Тимерханов Илдус Хәмит улы

Тимерханов Илдус Хәмит улы (25 апрель 1956 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1990 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2012) һәм Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге (2003) премиялары лауреаты.

Илдус Тимерханов
Исеме:

Тимерханов Илдус Хәмит улы

Тыуған көнө:

25 апрель 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Илеш районы Түбәнге Сереккүл ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Ижад йылдары:

1980

Йүнәлеше:

балалар әҙәбиәте

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2012)

Биографияһы

үҙгәртергә

Илдус Хәмит улы Тимерханов 1956 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Илеш районы Түбәнге Сереккүл ауылында тыуған. Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң күрше Этәй ауылында урта белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында слесарь-төҙәтеүсе булып башлай, артабан скважиналар операторы һәм геология партияһында белгес булып эшләй.

1974—1976 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң нефтсе эшен дауам итә һәм 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғандан һуң Дүртөйлө районының «Юлдаш» гәзитендә эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2008 йылда Илдус Тимерхановтың «Тал-тирәктәр ҡуйынында» (русса «Среди ив и тополей») йыйынтығы Пётр Ершов исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды[1] һәм автор «иң яҡшы балалар яҙыусыларының береһе» тип билдәләнде[2].

2017 йылда Дүртөйлө районының Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге тарафынан яҙыусының «Ут күҙ» (әкиәттәр. — Өфө, Китап, 2002. – 192 бит), «Тал-тирәктәр ҡуйынында» (әкиәт. — Өфө, Китап, 2006. – 172 бит) һәм «Юлбарыҫлан» (әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2011. – 168 бит) китаптары Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[3][4].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Хомяк. Паук. Испорченный хлеб: Рассказы / Кн. «Бельские просторы».- Уфа: Китап, 1993.
  • Ворчливая печная труба: Сказки. — Уфа: Китап, 1995.
  • Спичка на солнцепеке: Сказки. — Дюртюли: РИК «Юлдаш», 1998.
  • Жар-пожар: Сказки — Уфа: Китап, 2002.
  • Среди ив и тополей / — Уфа: Китап, 2006.
  • Юлбарыслан. Сказки. Рассказы. — Уфа: Китап, 2011.
  • Склонились ивы над Базы: Публицистические статьи. Чекмагуш2012.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Әҙип тураһында

үҙгәртергә
  • Романов В. Ильдус Тимерханов — сказочник из Дюртюлей (К 60-летию писателя). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 25 апрель. (рус.)[5].
  • Абубакирова Л. Наши духовные истоки — в сказках. // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2008.
  • Сказочник из Дюртюлей. Ильдус Тимерханов признан одним из лучших детских писателей. Тамара Пересыпкина — «Российская газета» — «Неделя» — Башкортостан, № 4647, 2008, 24 апрель, с. 17] (рус.)[2]
  • Ильдус Тимерханов из Башкортостана назван лучшим сказочником России. — Альфия Аглиуллина. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2008, 21 февраль] (рус.)[1]
  • Ситдиков Р. Сказ о сказочнике // Истоки. 2006, № 16.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022)
  • «Башҡортостанға 100 йыл» юбилей миҙалы (2019)
  • Әкиәтселәрҙең Бөтә Рәсәй П. Ершов исемендәге конкурсы лауреаты (2008)
  • В. Песков тарафынан ойошторолған «Заповедное эхо» Бөтә Рәсәй экологик конкурс дипломанты (2010)
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2012)
  • Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының Назар Нәжми исемендәге премияһы лауреаты (2003)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә