Ер аҫты һыуҙары
Ер аҫты һыуҙары — ер ҡабығының тау тоҡомдары аҫтында шыйыҡ, ҡаты һәм газ рәүешендә булған һыу
Ер аҫты һыуҙары | |
Урын | подземелье[d] |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ер өҫтө һыуҙары |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡайҙа өйрәнелә | Гидрогеология[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | Ер өҫтө һыуҙары |
Ер аҫты һыуҙары Викимилектә |
[1].
Классификацияһы
үҙгәртергәЕр аҫты һыу ятҡылыҡтары бер нисә төргә бүленә:
- тупраҡ өлөшөндәге;
- грунттағы;
- ҡатлам-ара;
- артезиан;
- минераль.
Тупраҡ өлөшө һыуҙары тупраҡ араһын тултыра; улар ауырлыҡ көсө йоғонтоһонда ағып йөрөй йә иһә молекуляр көстәр менән бәйле тупланып ята.
Грунт һыуҙарыберенсе һыуғором ҡатламында барлыҡҡа килә. Ер аҫтында һай ҡатламда ятыу сәбәпле, грунт һыуҙары кимәле йыл миҙгелдәренә, һауа торошона бәйле: улар йә таша, йә һайыға. Һалҡын ҡыш көндәрендә грунт һыуҙары туңырға мөмкин. Был һыу бик ныҡ бысраныусан.
Ҡатлам-ара һыуҙар — ике һыу үткәрмәгән ҡатлам араһында ятҡан һыуғором горизонттар. Грунттыҡыларҙан айырмалы булараҡ, ҡатламдар араһындағы һыу кимәле тотороҡлораҡ. Ҡатлам-ара һыуҙар грунт һыуҙарына ҡарағанда таҙараҡ.
Ер аҫты һыуҙарын файҙаланыу
үҙгәртергәБер генә һыу алыу яйланмаһы ла һыу күләмен алдан уҡ иҫәпләмәйсә төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла алмай. Һыу алыу ҡоролмаһының тибы, уны урынлаштырыу варианттары, эш режимы һәм һыу менән тәьмин итеү өсөн грунт һыуҙарын ҡулланыу менән бәйле башҡа мәсьәләләрҙе һыу күләмен иҫәпләү нигеҙендә хәл итәләр. Грунт һыуҙары ятмалары дөйөм алғанда «запас» төшөнсәһенә индерелә. Был төшөнсә үҙ эсенә грунт һыуының барлыҡҡа килеү һәм туҡланыу шарттарын комплекслы билдәләүҙән тыш, тоҡомдарҙың фильтрацион үҙенсәлектәре, бөтә һыу күтәреүсе горизонттарҙы һ. б. үҙ эсенә ала. Запас күләмен билдәләүҙе грунт һыуҙары ятмаһын гидростатик өйрәнеү нигеҙендә ғәмәлгә ашыралар[2].
Башҡортостандың ер аҫты һыуҙары
үҙгәртергәБашҡортостандың көнбайыш өлөшө Көнсығыш Рәсәй ҡатмарлы бассейнына һәм Урал алды ҡатмарлы бассейнына ҡарай. Өфө яйлаһының һәм Уралдың ситке һырттарының тау тоҡомдарында уның ҡалынлығы 150—550 м тәшкил итә; Урал алды бөгөлөндә — үҙәндәрҙә 20—60 м алып һыу айырғыстарҙа 70—140 м тиклем; платформа өлөшөндә — үҙәндәрҙә 20—50 м алып Ағиҙел буйы тигеҙлегендә 100—150 м тиклем һәм Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында — 200—270 метрға етә. Составтары буйынса аҙ тоҙло һәм тоҙло һыуҙар бар.
Башҡортостанда һыу менән тәьмин итеүсе төп сығанаҡ булып бер нисә һыу комплексы тора. Башҡортостан Уралы һәм Урал аръяғы ер аҫты һыуҙары ярыҡ, ярыҡ-юлаҡ, карст һыуҙарына инә. Ултырма, магматик, метаморфик тау тоҡомдарының ныҡ ярылыусан урындарында ер аҫтындағы һыу ҡалынлығы 40—60 м, урыны м‑н 150 м тиклем, карст һәм сатнау зоналарында — 200 м һәм унан да күберәк.
Ер аҫты һыуҙарының эсергә яраҡлыһы дөйөм алғанда тәүлегенә 2569,17 мең м³ булған 125 ятҡылыҡ тикшерелгән:Кама йылғаһы бассейнында — тәүлегенә 2403,66; Урал — 164,25; Тубыл — тәүлегенә 1,27 мең м³ (2011) [3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [ Подземные воды] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ КОЛИЧЕСТВО И ОХРАНА ПОДЗЕМНЫХ ВОД
- ↑ Ер аҫты һыуҙары(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Подземные воды// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 20-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Подземные воды / А. А. Коноплянцев, Р. С. Штенгелов // Перу — Полуприцеп. — М. : Большая российская энциклопедия, 2014. — С. 547. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 26). — ISBN 978-5-85270-363-7.
- Ланге O. K. Подземные воды СССР, ч. 1-2, М., 1959—1963;
- Гидрогеология СССР. — М., 1971;
- Савцова Т. М. Общее землеведение, М., 2005.
- Почвенные воды // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
БРЭ-лағы мәҡәләләр:
- Коноплянцев A. A., Cеменов C. M. Изучение, прогноз и картирование режима подземных вод. M., 1979.
- Классификация эксплуатационных запасов и прогнозных ресурсов подземных вод. M., 1983.
- Гольдберг В. М., Газда С. Гидрогеологические основы охраны подземных вод от загрязнения. М., 1984.
- Бочевер Ф. М., Лапшин Н. Н., Орадовская А. Е. Защита подземных вод от загрязнения. - М., Недра, 1979. - 254 c.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ер аҫты һыуҙары//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- Учёт влияния грунтовых вод при проектировании фундаментов
- Дренаж болотистой почвы 2022 йыл 16 ғинуар архивланған.