Туҡаевтар — дин әһелдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре.

Вәкилдәре

үҙгәртергә

Туҡай Ҡорманаев (1707—?), 1747 нсе йылда Казан губернаһының Арча даругаһында урынашҡан Салауыч ауылындан Сәғит биҫтәһенә күсә, ундан һуң 1765 нсе йылда Стәрлебаш ауылына күсеп килә, уның улдары:

  • Килмөхәмәт Туҡаев (1732—?).
  • Биктимер Туҡаев (1747—?):

Биктимер Туҡаевтың улдары:

  • Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1773, Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы Стәрлебаш ауылы — 27.3.1844, шунда уҡ) — имам‑хатип, мөҙәрис. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Вятка губернаһы Маскара ауылы, 1801—1809 йылдарҙа Бохара ҡалаһы мәҙрәсәләрендә белем ала. 1812 йылдан туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыта. Наурүз байрамын, үлгәндән һуң мәрхүмдәрҙең өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәреүҙе һ.б. тыя. Фарсы, ғәрәп телдәрен белә; фарсы‑төрки һүҙлеге, ғәрәп-төрки сағыштырма грамматикаһы б‑са уҡыу әсбаптары төҙөй. Бай китапханаһы була. Ғ.Ҡурсауиҙың дини-реформаторлыҡ идеяларын яҡлай.
  • Хисмәтулла Биктимер улы Туҡаев, 7-се башҡорт кантонында йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның улдары: Ибраһим, Әбүбәкер, Ғүмәр[1] .
  • Сиражетдин Биктимер улы Туҡаев
  • Хөснөтдин Биктимер улы Туҡаев
  • Сәғитдин Биктимер улы Туҡаев, Стәрлебаш мәсетенең мәзине (1837 йылдан).

Ниғмәтулла Туҡаевтың улдары:

  • Мөхәмәтхарис Ниғмәтулла улы Туҡаев (1810, Стәрлебаш ауылы — 2.11.1870, шунда уҡ), мөҙәрис. 1833—1841 йылдарҙа Бохара мәҙрәсәһендә уҡый. 1844 йылдан туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыта. Уҡыу программаһына урыҫ телен өйрәнеүҙе индерә (1869 йылдан), хәйриә менән шөғөлләнә, үҙ аҡсаһына фәҡирҙәр һәм етемдәр өсөн 40 урынлыҡ приют, Стәрлебашта дауахана аса, Ҡаҙағстанда батша хөкүмәтенең дипломатик йомоштарын башҡара. Ш.Мәржәни менән таныш була, уның ҡараштарын уртаҡлаша. 1860 йылда хаж ҡыла;.
  • Мөхәмәтхаррас Ниғмәтулла улы Туҡаев (1814, Стәрлебаш ауылы — 30.11.1871, шунда уҡ), мөҙәрис. 1844—1856 йылдарҙа Бохара мәҙрәсәһендә уҡый. Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыта.

Уларҙың улдары:

  • Ғабдулла Туҡаев (?—2.11.1883, Мәҙинә ҡалаһы, Сәғүд Ғәрәбстаны), имам‑хатип, мөҙәрис. 1883 йылда хаж ҡыла;
  • Хәбибулла Мөхәмәтхарис улы Туҡаев (1856, Стәрлебаш ауылы — 20.1.1897, шунда уҡ), имам‑хатип, мөҙәрис. Тыуған ауылындағы, Бохара һәм Ургенч ҡалалары мәҙрәсәләрендә уҡый. Дини белем биреүҙе реформалау яҡлы була;
  • Ғәбиҙулла Туҡаев, имам‑хатип, мөҙәрис, мәҙрәсә директоры (1878 йылдан);
  • Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы Туҡаев (1862—1933), йәмәғәт эшмәкәре, Дәүләт Думаһының II һәм III саҡырылыш депутаты. 1899 йылда уның «Тарихи Стәрлебаш» тигән китабы сыға;
  • Ғәбделҡадир Туҡаев (1866, Стәрлебаш ауылы — ?), мөҙәрис. Тыуған ауылындағы, Мәҙинәләге мәҙрәсәләрҙә уҡый. 1899 йылда хаж ҡыла. 1903 йылдан мәҙрәсә директоры;
  • Ғабдулмәжит Туҡаев (1867—14.6.1893, Мәккә ҡалаһы, Сәғүд Ғәрәбстаны), мөҙәрис. 1874 йылдан Минзәлә өйәҙе Чаҡмаҡ ауылы, 1886 йылдан— Бохарала мәҙрәсәләрендә уҡый. 1892 йылдан туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыта. 1893 йылда хаж ҡыла;
  • Лотфулла Мөхәмәтхаррас улы Туҡаев (1845—1878), имам‑хатип, мөҙәрис (1873—1878).
  • Ғабдулла Мөхәмәтхарис улы Туҡаев (1844—1918), имам‑хатип һәм мөҙәрис (1871 йәки 1872 йылдан).
  • Ғөбәйҙулла Мөхәмәтхарис улы Туҡаев (1852—07.03.1920), имам‑хатип һәм мөҙәрис (1879 йылдан), ахун (1887 йылдан). Баш күтәргән ҡаҙаҡтарҙы тынысландырыуға булышлыҡ итә, шуның өсөн батшанан грамота ала.

Туҡаевтарҙан башҡа билдәле вәкилдәр:

  • Мөхәмәтзакир Мөхәмәтшакир улы Туҡаев (1890—?), имам‑хатип һәм мөҙәрис (1916 йылдан);
  • Абдулғалим Хәбибулла улы Туҡаев (1892—?), Стәрлебаш 1-се йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы һәм мөҙәрисе (1921 йылдан);
  • Мөхлис Туҡаев, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, интернат тибындағы 2‑се баҫҡыс Республика башҡорт мәктәбендә уҡыта.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Туҡаев М. М. Тарихи Стәрлебаш. — Ҡазан, 1899.
  • Исянгулов Ш. Н. Из истории мечетей и медресе Башкортостана / Отв. редактор Р.Н. Сулейманова. — Уфа, 2011. — С. 71—100. — 153 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә