Тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби институты

Тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби институты (рус. Военный институт железнодорожных войск и военных сообщений) — 1918 йылдың 17 июлендә асылған юғары хәрби уҡыу йорто, тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр органдары белгестәрен әҙерләй.

Тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби институты
Нигеҙләү датаһы 17 июль 1918
Рәсми атамаһы Ленінградскае Чырванасцяжнае вучылішча ваенных зносін імя М. В. Фрунзэ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петергоф[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Карта

Йыл һайын байрам ителә торған көн - 17 июль.

Совет осоро тарихы

үҙгәртергә

Рәсәй республикаһының Хәрби-уҡыу йорттарының баш комиссары бойороғо нигеҙнедә 1918 йылдың 17 июлендәге Тверь губернияһы Торжок ҡалаһында Беренсе Совет инструкторҙар хәрби-тимер юлы курстары асыла. 1922 йылдың 28 апрелендәге 107028-се РВСР приказы нигеҙендә курстар базаһында ойошторолған Хәрби-тимер юыл мәктәбе Петроградҡа күсерелә.[1]

1924 йылда мәктәртең исеме Командир составын әҙерләү өсөн Ленинград хәрби-тимер юлы мәктәбе тип үҙгәртелә. 1925 йылда мәктәп Ленинград хәрби юлдар мәктәбе тип үҙгәртелә. 1926 йылдың 12 ғинуарындағы 39-сы номерлы РВСР приказы нигеҙендә "хәрби һәм сәйәси әҙерлектә ирешелгән уңыштар өсөн" Ленинград хәрби юлдар мәктәбенә М. В. Фрунзе исеме бирелә.[1] СССР-ҙың оборона халыҡ комиссариаты бойороғо нигеҙенд 1937 йылдың 16 мартындағы 36 номерлы Ленинград хәрби бәйләнештәр мәктәбе Ҡыҙыл Байраҡлы Ленинград хәрби хәбәрҙәр училищеһы тип үҙгәртелә.[1]

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙа Ҡыҙыл Байраҡлы Ленинград хәрби училищеһы М. В. Фрунзе исемендәге хәрби бәйләнештәр училищеһы Горький өлкәһенең Шарью ҡалаһына күсерелә, 1943 йылда Ярославль ҡалаһына күсерелә. Һуғыштан һуң училище яңынан Ленинградҡа күсенә.

1969 йылдың 27 июнендә СССР Министрҙар Советы ҡарарына яраҡлы М. В. Фрунзе исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы Ленинград хәрби бәйләшештәр училищеһы Ленин орденлы Ҡыҙыл Байраклы тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби училищеһы тип үҙгәртелә.

Совет осоронан һуң яңы тарих

үҙгәртергә

1993 йылдың 23 октябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1072-се ҡарары нигеҙендә Ленин орденлы Ҡыҙыл Байраклы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби училищеһы базаһында М. В. Фрунзе исемендәге Тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби-транспорт институты төҙөлә.[1]

1997 йылдың 22 октябрендә Тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби-транспорт институты базаһында Рәсәй Федерацияһе Хөкүмәтенең 1342 номерлы ҡарарына ярашлы тимер юлы ғәскәрҙәренең хәрби-транспорт университеты асыла. 2001 йылда университет структураһында тимер юлы ғәскәрҙәренең етәксе кадрҙарын әҙерләү факультеты асыла.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2008 йылның 24 декабрендәге 1951-р номерлы ҡарарына ярашлы тимер юлы ғәскәрҙәренең Хәрби-транспорт университеты айырым структура сыфатында А. В. Хрулев исемендәге Тыл һәм транспорт Хәрби академияһы составына инә. 2009 йылда Хәрби-транспорт университеты Хәрби-транспорт институты тип үҙгәртелә һәм Тыл һәм транспорт хәрби академияһы филиалы була.[1]

2012 йылдың 15 мартында Хәрби-транспорт институты Тимер юлы ғәскәрҙәрее һәм хәрби бәйләнештәр хәрби институты тип үҙгәртелде.

Тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби институтының 100 йылға яҡын эшләү осронда ҡырыҡ меңгә яҡын офицер әҙерләнгән, шуларҙың егерме өс меңе юғары һөнәри белемле.[2] Институттың һикһәндән артыҡ докторы һәм фән кандидаты, өс атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, дүрт юғары мәктәптең атҡаҙанған хеҙмәткәре, ике ағза-корреспонденты һәм биш фән академигы бар. Институтты тамамлаусылар араһында егерме биш Советтар Союзы Геройы һәм Социалистик Хезмәт Геройҙары һәм бер Рәсәй Федерацияһы Геройы бар.[3]

Исемдәр тарихы

үҙгәртергә

Төп сығанаҡ:[1]

  • 1917 - Беренсе Совет инструкторлыҡ хәрби-тимер юлы курстары
  • 1922 - Хәрби-тимер юлы мәктәбе
  • 1924 - команда составын әҙерләү өсөн Ленинград хәрби-тимер юлы мәктәбе
  • 1925 - Ленинград хәрби бәйләнештәр мәктәбе
  • 1926 - М. В. Фрунзе исемендәге Ленинград хәрби бәйләнештәр мәктәбе
  • 1937 - М. В. Фрунзе исемендәге Тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр училищеһы
  • 1969 - Ленин орденлы М. В. Фрунзе исемендәге Тимер юлы ғәскәрҙәре һәм хәрби бәйләнештәр хәрби-транспорт институты
  • 1993 - Тимер юлы ғәскәрҙәренең һәм хәрби бәйләнештәрҙең хәрби-транспорт институты
  • 1997 - Тимер юлы ғәскәрҙәренең хәрби-транспорт университеты
  • 2008 - Тимер юлы ғәскәрҙәренең хәрби-транспорт институты
  • 2012 - А. В. Хрулев исемендәге хәрби-техник тәэъмин итеү академияһы

Структура

үҙгәртергә

Төп сығанаҡ:[1]

Факультеттар

үҙгәртергә
  • Тимер юлы ғәскәрҙәре факультеты
  • Хәрби бәйләнештәр факультеты
  • Квалификация күтәреү һәм әҙерлек факультеты

Институт начальниктары

үҙгәртергә

Төп сығанаҡ:[3]

  • генерал-майор Г. П. Гапоненко (1942—1949)
  • генерал-майор В. П. Тиссон (1949—1960)
  • генерал-майор Ф. И. Прибов (1960—1967)
  • генерал-майор П. М. Байдаков (1967—1976)
  • генерал-майор И. О. Горяинов

Институт наградалары

үҙгәртергә

Төп сығанаҡ:[3]

  3 апрель 1921 йыл

  23 февраль 1930 йыл

  16 март 1943 йыл

  • Наш бронепоезд... Хрестоматия военного железнодорожника и восовца / Под ред. Е. Ю. Голубев. — СПб.: Алетейя, 2019. — 460 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Военный институт (Железнодорожных войск и военных сообщений). оф.сайт. Дата обращения: 27 ноябрь 2020. 2020 йыл 4 декабрь архивланған.
  2. Военный институт (Железнодорожных войск и военных сообщений). Учёба.ру. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
  3. 3,0 3,1 3,2 Журнал «Вестник Военного образования» / На страже отечества (К 100-летию со дня образования Военного института железнодорожных войск и военных сообщений)(недоступная ссылка) // Сост. И. О. Горяинов. Изд.: Министерство обороны РФ. Военный институт (Железнодорожных войск и военных сообщений) ВА МТО им. генерала армии А.В. Хрулева. М.: № 2 (11), 2018 г. — С. 17-24