсығышында, Кама һәм уның ҡушылдыҡтары (Туйма, Криуша, Танайка, Шильна) буйында урынлашҡан. Административ йәһәттән парк ерҙәре Татарстандың Алабуға һәм Саллы райондарына ҡарай.

 
Парк биләмәһендә нефть һурҙырғыс, Поспелово ауылы яны

Йәнлектәр донъяһы

үҙгәртергә

Милли паркта имеҙеүселәрҙең 41 төрө: (мышы, ҡоралай, ҡабан, һеләүһен, бурһыҡ, урман һыуһары, тейен, йәтсә, ҡондоҙ, ондатра, ҡама, янут һымаҡ эт, һ.б.), ҡоштарҙың 180 төрө (ҡара төйлөгән, көртлөк ҡарсыға, ҡыр өйрәге, һоро селән, ҙур тумыртҡа, күл аҡсарлағы, һоро ябалаҡ, суҡ турғай), ер-һыу хайуандарының 10 төрө, һөйрәлеүселәрҙең 6 төрө (ҡара йылан, еҙ йылан, һ.б.), балыҡтарҙың 16 төрө (суртан, һаҙан, шырт балыҡ, алабалыҡ, ҡорман, балыҡ, шамбы, йәйен һ.б.), умыртҡаһыҙҙарҙың меңдән артыҡ төрө йәшәй[2]..

Парк өс тәбиғәт климаты киҫешкән сиктә урынлашыуы тәбиғәт-ландшафт комплекстары һәм парк флораһының (бында япраҡлы, ылыҫлы урмандар, болон далалары үҫемлектәре үрсей) күп төрлөлөгөнә шарт тыуҙырған [3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә