Толстихин Нестор Иванович
Нестор Иванович Толстихин (9 ноябрь 1896, Хабаровск, Приморье өлкәһе[d] — 20 февраль 1992 (95 йәш), Санкт-Петербург) — совет ғалим-геологы, гидрогеологы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, ике тапҡыр Ф. П. Саваренский исемендәге премия лауреаты(1959, 1992).
Толстихин Нестор Иванович | |
рус. Нестор Иванович Толстихин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 ноябрь 1896 |
Тыуған урыны | Хабаровск, Приморье өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 20 февраль 1992 (95 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғилми-педагогик хеҙмәткәр, геолог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | геология[1], Гидрогеология[d][1], geological research[d][1], гидрогеологическая карта[d][1], Ер аҫты һыуҙары[1], минеральная вода[d][1] һәм вечная мерзлота[d][1] |
Эш урыны | Үзбәкстан милли университеты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1896 йылдың 9 ноябрендә Хабаровскиҙа тыуған.
1914 йылда — Чита ҡалаһында гимназияны тамамлай.
1923 йылда — МДУ-ның физика-математика факультетының тәбиғәт бүлеген тамамлай.
1924 йылдан алып 1928 йылдар буйынса — Урта Азияла геологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә һәм Ташкенттың Урта Азия дәүләт университетында (САГУ) ассистент, һуңынан доцент сифатында уҡыта.
1928 йылдан 1935 йылдар буйынса — Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта Геолкомдан (ЦНИГРИ, ВСЕГЕИ) гидрогеологик тикшеренеүҙәр алып бара.
Шул уҡ ваҡытта ул 1929 йылда Ташкентта Урта Азия дәүләт университетында уҡытыу менән шөғөлләнә.
1930 йылдан Ленинградта Химия-технология институтында һәм Тау институтында уҡыта.
1937 −1938 йылдарҙа Спецгео геологы булып тора һәм «СССР гидрогеологияһы» баҫмаһының баш мөхәррире эшен башҡара. Артабан, 1938—1941 йылдарҙа бер үк ваҡытта баҫманың баш мөхәррире вазифаһында ҡала.
1938—1974 йылдарҙа — «Геология һәм инженер гидрогеологияһы» кафедраһы мөдире, ә 1951—1954 йылдар буйынса — Ленинград тау институтында геолог-разведкалау факультеты деканы.
1974 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем «Гидрогеология» кафедраһының профессор-консультанты булып эшләй.
1992 йылдың 20 февралендә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөбәк гидрогеологияһына, минераль һыуҙар һәм литосфераның туң зонаһы һыуҙары тураһында тәғлимәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора.
Төбәк гидрогеологияһы өлкәһендә гидрогеологик районлаштырыу, ер аҫты һыуҙарының зоналығы, гидрогеологик карта эшләү, Донъя океаны төбөнөң гидрогеологияһы принциптарын эшләй.
Төрлө типтағы ер аҫты һыу ятҡылыҡтарының таралыуын күҙаллау ысулдарын эшләй.
Минераль һыуҙар тураһында тәғлимәтте үҫтерә: литосфераның туңған зонаһы тураһындағы тәғлимәткә ҙур өлөш индерә, күп йыллыҡ туңлыҡтың формалашыуының һәм таралыуының һәм уның ер аҫты һыуҙары менән үҙ-ара тәьҫир итешеүенең теоретик нигеҙҙәрен эшләй. Күп йыллыҡ туңлыҡ райондарының ер аҫты һыуҙары классификацияһын эшләй, ер аҫты һыу ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә гидрогеологик тикшеренеүҙәр методикаһын нигеҙләй.
200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография авторы.
Уның етәкселегендә 35 кандидатлыҡ һәм 8 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены
- Ике «Почет Билдәһе» ордены
- 1943 —«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- 1945 —«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- 1957 —"Ленинградтың 250 йыллығы иҫтәлегенә" миҙалы
- 1967 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967)
- 1959 — (Г. Н. Каменский, М. М. Толстихина менән берлектә, 1959 йыл өсөн) — «СССР гидрогеологияһы» хеҙмәте өсөн
- 1992 — Ф. П. Саваренский исемендәге премия (Н. А. Маринов, Л. И. Флерова менән берлектә, 1992 йыл өсөн) «Европа гидрогеологияһы» (2 томда) монографияһы өсөн.
Библиография
үҙгәртергәТөп ғилми хеҙмәттәре:
- Подземные воды мерзлой зоны литосферы. М.-Л., Госгеолиздат, 1941.
- Гидрогеология СССР. М., Госгеолтехиздат. 1959 (с соавторами).
- Гидрогеология Европы. В 2-х томах. М., Недра. 1989 (с соавторами).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- 90-летие Нестора Ивановича Толстихина // Советская геология. 1987, № 2, с. 122—123.
- Шаякубов Т. Ш., Хасанов А. С., Волков В. П. и др. Н. И. Толстихин (К 90-летию со дня рождения) // Узбекский геологический журнал. 1987, № 3, с.86-87.
- Памяти Нестора Ивановича Толстихина // Советская геология. 1992, № 8, с.95.
- Кирюхин В. А. Нестор Иванович Толстихин (жизненный и творческий путь). 1896—1992. Под ред. Ю. Ф. Манухина. — СПб.: Санкт-Петербургский государственный горный институт им. Г. В. Плеханова, 2006. — 140 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Толстихин Нестор Иванович РФА рәсми сайтында
- Толстихин Нестор Иванович (Контент-платформа Pandia.ru) (неопр.). pandia.ru. Дата обращения: 19 апреля 2017.
- Энциклопедия Забайкалья. Толстихин Нестор Иванович (неопр.). encycl.chita.ru. Дата обращения: 19 апреля 2017.
- Библиография в информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.