Тимофеев Пётр Васильевич

Петр Васильевич Тимофеев (19021982) — электроника һәм вакуум техникаһы өлкәһендә совет ғалимы.

Тимофеев Пётр Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 25 июнь (8 июль) 1902
Тыуған урыны Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 ноябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, СССР
Ерләнгән урыны Головино зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Электроника
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

БиографияһыҮҙгәртергә

П. В. Тимофеев 1902 йылдың 12 (25) июнендә Мәскәүҙә тыуған. 1925 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищела (1925—1928), МДУ-ла (1926—1941), Мәскәү энергетика институтында (1933—1941), Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһы>нда (1945—1948) уҡыта. 1935 йылдан — профессор. 1928 йылдан Бөтә Рәсәй электротехника институтында эшләй. СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1953).

П. В. Тимофеев 1982 йылдың 18 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Головино зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Төп хеҙмәттәре киноны тауышландырыу өсөн фотоэлектрик ҡоролмаларҙы, икенсел электрон эмиссияны, газдарҙа зарядһыҙлаеыуҙы тикшеренеү һәм электрон оптика буйынса. Бер нисә фотоэлемент, электрон күбәйткестәр, электрон лампалар һәм электрон-оптик үҙгәрткестәр эшләй. 1933—1936 йылдарҙа тапшырыусы телевизион электрон көпшәләр, шул иҫәптән супериконоскоп, шулай уҡ башҡа электрон-оптик ҡоролмалар уйлап таба. Тауышлы кино, телевидение һәм автоматика өсөн көсәйткестәр һәм фотоэлементтар эшләүҙә ҡатнаша. Оборона сәнәғәте өсөн инфраҡыҙыл техник приборҙар серияһын эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — яңы төр оптик приборҙар булдырғаны өсөн

- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — яңы оптик приборҙар булдырғаны өсөн.

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (13.10.1982)

- Ленин ордены (13.10.1982)

- дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (16.05.1947; 02.06.1952; 19.07.1962; 17.09.1975)

- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (21.01.1944)

- «Почёт Билдәһе» ордены (21.04.1939)

- миҙалдар

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1947)

СығанаҡтарҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә