Трикол ҡаласығы

Археологик ҡомартҡы

Трикол ҡаласығы (рус. Трикольское городище) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Гремучий Ключ ауылы ситендә урынлашҡан б.э.т. VI—IV быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Трикол ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Илеш районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Трикол ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Гремучий Ключ ауылының төньяҡ-көнбайыш ситендә Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан[4].

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Трикол ҡаласығының 300 м² ашыу ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡтың дөйөм майҙаны 6 мең м² самаһы, яҡынса 70 м² ере ҡаҙып тикшерелгән. Йәшәгән ер З ур[5], ике соҡор менән һаҡланған. Урҙар һыланған балсыҡ һәм ағас ҡойма менән нығытылған тупраҡ өйөмдәренән тора. Эске урҙың оҙонлоғо 20 м, киңлеге 7 м, бейеклеге 1 м, урталағыныҡы ошоға ярашлы 35; 8; 0,7 һәм тышҡыурҙың оҙонлоғо 40 м, бейеклеге 0,6 м.

Керамика Ананьин мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт.

Трикол ҡаласығы материалдары материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[7] .

Асыш тарихы

үҙгәртергә

Ҡаласыҡ 1972 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённовтарафынан асыла.

1978—79 йылдарҙа ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов тикшерә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Трикол ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Иванов В. А. Вооружение и военное дело финно-угров Приуралья в эпоху раннего железа. М., 1984.
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.