Тигеҙлектәр

(Тигеҙлек (геология) битенән йүнәлтелде)

Тигеҙлек (рус. равнина, ингл. plain) — майҙаны буйынса шаҡтай ҙур булған ҡоро ер өҫтө, диңгеҙ һәм океандар төбө, ай өҫтө рельефының иң мөһим элементтарының береһе. Ер өҫтөнөң ауышлыҡһыҙ тип әйтерлек (5° — ҡа тиклем ауышлыҡ менән) һәм ҡалҡыулыҡтары әҙ (200 метрға тиклем) булыуы менән айырылып торған тигеҙ урын [1].

Тигеҙлектәр
Рәсем
 Тигеҙлектәр Викимилектә

Күпселек тигеҙлектәр платформа өҫтөндә формалаша. Ҡайһы бер тигеҙлектәр таулы өлкәләрҙең тау аралары һәм тау алдары иңкеүлектәрендә хасил була. Һыу аҫты тигеҙлектәре океан төбөндә, шельфта, ҡоро ергә сиктәш диңгеҙҙәрҙең соҡорҙарында яһалған абиссаль тигеҙлектәр күберәк таралған.

Тигеҙлектәр, тауҙар кеүек үк, ҙур булмаған градиентлы (1-2 м/км тиклем) тектоник хәрәкәттәргә дусар була. Ғөмүмән алғанда, тигеҙлектәр ҡоро ер өҫтөнөң 65 % -ын тәшкил итә. Донъяның иң ҙур тигеҙлеге: Амазонка уйһыулығы (5 млн км2 артыҡ).

Тау алды тигеҙлеге. Ираҡ
Австралиялағы тигеҙлек

Классификация

үҙгәртергә

Диңгеҙ кимәленә ҡарата бейеклек буйынса төрҙәре

үҙгәртергә
 
Көнбайыш Себер тигеҙлеге
  • диңгеҙ кимәленән түбән (Каспий буйы уйһыулығы)
  • 0 метрҙан 200 метрға тиклем (Көнбайыш Себер тигеҙлеге)
  • 200—500 метр бейеклектәге (Устюрт яйлаһы [2])
  • 500 метрҙан бейегерәк урынлашҡан (Иран тауҙарының эске өлөштәре)

Өҫтөнөң формаһы буйынса төрҙәре

үҙгәртергә
  • горизонталь тигеҙлектәр
  • һөҙәк тигеҙлектәр
  • тәрән тигеҙлектәр

Морфологияһы буйынса төрҙәре

үҙгәртергә
 
Убалы-түбәле тигеҙлек. Ергәнтау. Башҡортостан республикаһы
  • ҡалҡыулыҡлы тигеҙлек
  • убалы-түбәле тигеҙлек
  • тәпәш таулы тигеҙлек
  • теҙмәле тигеҙлек
  • яҫы тигеҙлек

Экзоген процестар өҫтөнлөк итеү буйынса төрҙәре

үҙгәртергә
  • денудацион тигеҙлек (яйла)
  • аккумулятив тигеҙлек (аллювиаль, диңгеҙ ултырмалары, күл, боҙ , янартау ултырмалары менән ҡапланған тигеҙлек)

Башҡортостан тигеҙлектәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә Көнсығыш Европа тигеҙлеге рельефы денудацион ҡалҡыу тигеҙлек, аккумулятив һәм эрозион‑денудацион тигеҙлек булыуы менән айырыла. Бәләбәй ҡалҡыулығы, Стәрлебаш-Фёдоровка ҡалҡыулығы, Дөйөм Һырт, Өфө яйлаһы денудацион ҡалҡыу тигеҙлек төрөнә инһә, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге аккумулятив һәм эрозион‑денудацион тигеҙлек сифаттарына эйә. Республиканың көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә денудацион Һаҡмар-Таналыҡ тигеҙлеге (абс. бейеклеге 350—500 м) һәм денудацион‑аккумулятив Ҡыҙыл‑Оло Урғаҙа тигеҙлеге (350—400 м) урынлашҡан [3] .

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  1. Большая российская энциклопедия. В 30 томах. М.: НИ БРЭ, 2010. ISBN 5-85270-320-6

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Равнина//БРЭ 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.
  2. Яйла - киң тигеҙ тау өҫтө//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 779-сы бит
  3. П.Н.Швецов.Равнины//Башкирская энциклопедия 2020 йыл 28 октябрь архивланған.