Тай-Ятҡан
Тай-Ятҡан — (рус. Тееткан, Тесткан) - Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға.
Тай-Ятҡан | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 30 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Үрге Тогызак йылғаһының һул ярына тамағынан 47 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 53°33′32″ с. ш. 60°51′44″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы |
РДҺР | 14010500212111200001253 |
Географияһы
үҙгәртергәЙылға Үрге Туғыҙаҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 47 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 30 км.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Тубыл йылғаһы, Уй йылғаһы инешенән тамағына тиклем, Уйылға йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500212111200001253
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200125
- Бассейн коды — 14.01.05.002
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Этимологияһы
үҙгәртергәҮҙ тарихында Тай-Ятҡан йылғаһы атамаһв күп тапҡырҙар үҙгәреш кисергән. Шуға күрәлер, бәлки, уның атамаһын әлегә тиклем аңлата карталарҙа төрлөсә яҙалар.
Йылға телгә алынған беренсе документ - Редут ҡасабаһына нигеҙ һалыу тураһында указ (1903 йыл). Йылға унда "Тайатканъ» тип атала. Ә 1931 йылда инде йылға картала «Тееткан» булып киткән.
Хәҙерге карталарҙаа һәм атластарҙа ошондай исемдәрҙе осратырға мөмкин: Туеткан, Туэткан, Тееткан, Тесткан, Тусткан.
Тел белгестәре топонимдаың тәржемәһе буйынса ла бер фекерҙә түгел. Ҡайһы берәүҙәр йылғаның атамаһы төрки һүҙ "туекан" тигәндән килеп сыҡҡан тип һанай, йәғни, «дөйә ҡаны». Был фараз үҙен аҡлай кеүек йылға һыуы йәйгеһен балсыҡлы яры арҡаһында ҡыҙғылт төҫ ала.
Икенселәр атама башҡорт телендәге «тай» һәм «ятҡан» тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тип һанай [3].
Йылғаның атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:
Искаженный вариант первоначального башкирского топонима. В источниках — Тай-Яткан, в переводе — «место, где лежал жеребенок» (тай — «жеребенок», яткан — «лежать»). Появление названия связано с коневодческим бытом кочевого населения и вполне подходит для рек, побережья которых служили удобным пастбищем для лошадей.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Тесткан .
- ↑ Река Туеткан (Тееткан)[1]
- ↑ Шувалов Н.И. Тесткан// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [3]
- Река Туеткан (Тееткан) [4]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н.И. Тесткан// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с.