Трусова Татьяна Тимофеевна

Трусова Татьяна Тимофеевна (24 декабрь 1916 йыл — 3 ғинуар 1987 йыл) — СССРҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Ленинград өлкәһе Лужский районы «Ҡыҙыл маяҡ» совхозының быҙау ҡараусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Трусова Татьяна Тимофеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Покровка[d], Мшинское сельское поселение[d], Лужский район[d], СССР
Вафат булған көнө 3 ғинуар 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Ящера[d], Толмачёвское городское поселение[d], Лужский район[d], Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Татьяна Тимофеевна Трусова 1916 йылда Ленинград өлкәһе Лужский районының Покровка ауылында тыуған.

Ире, Ҡыҙыл Армияның политругы, Бөйөк Ватан һуғышы башында уҡ фронтта һәләк булған. Татьяна Тимофеевна өс бала менән тол ҡала. Территорияларын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәс, ул «Ҡыҙыл маяҡ» совхозында һауынсы булып эшләй башлай һәм 1944 йылдан алып 1960 йыл буйынса эшләй.

Татьяна Тимофеевна Трусова фермалағы хеҙмәте ваҡытында алдынғы эшсе була. Һәр бер һыйырҙан 5000 килограмдан ашыу һөт һауып ала. Юғары күрһәткестәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Артабан уның төркөмөндәге һыйырҙарҙан һөт һауып алыу арта ғына бара.

1960—1971 йылдарҙа Ленинград өлкәһе Лужский районының «Ящера» совхозында быҙау ҡарай. Быҙауҙарҙың уртаса тәүлек артымын 800 грамға тиклем еткерә һәм уңышлы эшләп килә.

СССР Юғары Советы Президиумының 22 март 1966 йылдағы Указына ярашлы ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләр һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәр алғаны өсөн Татьяна Тимофеевна Трусоваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы миҙалы тапшырыла.

Фермала эшләүен ул артабан дауам итә, бары тик 1971 йылда ғына хаҡлы ялға сыға. Ленинград өлкә Советы депутаты итеп һайлана.

Ящера ауылында йәшәй. 1987 йылдың 3 ғинуарында вафат була. Ошо ауыл зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Книга памяти. Звёзды славы. Ленинградская область. Том 2, — СПб, 2009
  • Рабочая энциклопедия: 1921—1985. Л., 1986.

Һылтанмалар үҙгәртергә