Волга-Кама ҡурсаулығы
Волга-Кама дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы (рус. Волжско-Ка́мский госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник) — Рәсәй территорияһындағы биосфера ҡурсаулығы.
Волга-Кама ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 10 091,2 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 13 апрель 1960 йыл |
Урынлашыуы | |
55°18′10″ с. ш. 49°17′10″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Татарстан Республикаһы |
Район | Зеленодольск районы |
vkgz.ru | |
Волга-Кама ҡурсаулығы Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәВолга-Кама дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы 1960 йылдың 13 апрелендә РСФСР Министрҙар Советының 510-сы ҡарары менән ойошторола. Урта Волга буйының һаҡланып ҡалған боҙолмаған урман һәм урман-дала экосистемаларын һаҡлау маҡсаты ҡуйыла.
Рәсәй Федерацияһының Татарстан Республикаһы Зеленодольск районы биләмәһендә Волга йылғаһының һул ярҙарының киртләстәрендә урынлашҡан. Тәүҙә майҙаны 8 024 гектар була. РФ Хөкүмәтенең 2001 йылдың 9 апрелендәге 277-се ҡарары буйынса уның майҙаны 10 091,2 гектарға тиклем арттырыла.
Ҡурсаулыҡ Саралы һәм Раифа бүлектәренән тора. Был участкалар бер-береһенән 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡындағыһы Ҡазандан көньяҡҡа табан 50 км алыҫлыҡта. Уның икенсе яғында майҙаны 1,3 мең гектар булған Куйбышев һыуһаҡлағысының бер өлөшө, бында Волга, Кама һәм Мишә йылғалары ҡушыла. Татарстан Республикаһы Министрҙар кабинетының 1995 йылдың 21 июнендәге 407-се ҡарарына ярашлы һаҡ зонаһы 15 000 гектар тәшкил итә. Волга-Кама ҡурсаулығы биләмәһе ете ауыл хужалығы предприятиеһының ерҙәре менән сиктәш, улар араһында ҡошсолоҡ фабрикаһы, йәнлекселек хужалығы, йәшелсәселек хужалығы бар.
Ҡурсаулыҡтың ғилми бүлегенең хәҙерге бурыстары: Урта Волга буйының көньяҡ тайгаһы тәбиғәт комплекстарындағы процестарҙың тәбиғи барышын, экзотик ағас тоҡомдарының интродукцияһын, Куйбышев һыуһаҡлағысының һәм ҡурсаулыҡтың тәбиғи комплекстарына башҡа антропоген факторҙарҙың йоғонтоһон өйрәнеү; ҡурсаулыҡтың тәбиғи экосистемаларын һаҡлау һәм тергеҙеү сараларын эшләү.
200-гә яҡын һынау (күҙәтеү) майҙаны, бейеклеген даими күҙәтеү нөктәләре, һыуһаҡлағыс ярҙарының емерелеүен күҙәтеү өсөн 40 даими профиль, йәнлектәрҙе, ҡорҙарҙы һәм һыу ҡоштарын иҫәпкә алыуҙың даими маршруттары һалынған. 1975 йылдан алып метеостанция эшләй.
Ҡурсаулыҡтың ике стационарында йыл һайын Ҡазан, Мәскәү, Донецк, Удмурт, Харьков университеттары, Ҡазан педагогия институты талиптары практика үтә. Бында мәктәп урмансылығы урынлашҡан. Йыл һайын ҡурсаулыҡтың дендрологик баҡсаһына һәм Тәбиғәт музейына 10 меңдән ашыу турист килә.
Рельефы
үҙгәртергәКлиматы
үҙгәртергәУртаса континенталь, температура һәм яуым-төшөм ҡапыл, ҡырҡа үҙгәрергә мөмкин.
Флораһы
үҙгәртергәМайҙандың 90 % -тан ашыуы урман (ҡарағай, имән, йүкә, ҡайын, уҫаҡ, ерек) менән ҡапланған. 200—300 йәшлек ҡарағай, шыршы, имән ағастары һаҡланған. Һаҙлыҡтар төрлөсә. 844 төр көпшәле үҫемлек, шул иҫәптән 51 төр ағас һәм ҡыуаҡтар бар.
Ике участкалағы урмандар бер-береһенән ныҡ айырыла. Раифа участкаһында ҡарағай өҫтөнлөк итә; йәшел мүкле ҡарағай урмандары киң таралған. Ҡарағай урмандарынан тыш имән, йүкә, шыршы урмандарының бер нисә төрө бар. Раифа участкаһында 570-кә яҡын көпшәле үҫемлек бар, Мүктәртәрҙең 160 төрө асыҡланған[1].
Саралы биләмәһендә икенсел ҡарағай урмандары күберәк, йүкә һәм уҫаҡ үҫә, уларҙы шыршы урмандары алмаштыра. Имән ағастары һәм урмандың башҡа төрҙәре бар. Һирәк осрай торған үләндәр үҫәә. бында 500 төр көпшәле үҫемлек иҫәпләнә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәВолга-Кама ҡурсаулығы Викимилектә |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гаранин В. И., Гильмутдинов К. Г., Скокова Н. Н., Хасаншин Б. Д. Волжско-Камский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. Часть 2 / Под общ. ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 96—108. — 304 с. — (Заповедники СССР). — 100 000 экз. — ISBN 5-244-00148-5, ISBN 5-244-00316-X.
- А. Маринович. Волжско-Камский заповедник // «Охота и охотничье хозяйство», № 6, 1969. стр.12-13
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Постановление ВЦИК, СНК РСФСР от 10.02.1935 Об утверждении сети полных заповедников общегосударственного значения (недоступная ссылка — история).
- о Волжско-Камском государственном природном биосферном заповеднике . Архивировано 4 март 2012 года. (см. архивированную копию . Архивировано из оригинала 4 март 2012 года.)
- о Волжско-Камском государственном природном биосферном заповеднике . Архивировано 2 октябрь 2008 года. (см. архивированную копию . Архивировано из оригинала 2 октябрь 2008 года.)
- о Волжско-Камском государственном природном биосферном заповеднике (недоступная ссылка — история).
- Волжско-Камский государственный биосферный . Дата обращения: 30 декабрь 2007. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2002 года.
- Волжско-Камский государственный природный заповедник . Архивировано 11 май 2008 года. (см. архивированную копию . Архивировано из оригинала 11 май 2008 года.)
- Путешествия по России — RussiaOutdoors . Архивировано 3 июль 2011 года.
- Информация о заповеднике в ООПТ России . Архивировано 12 октябрь 2008 года.
- Книга «Места заповедные» о заповедниках Татарстана (сайт ИД Маковского) . Архивировано из оригинала 16 апрель 2018 года.